RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Илүзәгә ҡарап күңел һөйөнә

04.04.2014 Илүзәгә ҡарап күңел һөйөнә

Илүзәгә ҡарап күңел һөйөнә«һылыуҡай – 2014» бәйгеһендә «Йәшлек» гәзитенең «Интернет гүзәле» еңеүсеһе Илүзә Йәғәфәрова “Һылыуҡай – 2014” республика гүзәллек конкурсы барышында “Йәшлек”тең интернет тауыш биреүендә еңеү яулаған Ғафури ҡыҙы Илүзә Йәғәфәрова сибәр генә түгел, ихлас күңелле һәм аҡыллы ла булып сыҡты. Красноусол башҡорт гимназияһының XI синыфында белем алған ҡыҙ конкурста ҡатнаш­ҡандарҙың барыһы кеүек үк сәхнәгә бәләкәй сағынан уҡ ғашиҡ. “Һылыуҡай”ҙа ҡатнашыу теләге лә шул осор­ҙа барлыҡҡа килде”, – ти Илүзә. 2012 йылда “Ғафури һылыуҡайы” конкурсында гран-при яулағандан һуң ҡанатланып, республика кимәлендә көс һынап ҡарарға баҙнат итә. Туғандары, дуҫтары уны тағы ла дәртләндерә, илһамландыра. Әйткәндәй, тап уларҙың ярҙамында гәзитебеҙҙең тауыш биреүендә еңеп сыҡҡан икән гүзәлебеҙ. Илүзә барыһына ла ҙур рәхмәтен һәм ихтирамын еткерә. Көсөргәнешле һынау ваҡытында яҡындарыңдың янда булыуы оло бәхет инде ул.
– Призлы урын яулай алмаһам да, бәйге һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен. Сөнки тәү сиратта үҙ-үҙемде еңә алыу ҡыуанысын кисерҙем. Конкурсҡа әҙерлек барышында тыштан ғына түгел, эстән дә нурлы, гүзәл булыр­ға өйрәттеләр, камиллыҡтың нигеҙен астылар. Минеңсә, матурлыҡ – имандан нурланған сифаттар шәлкеме. Иманлы кеше һәр ваҡыт матур, яҡты. Һәр кешелә бындай яҡтылыҡты табырға мөмкин. Минең сибәрлек эталоным юҡ, әммә күңелемә ятҡан бөтә кешенең яҡшы яҡтарын өйрәнергә, үҙләштерергә тырышам.
Гимназияның уҡыу алдынғыһы әлеге ваҡытта берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Мәктәпте тамамлағас, сәнғәт юлынан китмәксе.
Һылыуҡайға ҡайҙа барһа ла, сәскәләргә күмелһен, үҙе лә гөл кеүек тыуған илебеҙҙе нурлаһын, тип теләйек!

Миңзәлә АСҠАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!