«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Республика «Һылыуҡай – 2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башланды



16.01.2015 Республика «Һылыуҡай – 2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башланды

Республика «Һылыуҡай – 2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башландыРеспублика телевизион матурлыҡ конкурсы башҡорт йәштәренең милли тормошондағы көтөп алынған иң сағыу тамашаларҙың береһе һанала. 23 йыл рәттән баш ҡалала иң матур башҡорт һылыуҡайы һайлана.
Быйылғы «Һылыуҡай – 2015» конкурсы 10 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә (элекке «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы) үтәсәк. Һайлап алыу турҙары ҡала һәм ра­йондар­ҙа февраль айында башлана. Өфөләге турҙы март башында үткәреү күҙаллана.
Финалға 12 һылыуҡай сығасаҡ. Әйткәндәй, уларҙың икәүһе билдәле. Мәскәүҙә һәм Санкт-Пе­тербургта үткән «Һылыуҡай» бәйгеләре еңеүселәре Әлфиә Кил­дейәрова һәм Лениза Әбдел­мәнова.
Ғәҙәттәгесә, финалға бер аҙна ҡалғас, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Һылыуҡай» көндәлеге» тапшырыуы күрһәтеләсәк. Унда һәр кандидат үҙ-үҙен күрһәтә, актерлыҡ һәләттәрен аса аласаҡ. Быйылғы тапшырыуҙар­ҙың темаһы әлегә сер итеп тотола. Алдан билдәле булыуынса, тапшырыуҙар Өфө урамдарында һәм йәштәр ял итергә яратҡан урын­дар­ҙа төшөрөләсәк.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк гала-финал сағыу шоу рәүешендә буласаҡ. Бай­рамға Мәскәүҙә үткән «Төрквижн – 2014» конкурсы финалсылары, «Заман» этно-рок төркөмө һәм башҡорт эстрадаһының сағыу «йондоҙо» Радик Юлъяҡшин да киләсәк.
Конкурсҡа ҡағылышлы яңылыҡтар менән «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә танышыр­ға була. Адресы – https://vk.com/hylyukaykonkurs

Э. БУЛАТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға