RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Гәзиттән бүләк алыу – үҙе бәхет

25.04.2014 Гәзиттән бүләк алыу – үҙе бәхет

Гәзиттән бүләк алыу – үҙе бәхет12 балаға ғүмер биргән 70-те үткән Зәлифә Исҡужина ла, Аҡназар ауылында йәшәүсе Әлифә һәм Айса Юламановтар ҙа, «Йәшлек»тең һәр һанын яратып уҡыйбыҙ, ти
Әүҙем дә инде хәйбуллалар! Гәзитебеҙҙе алдырып ҡына ҡалмай, редакция уҙғарған конкурстарҙа ла дәррәү ҡатнашалар. “Йәшлек”-фараз” конкурсында ла бер түгел, ике уҡыусыбыҙ еңеү яулаһын әле! Күптән түгел еңеүселәргә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов әҙерләгән бүләктәрҙе – электр сәйнүген һәм үтекте тапшырып ҡайтыу бәхете тейҙе.

Башта шуны әйтер инем: район хакимиәте һәр ваҡыт журналистар­ға оло ярҙам күрһәтә, шылтыратыу­ҙы ла көтмәй, баҫма өсөн уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы темалар әҙерләп ҡуя, ул ғына түгел, етәкселәр ҙә халыҡ араһына сығып, беҙҙең менән бергә йөрөй, кешеләрҙең хәл-әхүәлен белешә. Был юлы ла хакимиәт башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина менән мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Роза Рәсембәтова ойоштороу эштәрен үҙ иңдәренә алып, еңеүселәребеҙгә килеүебеҙ хаҡында һөйөнсөләп тә ҡуйғайны.
Аҡъяр ауылында йәшәүсе бәхетле уҡыусыбыҙ Зәлифә Исҡужина – етмеште аша атлаған оло инәй – ихлас йылмайып ҡаршы алды.
– Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Гәзит-журналға ла яҙылмай ҡалғаным юҡ. Өмөт ҡанатландыра, тигәндәй, өсөнсөгә ҡатнаштым был бәйгелә, – тип түргә әйҙәне ул беҙҙе.
Лайыҡлы тормош юлы үткән, илебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән әсә булып сыҡты еңеүсебеҙ. Тормош иптәше менән 12 балаға ғүмер бүләк иткән. Бынан бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән Дамир Ғәлләметдин улы хеҙмәт юлын бригадир, колхоз рәйесе кеүек яуаплы һөнәрҙәргә арнаған.
– Йәшләй генә Аҡъегеткә килен булып төштөм. Ауылыбыҙға килә­сәк­һеҙ мөһөрө тағылғас, Урыҫбайға күстек. Бар ғүмеребеҙ шул ауылда үтте. Тормош иптәшем вафат булғас, балаларым Аҡъярға күсереп алды. Бөтә уңайлыҡтар бар, ҡалалағы кеүек торам, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Зәлифә Шаһыбал ҡыҙы.
Ҡыуанысы ла, йыуанысы ла булған балалары араһында төрлө һөнәр эйәләре – математиктар ҙа, фән кандидаттары ла, спорт мастеры, иҫәп-хисап өлкәһендә эшләүселәр ҙә бар. Үкенескә күрә, бала ҡайғылары ла күрергә тура килгән уға. 27 йәшендә генә вафат булған улы, милли көрәш буйынса донъя чемпионы Венер Исҡужинды белмәгән кеше һирәктер.
– Әсәйебеҙ тәбиғәте менән сабыр, тыныс холоҡло һәм намыҫлы кеше. Әҙәм балаһына ҡаты бәрелмәҫ, күп һөйләшмәҫ, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар. Ҡустымды юғалтыу ҡайғыһынан бына шул рухи көсө ярҙам иткәндер, – тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙы Гөлшат Дамир ҡыҙы. – Өҫтәүенә, ул бәйләү, тегеү, сигеү эштәренә лә оҫта, беҙҙе лә өйрәтте.
