«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Иғтибар, әҙәби конкурс!



10.04.2015 Иғтибар, әҙәби конкурс!

Иғтибар, әҙәби конкурс!Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте “Яңы офоҡтар” тип исемләнгән әҙәби конкурс иғлан итә. Бәйге республика башлығы гранты ярҙамында финанслана. Конкурсҡа “Йәмғиәттә йәш быуындың тормошо” темаһына күләме 25 биттән артмаған әҫәрҙәр ҡабул ителә.

Әҙәбиәттә яңы исемдәр асыу, яҙыусылар араһында әҙәби потенциалды арттырыу, йәш быуындың проблемаларын күтәреү маҡсатында ойошторолған сарала 45 йәшкә тиклемге автор­ҙар ҡатнаша ала. Эштәрҙе 1 августан 1 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се йорт адресы буйынса ебәрергә. Конкурсҡа декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Һөҙөмтәләр буйынса ҡатнашыусыларға 1, 2, 3-сө урындар һәм номинациялар тапшырыла. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Конкурс шарттары менән тулыраҡ итеп 8-347-223-88-38 һандарына шылтыратып танышырға мөмкин.
“Яңы офоҡтар” яңы исемдәр эҙләй.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға