«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Әҙәбиәт » Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3



26.12.2015 Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Күстәнәстәр күп була.
Байрамдарҙа бүләк алыу
Борондан ҡалған йола.

Ҡыш бабайҙарҙың тоҡтары
Ауы-ыр ғына ла була.
«Йәшлек»кә яҙылғандарҙың
Өмөттәре ҙур була.

Яңы йылды ҡаршылайбыҙ,
Подписка – һәйбәт шөғөл.
Ағыу һатып байығыусы,
Зинһар, тиҙерәк төңөл.

Милли эсемлегебеҙ бар,
Ҡымыҙ эсәйек, дуҫтар.
Һәммәбеҙгә шифа булыр,
Артып китер һаулыҡтар.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –
Әфлисун, банан, алма.
«Йәшлек» беҙҙе алға әйҙәй,
Тормоштан артта ҡалма.

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғона…
Маймыл ғына һыймаған.
Бергә йәшәү бәхетенән
(«Йәшлек» менән)
Хоҙай беҙҙе тыймаған.

Яҙылайыҡ, таратайыҡ,
Яратайыҡ «Йәшлек»те.
Фәрештәләр күккә илтер
Беҙҙең изге теләкте.

Зәйтүнә ДАЯНОВА.
Әлшәй районы,
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға