«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Виват, Диана!



19.12.2014 Виват, Диана!

Виват,  Диана!Башҡортостан ҡыҙы Диана Нурмөхәмәтова Мәскәү ҡалаһын­да үткән “Виват, вокал! Виват, артист!” конкурсында опера йырсылары араһында еңеү яуланы.
Асҡын районында тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан опера йырсыһы булырға хыяллана. Уға был талант әсәһенән күскән. Өс йыл район музыка мәктәбенең хор бүлегендә белем алғандан һуң, Диананы урта махсус музыка колледжына уҡырға саҡыралар. Аҙаҡ инде Өфө сәнғәт училищеһында билдәле педагог Нәйлә Йосопова класында йыр сәнғәтен үҙләштерә. Шул йылдарҙа уҡ төрлө бәйгеләрҙә, ҙур тамашаларҙа ҡатнашып, билдәлелек яулай. 2011 йылда “Дельфий уйындары”нда алтын миҙал менән тәүге еңеүенең тәмен татый ул.

Диана әлеге ваҡытта Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһында белем ала. Уҡытыусыһы, профессор Тамара Новиченко уға ҙур өмөттәр бағлай. “Виват, вокал! Виват артист!” конкурсы махсус уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар араһында үтә. Жюри ағзалары СССР-ҙың халыҡ артисы Тамара Синявская, Мәскәү “Геликон-опера” музыкаль театрының художество етәксеһе Дмитрий Бертман, ГИТИС ректоры Карина Мелик-Пашаева Дианаға юғары балл ҡуйып, киләсәктә опера сәнғәтендә яҡты “йондоҙ” булыуын теләне.

Әле Диана Нурмөхәмәтова романс башҡарыусыларҙың “Романсиада – 2014” бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлай. Уға уңыштар, еңеү һәм яҡты киләсәк теләйбеҙ.

Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға