RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Башҡорт рухы йәшәй ҡанымда»

24.01.2014 «Башҡорт рухы йәшәй ҡанымда»

«Башҡорт рухы йәшәй ҡанымда»Рухи ҡиммәттәр, күңел матурлығы онотола барған заманда ихлас, күркәм сифаттарға эйә булған йәштәребеҙҙе осратыу һирәк күренеш. Шулай ҙа һәр яҡтан камиллыҡҡа ынтылған ул-ҡыҙҙарыбыҙ бар әле. Һеҙгә фотоһүрәттән яғымлы йылмайып ҡараған яҡын әхирәтем Эльвина Флүр ҡыҙы Шафиҡова – үҙендә аҫыл кешелек сифаттарын йөрөткән башҡорт һылыуҡайы.
Тәрән фекерле, тынғыһыҙ, туған йәнле ҡыҙ сығышы менән таланттар төбәге булған Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылынан. Кендек ҡаны тамған тыуған тупрағын уратып алған ҡайындарға һоҡланып, Дим йылғаһы, Ҡаран шишмәһе һыуын эсеп буй еткергән, арҙаҡлы Шафиҡовтар нәҫеленең ғорур ҡыҙ балаһы Эльвина зифа буй-һыны, ут сәсрәтеп торған үткер ҡарашы, халыҡ йыр-моңдарына тулы булмышы менән күптәрҙе һоҡландыра, егет-еләнде төн йоҡоларынан яҙҙыра.
«Тапанылармы? ТОР! Булмаймы? БУЛДЫР! Күҙ йәштәре? ҺӨРТ! Һыҙланаһыңмы? ТҮҘ! Булмаймы? ИҪБАТЛА! Һүҙһеҙ ҡалдыңмы? ӨНДӘШ! Рәнйенеңме? ОНОТ! Нисек итепме? НИСЕК ИТЕП БУЛҺА ЛА!..» Ғәҙеллеккә, мәрхәмәтлеккә, дөрөҫлөккә ынтылған рухташым был һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алған.
Әлеге көндә әхирәтем, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, журналистика өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. «Хәҙерге башҡорт повестарында заман проблемалары һәм замандаш образы» темаһын ғилми яҡтан өйрәнеп, үҙен фән өлкәһендә лә һынай.

Гүзәл ВӘЛИЕВА.
Белорет районы,
Абҙаҡ ауылы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл