RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.03.2014 Китмә, Таһир!

Китмә, Таһир!
– Китмә, Таһир... китмә, туҡта...
Был тауышта күпме аһ-зар.
Таһир китте... Мәңгелеккә...
– Китмә, дуҫым...
китмә, зин-һар-р!

Мәктәп алды. Раушания
Таһир менән килә йәнәш.
Артта быш-быш, сырҡ-сырҡ
көлөш:
– Ҡара, ҡара, кейәү-кәләш.
– Сәләм, братан, кил, кил
бында.
Алда балҡый таныш сырай.
“Наркобарон” үҙе килгән,
Әрһеҙләшеп бурыс һорай.
– Твоя девка как хороша,
Так повезло, друган, һиңә.
Бар бурысың кисерермен,
Ҡыҙыҡайҙы һыйла миңә.
– Раушания – уҡыусы ҡыҙ,
Бергә үҫтек бала саҡтан.
Бурыс минең үҙемдеке,
Уның өсөн ҡыҙҙы һатмам.
– Кәрәк икән, килтерерһең,
Әсәңде лә продашь, үләт.
Тап иртәгә бурыс килтер,
Ҡыҙ менән кил, унан түләт.
Аҡ күбәләк кеүек нәфис,
Раушания шундай матур.
Йондоҙ күҙҙәр балҡып китһә,
Күңелдәрҙә шатлыҡ артыр.
Сәскә кеүек матур ҡыҙға
Нәфсе һуҙа яуыз әҙәм:
– Мин булмаһам, бүтән берәү –
Барыбер ул булыр әрәм.
“Наркобарон” китте. Таһир
Хәл итмәҫлек хәлдә ҡалды.
Икәү ара талаш-тартыш
Туҡтаманы, йәндә ҡалды.
Был әрһеҙбай менән Таһир
Нисек, ҡайҙа, ниңә таныш?
Наркотиктар һатҡан иргә
Үҫмер егет еңел табыш.
Осраштылар улар күптән,
Дискотека барған ерҙә.
Таянысын, дуҫын тапты
Таһир бөгөн алсаҡ ирҙә.
Ҡыҙыҡ өсөн генә тиеп,
Аҡ төймәсек тәмләнеләр,
Уйнанылар, бейенеләр,
Арыу-талыу белмәнеләр.
Дуҫы янға тағы килде,
Кәйефтәр шәп таңға тиклем.
Энә ҡаҙау, трубка тартыу,
Дуҫтар арта, донъя иркен.
Унан китте еңел тормош,
Бик отошло кәрт уйыны.
Бер рәхәттең – мең михнәте,
Ломка бөкһә, иң ҡыйыны.
Ҡалтырана-ҡалтырана,
Доза эҙләп китә тағы.
“Наркобарон” – ата бесәй,
Бик шәп уның кәйеф яғы.
– Шулай-шулай, Таһир, братан.
Мин бит һиңә һәр саҡ кәрәк.
Бурысың да арта бара,
Дуҫ-ишкә мин – һынмаҫ терәк.
Аҡса бөттө. Ноутбукты
“Наркобарон” тартып алды.
Наркотиктар, наркотиктар –
Биләй хәҙер үҫмер аңды.
“Наркобарон” арттан ҡалмай,
Талап итә бурыс-түләм.
– Раушания. Ғәзиз әсәм.
Һеҙҙе һатмам, үлһәм – үләм.
– Таһир, давай, аҡса эшлә,
Тауар һатыу бара һүлпән.
Клиенттарҙы табыу ҡыйын,
Ылыҡтырып булмай күптән.
Мәктәбеңдә точка ас та,
Аҡса эшлә, давай, Таһир.
Үҙеңә лә өлөш сығыр,
Аҡмаһа ла, байтаҡ тамыр.
– Мәктәптәме? Дуҫтарғамы?
Һатырғамы аҡ үлемде?
Юҡ, юҡ, һатмам, әлегә мин
Юймағанмын аҡылымды.
– Ах ты, дурак, Таһир, дурак.
Һин үҙеңде күптән һаттың.
Ты раб, Таһир, минең ҡолом,
Һин – ишәгем, екке атым.
Өндәшмәне Таһир, китте,
Эскә йомоп бөтә серен.
Бер кемгә лә әйтмәне ул
Ғазаплаған ҡәһәр сирен.
Ул ғәйепле. Бөтә донъя
Ниҙер көтә кеүек унан,
Әсәй һиҙә: “Ауырыйһыңмы?
Йонсоп киттең, малайғынам”.
Сирен сисһә, яҡындары
Аңлап ҡабул итерҙәрме?
Юҡҡа-барға ышаныусан,
Эйәреүсән тиҫтерҙәре?
Улар йәшәй рәхәтлектә
Ата-әсә малы менән.
Малы юғы күкрәк кирә
Ата-әсә даны менән.
Етеш тормош иркәләре,
Ҡыҙыҡ өсөн, ҡул һелтәр ҙә,
Наркотикты тәмләп-татып,
Ҡапмаҫ­ тимә, ау-селтәргә.
Милиция, полиция,
Бармаҫ, юҡ, юҡ, төнөн һуң да.
– Ниңә, нисек, ҡайҙа? – тиеп
Төбәшеүҙәр китер унда.
Таһирҙың бер шаһиты юҡ
Дәлилләргә, иҫбатларға.
Тырышты ул, эй тырышты
Бирешмәҫкә, ныҡ атларға.
Аңлай Таһир, күптән аңлай:
Әҙәм үлмәй хәҙер астан,
Наркотиктар – ил афәте,
Ҡасып-боҫоп килә аҫтан.
– Һеҙҙе һатмам, – тине Таһир. –
Үлһәм – үләм... Үлһәм – үләм...
Эҙәрлекләү, бурыстарҙан,
Ҡотолормон, юлын беләм.
Үлһәм – үләм... Үлһәм – үләм...
Йәшәгәнсе имгәк булып.
Таһир китте... Ил афәтен
Яңғыҙ үҙе еңмәк булып.

Раушания үкһеп илай:
– Китмә... Үлмә... туҡта,
Таһи-ир!
Был ҡайғының эҙе булып
Маңлайына ятты тәү һыр.

Айһылыу ХӘСӘНОВА.
Әбйәлил районы,
Рысҡужа ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!