Гәзиттән бүләк алыу – үҙе бәхетЗәлифә Исҡужина “Йәшлек” гәзитен сыға башлағандың тәүге көндәренән алдыра икән. Оло булһам да, күңелем йәш минең, тип шаяртып алырға ла онотмай. Уның әйтеүенсә, һәр һанды республика һулышын тойор өсөн ҡулына алһа, ҡыҙғаныс яҙмыштарҙы һүрәтләгән яҙмаларҙы күҙ йәшһеҙ уҡый алмай икән. Баҫмабыҙҙа яҙыусы Ғәлим Хисамовтың тәржемәһендә донъя күргән Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо хаҡында мәҡәләне яратып уҡыған.
– “Йәшлек” хеҙмәткәрҙәренә сәләмдәремде еткерегеҙ, – тип оҙатып ҡалды тоғро дуҫыбыҙ.
Бүләктең икенсеһен тапшырыу маҡсатында райондың урман зонаһында урынлашҡан Аҡназарға юл алабыҙ. Хозур тәбиғәтле, бейек тауҙар араһында урынлашҡан ауыл ҙур түгел. Шуға күрә еңеүсене эҙләп табыуы ауыр булманы.
– Ана, күк ҡапҡалы йорт, – тип төртөп күрһәтте үҫмер йәшендәге малай.
Әлифә һәм Айса Юламанов­тарҙың икәүҙән-икәү генә донъя көтөп ятыуҙары. Өс малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Барыһы ла белем алып, башлы-күҙле булып, үҙ ғаиләһен ҡорған. Тыуған йорттарына юлды һыуытмай улар, аҙна һайын ҡайтып, ата-әсәләренең хәл-әхүәлен белеп тора. Ғаиләлә бер-береңде аңлау, ихтирам кеүек сифаттарҙың тәүге урын­ға ҡуйылыуы әңгәмәселәремдең йөҙөнә үк яҙылған.
– Ҡыҙҙар эҙләп ситкә йөрөмәнем, күрше ҡыҙҙы кәләш итеп алдым да ҡуйҙым, – ти, шаяртып, был хаҡта Айса ағай.
Әлеге ваҡытта Аҡназар ауылында 54 йорт иҫәпләнә. Уҡыусылар күрше Ғәлиәхмәт мәктәбенә йөрөп уҡый. Һуңғы йылдарҙа яңы йорттар төҙөлә башлаған, әммә уларҙың ситтән килеүсе башҡа милләт вәкилдәренеке булыуы бер аҙ һағайтып ҡуя.
Тантаналы рәүештә бүләгебеҙҙе тапшырғас, Әлифә апайҙан фаразы хаҡында ҡыҙыҡһынам.
– Үҙем 62-се йылдың 12 авгусында тыуғанмын. Шуға күрә, әйҙә, бер ҡыҙыҡ булһын әле, тип тыуған көнөмдөң һәм йылымдың һандарын яҙып ебәрҙем (12862), – ти ул. – Гәзитте яратып уҡыйбыҙ. Бигерәк тә республика ауылдарындағы яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра. Киләсәктә ауылдың көнүҙәк мәсьәләләрен яҡтыртҡан уҡымлы мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.
Ғаилә башлығы ваҡытында урындағы хужалыҡта эшләгән, бөгөн иһә фермер хужалығында тракторсы. Йүнсел ғаилә һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Йәй көндәре емеш-еләк йыйып һата, 50 – 60-лап ҡош-ҡорт аҫрай, бынан тыш, бер нисә аттары бар, һыйыр­ҙарының ағынан да файҙа күрәләр.
Бына шулай, кемдәрҙер гәзит-журналға яҙылыу өсөн ваҡыт тапмаһа, йә аҡсаһын йәлләһә, икенселәр иһә башҡорт баҫмаларын алдырып, күңелен рухи йәһәттән байыта, ул ғына ла түгел, гәзитебеҙҙең бүләктәрен дә алып ҡыуана.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл