«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар: әҙәби конкурс!



24.04.2015 Иғтибар: әҙәби конкурс!

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар союзы “Башҡортостан тарихы – Рәсәй тарихы” тигән дөйөм темаға 45 йәшкә тиклемге яҙыусылар араһында проза жанрына (роман, повесть) асыҡ конкурс иғлан итә. Дөйөм тема өс йүнәлешкә бүленә:
1. “Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы осорондағы ваҡиғалар һәм шәхестәр”.
2. “1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осороноң тарихи-патриотик әһәмиәте” .
3. “Ҡаҙағстандың Рәсәй составына инеүе һәм башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең ундағы роле”.
Әҫәрҙәр (электрон версияла, башҡорт, рус, татар телдәрендә) 20 августан 23 октябргә тиклем Яҙыусылар союзы идараһында (Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34) ҡабул ителә.
Конкурсҡа йомғаҡ жюри тарафынан 2015 йылдың 21 декабрендә яһала. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ, уңышлы әҫәрҙәр матбуғат биттәрендә донъя күрәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға