«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем



13.02.2015 Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем

Киләсәктә  республикамды  һау-сәләмәт  йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйемБаймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылы hылыуы Ғәлиә Латипова булам. 1998 йылдың хозур август айында Арыҫлан йондоҙлоғонда донъяға килгәнмен.
Матурлыҡҡа, әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү мине йыр-бейеү һуҡмағына алып килде. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, концерт-театрҙарға ихлас йөрөйөм. Әлеге ваҡытта Сибай медицина колледжының беренсе курсында уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем – шәфҡәт туташы.
«Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Быға өҫтәп: «Донъяны матурлыҡ һәм һау-сәләмәт шәхес ҡотҡарыр», – тип үҙ фекеремде әйтә алам. Шуға ла, колледжды тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегендә уҡыуымды дауам итергә уйлайым. Ни өсөн тиһегеҙме? Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт, рухи һәм физик яҡтан көслө, камил, аҡыллы йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем.

Һылыуҡайҙар! «Бәйләнештә» селтәрендә «Йәшлек» гүзәле – 2014» конкурсы» төркөмө адресы – https://vk.com/ye02guzel
Гәзитебеҙҙең «Йәшлек» гәзите проекты» исемле рәсми төркөмө (https://vk.com/yeshlek_gazite) лә эшләй. Унда республика буйынса яңылыҡтарҙы белергә, аралашырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға