«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәмғиәт » Башҡорт киноһы үҫешһен



26.05.2016 Башҡорт киноһы үҫешһен

Башҡорт киноһы үҫешһенМин Башҡортостанда – көндән-көн сәскә атып, үҫешеп өҫкә күтәрелеүсе республикала йәшәйем. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң бар ерҙә билдәле артистар, йырсы-бейеүселәр тәрбиәләгән ҡала булыуы күптәргә билдәле.
Хәҙерге йәмғиәт йәштәр өсөн бала саҡтан уҡ үҫешеү мөмкинлеге бирә. Был бик яҡшы күренеш. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы алға үҫеш ала, яңынан-яңы таланттар асыла.
Әлеге ваҡытта бик күп йәштәр республикала уҡып, һөнәр алып, ситкә сығып китә. Әлбиттә, башҡа яҡта үҫеш өсөн мөмкинлектәр ҙурҙыр, вазифалар ҙа тәҡдим итәләрҙер. Минеңсә, үҙ ереңде онотмаҫҡа кәрәк. Башҡортостандың киләсәге өмөтлө, уға әле үҫергә лә үҫергә. Был яҡтан йәштәргә яңы идеялар, мөмкинлектәр кәрәк.
Миҫал өсөн башҡорт киноһын алайыҡ. 2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Быға бик шатмын. Кино төшөрөү һәм уны халыҡҡа күрһәтеү – бик кәрәкле эш һәм уны артабан да үҫтерергә кәрәк. Моғайын, быйыл был йүнәлеш ныҡ ҡына үҫешер, тип өмөтләнәм. 2015 йылды ғына алып ҡарайыҡ: башҡорт киноһын Айнур Асҡаров данланы, үҙенең “Әсә”, “Еңмеш” фильмдары менән дан ҡаҙанды. Ошодай эштәр дауам итһен, халҡыбыҙҙың борондан килгән яҙмышын, йәшәйешен, тарихын һүрәтләгән кинофильмдарҙың күпләп төшөрөлөүен теләйем. Башҡорт халҡы электән көслө рухлы, бай күңелле, фәлсәфәүи яҡтан айырылған – ошоларҙы күрһәтеп, Рәсәй һәм донъя кимәленә сыҡhаҡ, был бик яҡшы булыр ине.
Йәштәр, әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ! Халҡыбыҙҙың үҙенсәлеге, тырышлығы юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Әлбиттә, кино төшөрөү кеүек ҙур эште башҡарыу өсөн бағыусылар ҙа кәрәк, күп көс һәм тырышлыҡ та талап ителә. Ярай әле заман технологиялары ҙур ярҙам итә. Ә ҡалғаны әҙер – кадр­ҙағы күренештәр өсөн иҫ киткес тәбиғәт, тырыш, маҡсаттарына ынтылыусан, төрлө яҙмышлы кешеләр – барыһы ла әҙер сюжет, әҙер фильм. Айнур Асҡаров ана нисек Бөрйән тәбиғәтен, кешеләрен данланы. Бына бит – маҡсаты, теләге булған кеше тарихты күтәреп, ҙур эштәр башҡарырға теләһә, барыһы ла килеп сыға. Бар нәмә лә кешенең үҙ ҡулында. Йәштәр, алға барайыҡ!

Диана БИКМӨХӘМӘТОВА,
11-се класс уҡыусыһы.
Асҡын районы
Ҡашҡа ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға