«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәйһылыу билдәләнде!



06.09.2011 Йәйһылыу билдәләнде!

Йәйһылыу билдәләнде!
Гәзитебеҙҙең «Йәйһылыу» конкурсына йомғаҡ яһар мәл дә етте. Йәмле йәй мәлендә ҡыҙҙарҙан күп кенә матур, сағыу фотолы хаттар алдыҡ. Улар гәзит биттәрендә баҫыла килде һәм «Вконтакте» сайтында ла тауыш биреүгә ҡуйылды. Унда иң күп тауыш йыйыу­сылар Әлиә Йыһангирова һәм Ләйлә Әбдрәхимова булып сыҡты. ҡағиҙә буйынса, редакция улар араһынан Йәйһылыуҙы һайлап ала.
Шулай итеп, еңеүсе − Әлиә Йыһангирова. Ә хәҙер Көҙһылыу исеме өсөн конкурс старт ала. Шарттары ғәҙәттәгесә: үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса матур итеп яҙып, бер нисә сифатлы (!) фотоғыҙҙы һалып, беҙҙең адресҡа ебәрегеҙ. Фотоларығыҙ сағыу көҙ төҫтәре менән балҡып торһа, тағы ла һәйбәтерәк. Ә әлегә тәүге һылыуҡайҙың фотоһын тәҡдим итәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға