«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Яңы фотоконкурс – «Минең дуҫҡайым»!



17.01.2016 Яңы фотоконкурс – «Минең дуҫҡайым»!

Ҡатнашығыҙ һәм отоғоҙ!

Яңы фотоконкурс – «Минең  дуҫҡайым»!Яҡты йөҙлө, яҡшы уйлы, тоғро дуҫым! Һин беҙҙең менән бергә ҡалып, ышаныс күрһәттең, тоғролоғоңдо иҫбатланың, дуҫлыҡты нығыттың. Рәхмәт шуның өсөн!

Бергә ҡалыу ҡыуанысынан гәзитебеҙҙә яңы конкурс иғлан итергә булдыҡ. Юҡҡа ғына тап дуҫлыҡ хаҡында һүҙ сурытманыҡ, бәйгенең исеме «Дуҫ­ҡайым» тип атала. Шарттары ябай һәм аңлайышлы: балаларығыҙҙың яратҡан кескәй дуҫтары – эттәр­е, бесәйҙәр­е, тутыйғош­тар­ы йәки башҡа йорт хайуандары менән төшкән фотоһын редакцияға ебәрергә кәрәк. Улар менән бергә уйнауы ла күңелле, ҡосаҡлашып тик ятыуы ла рәхәт, фотоға төшөрөүе лә еңел һәм ҡыҙыҡ – һүрәттәр һәр саҡ матур килеп сыға. Мотлаҡ фотограф та булыу кәрәкмәй, ҡиммәтле фотоаппарат та талап ителмәй. Бәйгелә ҡатнашырға теләк һәм ваҡыт булһа, шул етә.
Еңеүселәр ай һайын билдәләнәсәк: «Бәйләнештә» иң күп тауыш йыйған фотоһүрәттең авторы телефонына 150 һум аҡса күсереләсәк. Иң шәп эштәр, әлбиттә, «Йәшлек» гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Әйҙә, дуҫым, бәйгелә ҡатнаш һәм от!

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға