«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Тормошомдо мәғәнәле үткәрергә теләйем»



06.02.2015 «Тормошомдо мәғәнәле үткәрергә теләйем»

«Тормошомдо мәғәнәле  үткәрергә  теләйем»Лилиә Радмир ҡыҙы Ирназарова булам. 1997 йылдың 13 июлендә Баймаҡ районының Темәс ауылында донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт гимназия-интернатының 11-ce класында белем алам.
Буш ваҡытта саф һауала йөрөйөм, китап уҡыйым. Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яратам.
Киләсәктә халҡыма файҙалы кеше булырға, ғүмеремде бушҡа үткәрҙем, тип үкенмәҫлек итеп йәшәргә теләйем. Миңә ошо яҡты донъяны бүләк иткән атайым hәм әсәйемә ҙур рәхмәт әйткем килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға