RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Һыу насосы – шәп бүләк!

28.02.2014 Һыу насосы – шәп бүләк!

Һыу насосы – шәп бүләк!Ул Белорет районының Сосновка ауылынан дүрт балалы Гөлназ һәм Данир Аҫылбаевтар ғаиләһенә тапшырылды
– Әле бер тапҡыр ҙа «Йәшлек»тең килгәне юҡ… – шулай тип ҡаршыланы беҙҙе «Йәшлек»-фараз» бәйгеһе еңеүсеһе – Белорет районының Сосновка ауылында йәшәүсе Гөлназ Аҫылбаева. Инде ике ай үтте, ә беҙҙең гәзит уҡыусы «Йәшлек»те ҡулына ла алмаған һаманғаса… Гөлназ Шамил ҡыҙы әйтеүенсә, бының сәбәбе – почтальондарҙың йыш алмашыныуы:
– Шулай ҙа хәл арыуланыр әле тип өмөтләнәм, барыбер гәзиткә йыл да яҙыласаҡмын.
Ул конкурста ла, мотлаҡ еңермен, тип ышанып ҡатнашҡан. Былтырғы тиражды ҡараған да, тағы биш йөҙ дананы ҡушып, фараз менән квитанцияны редакцияға ебәргән. Үҙҙәре йыл башынан гәзитте күрмәгәс, таныштары аша еңеүҙәре хаҡында белгән. Был яңылыҡты ишеткәс, тормош иптәше Данир Закир улы йүгереп барып, таныштарынан «Йәшлек»те алып килгән. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп мәҡәләне ҡат-ҡат уҡығандар, һөйөнгәндәр, инде бүләкте нисек итеп Өфөнән барып алырбыҙ икән, тип борсол­ғандар ҙа… Ә Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Марсель Йосоповтың бүләге үҙе килеп етте Сосновкаға, тип көлдө хужабикә, һыу насосын ҡулдарына тотторғас.
Гөлназ үҙе сығышы менән Бөрйән районының Кейекбай ауылынан. Өфө педколледжында белем алған, тыуған ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләргә лә өлгөргән. Сосновка егете Данир Закир улына кейәүгә сыҡҡас, улар Белорет райо­нына килеп төпләнгән. Матур, татыу ғаиләлә дүрт бала үҫә: Азалия һигеҙенсе синыфта уҡый, Айнур – икенселә, Динәгә биш йәш, ә Гүзәлгә – йәш тә туғыҙ ай! Былтыр күркәм йорт төҙөп сыҡҡандар, шуға тиклем йәш ғаиләгә кеше мөйөшөндә йәшәргә тура килгән.
– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – балаларҙың һаулығы, – ти Гөлназ Шамил ҡыҙы. – Уларҙың ҡыуанысы – беҙҙең шатлыҡ, уларға ҡыйын булһа – беҙгә икеләтә ауырыраҡ. Ятҡан-тор­ған һайын уларға бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ…
Бүләккә эләккән һыу насосы был ғаиләгә бик тә кәрәкле булып сыҡты! Сосновкала ҡайһы ваҡыт йәйгеһен колонкаларҙа һыу булмай, күршеләргә йөҙ һыуын түгеп барыр­ға тура килә. Ә хәҙер улар үҙҙәренең ихатаһы эсендә скважина ҡаҙҙыра ала. Ҡыуанысмы? Әлбиттә!
… Элекке йыл Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Ғәбиҙуллиндар ҙа «Йәшлек»-фараз»да еңеп, һыу насосы отҡайны. Улар һыу үткәргәс, вәғәҙәләрен үтәп, беҙҙе сәй эсергә саҡырҙы (инде Аҫҡарға барып етәһе генә ҡалды). Бына шулай итеп, «Йәшлек»-фараз» ярҙамында берәм-берәм булһа ла, тоғро дуҫтарыбыҙҙың һыу проблемаһы хәл ителә. Был конкурста әүҙем ҡатнашырға һәм оторға ғына кәрәк, дуҫтар!

Баныу Ҡаһарманова.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл