«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Йәшлек»кә мәҙхиә



07.12.2010 «Йәшлек»кә мәҙхиә

Хәйерле көн, «Йәшлегем»,
ҡотло булһын байрамың.
12 ғинуарҙа
Булды бит исем туйың.

Иң ҙур башҡорт ауылынан
Һиңә сәләм ебәрәм.
Байрамың менән ҡотлап,
Уң ҡулымды мин бирәм.

Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем
Илемә һәм халҡыма.
Башҡорт рухлы «Йәшлек»те
Һәр саҡ алам ҡулыма.

Гәзиткә даими яҙылам,
Уҡыйым һәм алдырам.
Кәңәштәренә таянам
һәм тормошта ҡулланам.

«Йәш юҡсыл», «Ленинсы», «Йәшлек» –
«Байыҡ»тағы өс таған.
Ололарға терәк бөгөн
«Йәшлек» һәм яңы заман.

Тираж һаны ярышында
Теләп беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.
Беренсе урынды алып,
Музыкаль үҙәк алдыҡ.

«Йәшлек», йәшнәр сатҡылай,
Йәштәргә маяҡ уты.
Бай рухлы гәзит «Йәшлек» –
Милләтебеҙҙең ҡото.

Милләте өсөн яна ул,
Ҙур маҡсат ҡуя алдына.
Сәйәсәт, мәҙәниәттә
Дан йырлай ул халҡына.

Дәүләт теле – башҡорт теле,
Донъя белгән телебеҙ.
«Йәшлек» гәзитен уҡып, һеҙ
Донъя хәлен белегеҙ.

Ышанысты аҡлай «Йәшлек»,
Рухи тормошто биҙәй.
Йәштәрҙең аҡыллы, тәртипле
Аңлы булыуын теләй.

Шулай яҡшы ниәт менән
Яна «Йәшлек» гәзите,
Ил яңылығын яҡтырта
Уңған мөхәрририәте.

Иманды ла ҡайтарта,
Тарихты ла байҡата.
Спортты ла күҙәтә,
Мәғарифты яҡтырта.

Йөкмәткеһе фәһемле,
Уҡымлы һәр бер бите.
Һәр һанында сағылыш таба
Башҡорт мәҙәниәте.

Милләт-ара татыулыҡта –
Киләсәктең нигеҙе.
Заман менән бергә атлай
«Йәшлек» – йәштәр гәзите.

Шаулы егерменсе быуат
Бирҙе илгә иректе.
Үҙаллылыҡ яулап алдыҡ,
«Йәшлек» уны күкрәтте.

Яңы быуат – егерме бер,
Ул беҙҙеке – белегеҙ!
Рух та бар, дарман да бар –
Һүрелмәҫ «Йәшлегебеҙ»!

Халҡым, уян! Илем, уян!
Шаулы тормош гөрләһен.
Яҙылайыҡ, уҡыйыҡ,
«Йәшлек» уты дөрләһен!

«Йәшлек», һәр саҡ әүҙем бул,
Матбуғаттың күрке бул!
Тура, үткер һүҙең менән
Халҡыңа һин терәк бул!

Киләсәгең яҡты булһын,
Тиражың булһын ишле.
Балҡы шулай, «Йәшлегебеҙ»,
ҡуябыҙ һиңә «бишле».

Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА,
Ғафури районы, Сәйетбаба урта мәктәбе уҡытыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға