«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Тауыш бирегеҙ: Ҡышһылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!



01.03.2011 Тауыш бирегеҙ: Ҡышһылыуҙы бергәләп һайлайыҡ!

ҡыш гүзәлдәре гәзитебеҙ биттәрендә үҙ урындарын тапты. Хәҙер улар һеҙҙең тауыш биреүҙе көтә. Тауыш биреү vkontakte.ru сайтында бара. Унда «Йәшлек» гүзәле» исемле махсус төркөм ойошторолған. Тауыш бирергә теләүселәр ошо адрес буйынса унда инә алалар. ҡышһылыуҙы билдәләр өсөн ике генә аҙна ваҡыт бирелә, күңелегеҙгә хуш килгән һылыуҡай өсөн тауыш биреп ҡалығыҙ.
Ә бәйгелә ҡатнашырға теләүсе һылыу­ҡайҙар иҫенә шарттарҙы тағы бер тапҡыр төшөрөп үтәбеҙ. Конвертҡа матур, йөҙөгөҙ, буй-һынығыҙ асыҡ сағылған фотоны, гәзитебеҙгә 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу тураһындағы квитанцияның күсермәһен һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса, әммә йөкмәткеле итеп яҙылған мәғлүмәтте һалып ебәрегеҙ. Һеҙҙән әүҙемлек талап ителә – матур тормош девизығыҙ, нимә яратыуығыҙ, нимә менән шөғөлләнеүегеҙ тураһында яҙыу өсөн бөтә фантазияғыҙҙы эшкә екһәгеҙ ҙә була, бәлки, кемдер үҙе тураһында шиғыр юлдары менән дә әйтеп бирер.
Яҙһылыу титулы өсөн бәйге башланды!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға