«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Йәмғиәт » «Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге яңғырар!



25.03.2016 «Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге яңғырар!

«Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге  яңғырар! Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы-
Атай-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булып
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Уралҡайым, һинең күкрәгең киң-
Ете лә ырыу илдең төйәге.
Һине генә һаҡлап яуҙар сапҡан-
Ҡуйыныңда ирҙәр һөйәге.
«Юлдаш» каналынан ағылған был йырҙы тын алырға ла ҡурҡып тыңлайым. Уның моңо, һүҙҙәре бөтә тәнемде, хатта йәнемде әллә ни эшләтте лә ҡуйҙы. Ҡалтыранам… Өшөүҙән, ҡурҡыуҙан түгел. Күҙҙәремдән сөбөрләгән йәштәр ҡайғы-һағыштан түгел. Йырҙан! Бына ни эшләтте мине был йыр! Тыуған ер йыры, халҡымдың бөйөк йыры «Урал».
Урал... Урал тигән атама беҙҙең башҡорт өсөн Тыуған ил, Ватан төшөнсәһен аңлата. Яуға күтәрелгән саҡта ла, унан ҡайтҡанда ла батырҙарға дәрт-дарман биреп, еңеүҙәргә өндәп, рухландырып, йә булмаһа уларҙың батырлыҡтарын данлап тантаналы итеп йырлағандар. Шундай йырҙарҙың береһе ул мәңге үлмәҫ «Урал». Уны «Ете ырыу» тип тә йөрөтәләр. Башҡорттарҙың ете ырыуы берләшеп, Уралын бирмәҫ өсөн ҡабат-ҡабат яуға күтәрелгән, дошмандарға ҡаршы бик ҡеүәтле көс булып йәшәгән. Йәшәгән… Аллаға шөкөр әле лә йәшәйбеҙ! Милләтебеҙҙең даны булып, ата-бабаларыбыҙҙың рухына тап төшөрмәй, Башҡортостандың киләсәге булып беҙ - йәш быуын үҫәбеҙ. Атай-олатайҙарҙың төйәген гөл-сәскәгә күмәсәк, үҙ телендә, үҙ моңонда зиһендәрен яҡтыртасаҡ Уралдың аҫыл таштары- беҙ йәштәр! Быуындарҙың сылбырын өҙмәй, туған тел-нәҫелде дауам итә торған телебеҙҙе боҙмай беҙҙән һуң киләсәк быуындарға тапшырасаҡ быуын - Беҙ!...
Тиңдәр араһында тиң булып, үҙлегебеҙҙе, асылыбыҙҙы һаҡлап, үҙебеҙҙе танытып йәшәү, «Урал»ыбыҙға тоғро ҡалыу өсөн беҙгә тауҙар аҡтарырға, йылғаларҙың ағышын кире борорға кәрәкмәй. Минеңсә, фәҡәт илгә тоғро ҡалып замана менән йәнәшә атларға, фән яуларға, конкурентлыҡҡа һәләтле булыу өсөн яҡшы һөнәр алырға, хаталарҙан ҡурҡмаҫҡа, бушҡа оялмаҫҡа, бер генә түгел, һәләтеңә ҡарап бер нисә һөнәр үҙләштерергә, шәхси камиллыҡҡа өлгәшергә, үҙ телеңдә матур һөйләшергә, бер нисә сит телде өйрәнергә, ә иң мөһиме - илһөйәр булырға кәрәк, тип уйлайым.
Көрсөккә, замана елдәренә бирешмәй, үҙ иңенә замандың мәшәҡәт-хәстәрҙәрен йөкләргә әҙер йәштәр! Ҡазанда уҙғарылған «Төрквижн-2014» халыҡ-ара музыкаль конкурсында Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһағап, 21 ил араһында өсөнсө урын яулаған «Заман» ансамбле; Венер Ғәлиевтың уҡыусыһы - ушу-саньда буйынса республика чемпионы Заһир Түләбаев; «Башҡорт юниор КВН лигаһы» уйындарында ҡатнашыусы егеттәр»; Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» башҡорт милли мәҙәни үҙәге йәштәре Уралым ғорурлығы. Һанаһам бармаҡ, һөйләһәм һүҙем етмәҫ ундайҙар тураһында.
Беҙгә, йәштәргә, маяҡ булған «Урал»ыбыҙ, ҡеүәтле ете ырыуыбыҙ ғына йәшәһен. Ә беҙ һынатмабыҙ, һис тап төшөрмәбеҙ, «Урал» йыры быуындарҙан-быуындарға аманат итеп тапшырылыр. Һәр милләттәшем йөрәгенең иң түрендә урын алған «Урал» мәңге йәшәһен! Йәшәтербеҙ! Уның киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа!
Беҙгә милләтте берләштереү, рухиәтте үҫтереү өсөн мәҙәниәт менән генә сикләнмәҫкә, дингә лә таянырға кәрәк. Минеңсә, башҡорт йәштәре араһында айыҡ, сәләмәт тормош төп ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш. Бөгөн бик күп йәштәштәребеҙ дингә бирелгән. Улар араҡы эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан баш тартты, әхләҡи һәм рухи яҡтан күпкә үҫеште. Беҙҙең аҫыл ата-бабаларыбыҙ Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфә йәштәргә рухи көрсөктән сығыу юлдарында өлгө. Беҙ уларҙың рухтарына хыянат итергә тейеш түгелбеҙ. Әлеге ваҡыттағы йәштәрҙең эскегә бирелеүе, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуҙары, етем балаларҙың күбәйеүе, тулы булмаған ғаиләләрҙең йышайыуы - беҙҙең көрсөктөр, иманыбыҙҙың көсһөҙ булыуында. Милләтебеҙҙең, Уралыбыҙҙың киләсәге өсөн, беҙгә, йәш быуынға, атай-олатайҙарҙан мираҫ булып ҡалған иман юлына баҫыу - оло бурыстарҙың иң мөһиме. Динебеҙ мәҙәниәт, йолаларыбыҙ менән берҙәм үрелеп йәшәргә тейеш. Бары шул сағында ғына «Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге яңғырар!
Дилә БАДАЛОВА,
Белорет районы
Шығай ауылы мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға