«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәмғиәт » Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлай



01.04.2016 Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлай

Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлайБөтә тәбиғәт балалары һымаҡ, мин дә үҙ ауылыма – Ишмәкәйгә ғашиҡ кешемен. Ул Учалы районының көнбайышында, тауҙар араһында урынлаш­ҡан. Ауылымды бик яратам һәм ғорурланам. Уны икегә бүлеп, ҡышҡы һы­уыҡтарҙа ла туңмаған Ҡарағайлы йылғаһы аға. Ишмәкәй янында Олотау исемле тау бар. Күптәрҙең унда менеп, тыуған төйәгенә, тәбиғәтенең хозурлығына ҡарап торғаны бар. Ошо бәләкәй генә ауылдың ғорурлығы, йәш быуынға өлгө булырлыҡ шәхесебеҙ даны ла йәшәй.
Ул – Радик Әүхәҙей улы Зәйнуллин. 1949 йылда бишенсе бала булып донъяға килә. Егет мәктәптә уҡығанда барлыҡ спорт са­раларында ла әүҙем ҡатнаша. Гер, штанга күтәреү булһынмы, футбол, волейбол уйнаумы, ҡул көрәштереүме, йүгереүме – береһендә лә һынатмай. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, милли көрәште үҙ итә. Еңеүҙәр ҙә көттөрмәй – егет тирә-яҡтағы ауылдарҙа көрәшеп, бер нисә тәкә алып ҡайта. 1972 йылда Радик Зәйнуллин көрәшселәр командаһына индерелә һәм Кушнаренко районында үткәрелгән республика беренселегендә ҡатнашып, тәүге ҙур еңеүен яулай. 1973 йылда йәш батыр Салауат ҡалаһында гер һәм штанга күтәреү буйынса РСФСР беренселегендә – беренсе, милли көрәш буйынса икенсе урынды ала.
Радик Әүхәҙей улы ауыр атлетика буйынса йылдан-йыл үҫешә, ярыштарҙа оҫталығын арттыра. 1974 йылда – Ишембайҙа, 1975 йылда – Баймаҡта, 1977 йылда – Туймазыла, 1978 йылда – Бөрйәндә һәм башҡа ерҙәрҙә призлы урындар яулауға өлгәшә. Ул милли көрәш буйынса – 7 тапҡыр Рәсәй, 16 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, 4 тапҡыр – ике төрлө алыш, 2 тапҡыр гер күтәреү буйынса республика чемпионы була.
Беҙ, ауылдаштары, Радик Әүхәҙей улы менән бик ныҡ ғорурланабыҙ. Хәҙерге йәш­тәргә үрнәк кеше булыуына, һис шик­һеҙ, шатмын. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, йәш быуын араһында уның кеүек спорт менән шөғөлләнеүселәр бик әҙ. Балалар буш ваҡытын күберәк компьютер уйнап уҙғара. Үҙ һаулыҡтарына ни тиклем зарар килтереүҙәре тураһында уйлап та бирмәй­ҙәр. Бына шул йәһәттән 2014 йылда ауылыбыҙҙа милли көрәш менән шөғөлләнеүселәр өсөн клуб булдырылды. Былтыр Радик Зәйнуллин иҫтәлегенә арнап, беренсе турнир үткәрелде. Ауылға район мәктәптәренән дзюдосы балалар йыйылды. Көрәш бик сәмле барҙы, Ишмәкәй спортсылары беренсе урын яуланы. Тренерыбыҙ Фәһим Зәит улы Шакировҡа ҙур рәхмәт белдерге килә. Әленән-әле яуланған еңеүҙәр – тәү сиратта уның хеҙмәт емеше.
Шулай уҡ мин барлыҡ уҡыусыларға, йәштәргә мөрәжәғәт итер инем. Компьютерҙың ни тиклем һаулыҡҡа зыянлы булыуы хаҡында гәзиттәрҙән уҡыйбыҙ, телевизорҙан да ишетеп беләбеҙ. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Уҡыусылар өйгә эштәрен компьютер аша еңел генә эшләргә өйрәнде, кешенең психикаһына кире йоғонто яһаған уйын уйнайҙар. Саф һауаға сығып, туп тибеү, сәпкә атыу, йүгереү, боронғо башҡорт уйындары – барыһы ла онотолоп бөтөп килә, тип әйтһәк тә, хаталанмаҫбыҙ. Китапханаға йөрөүселәр, гәзит-журнал яҙҙыртып уҡыусылар, спорт менән шөғөлләнеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып ҡалды. Хөкүмәтебеҙ тарафынан индерелгән ГТО нормаларын тапшырыу хуплауға лайыҡ. Һау-сәләмәт тормош алып барһаҡ, спортты үҙ итһәк, ауылдашым Радик Зәйнуллин кеүек билдәле шәхестәр киләсәктә лә булыр.

Нилә СӘХӘҮЕТДИНОВА,
Ураҙ лицейының 10-сы класс
уҡыусыһы.

Учалы районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға