RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Шәйехзада Бабич ижадына арналған интернет-конкурс старт алды

03.10.2014 Шәйехзада Бабич ижадына арналған интернет-конкурс старт алды

Тере булһа халыҡ һөйөүе, шағир һүҙе мәңгелек

Шәйехзада Бабич ижадына арналған интернет-конкурс старт алды“Шоңҡар” журналы редакцияһы коллективы башлаған “Минең Рәми”, “Халыҡ шағиры Бикбай” конкурстары артабан да дауам итә. Быйыл “Шоңҡар”ҙар конкурсты талантлы шағир Рәшит Назаровтың ижадына арнаны. Был матур йоланы Өфө дәүләт сәнғәт институты ла күтәреп алды – улар ойошторған конкурс йәшләй һәләк булған һүҙ оҫтаһы Шәйехзада Бабич исеменә бәйле. Конкурстың үҙенсәлектәре тураһында төп ойоштороусыларҙың береһе – билдәле педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева һөйләй.

– Бындай конкурсты үткәреү идеяһы нисек барлыҡҡа килде?

– Белеүемсә, был конкурстың аналогы Рәсәйҙә әле юҡ һәм әһәмиәте буйынса ла иҫ китмәле шәп эш, тигән фекерҙәмен. Йөҙәр саҡрым алыҫтан төрлө йәштәге шиғриәт һөйөүселәрҙе интернет ярҙамында бер урынға туплау – бик яҡшы идея. Уны уйлап тапҡан һәм тормошҡа ашырған шағир Азамат Юлдашбаевҡа һәм уның командаһына һоҡланам һәм был изге башланғыстары артабан да дауам ителергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Конкурсты тап Шәйехзада Бабичтың ижадына арнауыбыҙ юҡҡа түгел – 2015 йылда бөйөк шәхесебеҙҙең тыуыуына 120 йыл туласаҡ. Әлбиттә, уның шиғырҙары күләме буйынса ла күп түгел, 24 йәшендә генә һәләк булған, әммә ошо ҡыҫҡа ваҡытта ла күпме эшләгән һәм ынйы бөртөктәреләй шиғырҙар ижад итеп өлгөргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптәрҙә уларҙың бер нисәүһе генә өйрәнелә, шунлыҡтан, күптәребеҙ уның ижады менән өҫтән генә таныш.
Сәнғәт институты студенттары менән Шәйехзада Бабич ижадына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ. 2007 йылдағы сығарылыш курсының эстрада төркөмө уның ижадына бәйле спектакль әҙерләгәйне, быйыл икенсе курс студенттары менән “Ғазазил” поэмаһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө кеше өсөн шағир ижадын аңлатыуҙа бер ни тиклем ауырлыҡтарға тап булабыҙ. Күптән онотолған, хәҙер телмәрҙә ҡулланылмаған һүҙҙәрҙе күптәр төшөнмәй. Конкурсты ойоштороуыбыҙҙың беренсе маҡсаты шағир ижадын популярлаштырыу булһа, икенсеһе – уның ижады аша башҡорт теленең һүҙ байлығын арттырыу. Сөнки әлеге ваҡытта беҙ иҫкергән тип ҡабул иткән һүҙҙәрҙе телмәргә кире ҡайтарһаҡ, телебеҙ тағы ла байыраҡ, моңлораҡ булып ҡалыр ине. Сит телдәге һүҙҙәрҙе өйрәнә алғас, үҙебеҙҙең лайыҡһыҙ онотолған һүҙҙәрҙе лә тергеҙә алырбыҙ, тип ышанам.

– Конкурс ниндәй этаптарҙан торасаҡ?

– “Шоңҡар” журналы редакцияһы үткәргән конкурстағы кеүек үк, беренсе этап интернетта, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге махсус төркөмдә алып барыласаҡ. Һәр теләгән кеше, нисә йәштә, кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, был этапта ҡатнаша ала.
Икенсе турҙы үҙебеҙ өҫтәнек, уның быға тиклем булғаны юҡ ине. Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм театр эшмәкәрҙәре берләшмәһе менән берлектә беренсе турҙа еңеп сыҡҡандарҙы Өфөлә йыйып, сәхнәлә тыңлап ҡарарға булдыҡ. Ғәҙел булһын өсөн, профессионалдарҙы һәм профессионал булмағандарҙы, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларын айырым-айырым баһалаясаҡбыҙ. Беренсе турҙа бер кеше тарафынан башҡарылған шиғырҙарҙың күләме сикләнмәһә, икенсе турға үтеүселәр икешәр шиғыр әҙерләйәсәк.

– Конкурста ҡатнашыусылар шағирҙың шиғырҙарын ғына башҡарырға тейешме?

– Юҡ, ҡатнашыусылар, Шәйехзада Бабичтың шиғри ижад емештәренән тыш, уның прозаһын да һөйләй ала: эссе, эпиграмма һ.б. Шулай уҡ башҡа шағирҙарҙың Бабичҡа арналған шиғырҙарын башҡарыу мөмкинлеге бар.
Беҙҙең ниәт – уҡытыусыларға ла ярҙам итеү. Балалар мәктәптә шиғыр ятлаған саҡта нисек дөрөҫ итеп сығыш яһарға тейеш, шуны аңлатыу. Икенсе турға үткәндәрҙе сәхнәгә сығыр алдынан йыйып, уларға оҫталыҡ мәктәбендә хаталарын, өҫтөнлөктәрен күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу ойоштороласаҡ.
Икенсе этапта еңеп сыҡҡан һүҙ оҫталары, бүләктәрҙән, Маҡтау ҡағыҙҙарынан тыш, декабрь айында композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың һәм Шәйехзада Бабичтың 120 йыллығына арнал­ған “Арҡаҙаштар” музыкаль-әҙәби кисәһендә сығыш яһау мөмкинлегенә лә эйә буласаҡ.

Конкурстың беренсе туры әлеге ваҡытта башланған, ул ошо йылдың 25 ноябренә тиклем дауам итәсәк. Ҡатнашырға теләүселәр булһа, https://vk.com/babich_konkurs һылтанмаһы ярҙамында конкурс барған төркөмдө эҙләп табырға мөмкин.

Миңзәлә АСҠАРОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!