«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем



22.01.2015 Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем

Тормошта  дөрөҫ юлдан  атларға теләйемМин Ғәлиә Хәмзә ҡыҙы Рәхмәтова булам. 1995 йылдың яҙында – 14 марттың алһыу таңында донъяға килгәнмен. Сал ҡылғанлы гүзәл төбәктә – Хәйбулла районының Сәғит ауылында үҫтем.
9 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң даны бөтә тарафҡа таралған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыным. Әле Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында филология факультетының башҡорт-инглиз бүлегендә белем алам. Шулай уҡ ошо уҡыу йортонда ситтән тороп иҡтисад бүлегендә лә уҡыйым.
Буш ваҡытымды дуҫтарым менән үткәрәм. Шиғыр яҙырға, гитарала уйнар­ға, бейергә, аш-һыу әҙерләргә яратам. Волейбол уйынында үҙемде һынатмайым.
Уй-хыялымда тормошта дөрөҫ юлдан атларға, Башҡортостаныбыҙға кәрәкле кеше булырға теләйем. Бер нәмәнән дә, бер ҡасан да ҡурҡып ҡалмаҫҡа, һәр ваҡыт алға ынтылырға! Һинең яҙмышың тик үҙ ҡулыңда! Уй-хыялдарыбыҙҙы маҡсат итеп һәм уға тоғро ҡалып, алға атлаһаҡ, бөтә теләктәребеҙ ҙә тормошҡа ашыр!

«Бәйләнештә» селтәрендә «Йәшлек» гүзәле – 2015» конкурсы» төркөмө адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы шулай уҡ гәзитебеҙҙең «Йәшлек» гәзите проекты» исемле рәсми төркөмөнә https://vk.com/yeshlek_gazite һалырға, Айбулат Ишназаровҡа ебәрергә мөмкин. Хәбәрләшеү мөмкинлеге (асыҡ «личка») булһын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға