«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Иҙел” таланттар эҙләй



24.10.2014 “Иҙел” таланттар эҙләй

“Иҙел” таланттар эҙләйӨфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында 31 октябрҙә һәм 1 ноябрҙә “Иҙел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры конкурсы үтәсәк. Башҡортостан һәм Татарстандың Мә­ҙәниәт министрлыҡтары ярҙамы менән сара дүртенсе тапҡыр үткәрелә.

Профессиональ сәнғәтте үҫтереү һәм ике туғандаш республика араһындағы мәҙәни дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында ойошторолған сараға йәш таланттар саҡырыла. Билдәле сәнғәт әһелдәре йәш башҡарыусылар менән тәжрибә уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Конкурста әлеге ваҡытта Ҡытай, Латвия, Үзбәкстандан, Мәскәү, Силәбе, Омск ҡалаларынан, Башҡортостан, Татарстан Республика­ларынан йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Бындай ҙур масштабта үтәсәк сара ижад юлын башлап ҡына торған йәш таланттарға артабан үҫеү һәм билдәлелек яулау өсөн ҙур этәргес буласаҡ. Үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ тауыштар араһынан “иң-иң”дәрҙе һайлау өсөн жюри составына Рәсәйҙең һәм Башҡор­тостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, профессор, Башҡор­тостандың атҡаҙанған сәнғәт эш­мәкәре Фәр­ҙәнә Сәғи­това, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров, Татарстандың һәм Рә­сәйҙең халыҡ артистары Ренат Ибраһимов, Венера Ғәниева, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле композитор Нур Дауытов, Татарстандың халыҡ артисы Зөфәр Хәйретдинов һәм билдәле йырсы Хәлиҙә Бигичева саҡырылған.

Гала-концертта конкурстың финалсылары һәм билдәле сәнғәт әһелдәре ҡатнашасаҡ. Еңеүселәрҙе аҡсалата премиялар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға