RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Йәшлек» бүләге Марсҡа китте

20.11.2010 «Йәшлек» бүләге Марсҡа китте

Гәзитебеҙҙең 34-се һанында сыҡҡан сканворд­ҡа бөтәһе 23 яуап килде. Был ҡатмарлы башват­ҡысты сисеүҙә беренсе тапҡыр коллектив ҡатнашты. Ул – Ҡырмыҫҡалы районының «Даирә» гәзите редакцияһы.
Яуаптарҙы тикшереп сыҡҡас, беҙ ҡуйған паролдең йомаҡ икәненә күптәрҙең иғтибар итмәүе асыҡланды. Шунлыҡтан уға дөрөҫ яуап бирмәгәндәр. Йомаҡтың яуаптары араһында көҙ, йылан, йәйғор, сәс үреме кеүек һүҙҙәр ҙә осраны.
Әйтергә кәрәк, хатта Фәрит Рәмов, Сәлим Юлдашбаев кеүек корифейҙарыбыҙ ҙа паролгә иғтибарһыҙ булған. Рәсүл Ҡарабулатов беләҙек тағып йөрөргә яратҡанға күрә йомаҡты шуға арнағайныҡ.
Дөрөҫ яуапты ни бары дүрт кеше таба алған. Улар – сканворд конкурстарында даими ҡатнашыусы Гөлгөнә Хажина, Марс Хәйбуллин, Фидан Вәлишин. Шуныһы ҡыҙыҡ: был отҡор уҡыусыларыбыҙҙың өсөһө лә Әбйәлил районынан. Дүртенсе еңеүсебеҙ – Бөрйән районының Мораҙым ауылынан Таңатар Аҫылғужин.
Еңеүсегә Рәсүл Ҡарабулатов инселәгән шәп бүләк ошо дүртәүҙең кемеһе өлөшөнә сығыр? Уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, төп еңеүсене үҙебеҙсә лототрон ярҙамында билдәләргә ҡарар иттек. Ғәҙел булһын өсөн дүрт купонды яҙыулы яғын эскә ҡаратып төрҙөк тә, «Йәшлек»тең фирма бокалы эсенә һалып, коллегабыҙ, «Һәнәк» журналының бүлек мөдире Венер Исхаҡовтан бер генә купонды тартып сығарыуын үтендек. Венерҙың ҡотло ҡулына Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Марс Хәйбуллиндың купоны эләкте. Тимәк, Ҡарабулатовтың микротулҡынлы мейесе тап ошо уҡыусыбыҙға яҙған. Марс ағайҙың купонына ҡушып ебәргән хатындағы: «Хөрмәтле редакция! Гәзиттең 30 октябрь һанындағы сканвордты систек һәм уны һеҙгә ебәрәбеҙ. Тәүҙә «йондоҙло ғаилә»нең исемдәрен яҙғайныҡ, сканвордты сисеүгә ихлас тотондоҡ.
Һеҙгә беренсе мәртәбә хат яҙҙыҡ. Ноябрь айында 50 йәшем тула, шуға бәхетте һынап ҡарамаҡсы булдыҡ. Гәзитегеҙ бик оҡшай, почтальонды көтөп алабыҙ. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ», – тигән юлдарҙы уҡығас, уның күркәм ғүмер байрамына матур бүләк отоуына ихлас күңелдән һөйөндөк. Тоғро уҡыусыбыҙҙы юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ғаилә бәхете, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.
Сканвордтың ауыр булыуын иҫәпкә алып, ҡалған өс еңеүсебеҙгә редакцияның дәртләндереү бүләктәрен бирергә ҡарар иттек.
Еңеүселәрҙе нисек билдәләүебеҙҙе беҙҙең сайттан ҡарай алаһығыҙ.
Ғөмүмән, сканворд сисеүҙә ярышыусы дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Гәзитебеҙ биттәрендәге башватҡыстар һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙе үҙ-ара яҡынайтып ҡына ҡалмай, балаларығыҙҙа телебеҙгә, шәхестәребеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.
Киләһе йылда ла һәммәгеҙҙе лә береһенән-береһе ҡыҙыҡлы кроссворд-сканвордтар менән һөйөндөрәсәкбеҙ. Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында иң шәп башватҡыс төҙөүсегә конкурс та, башҡа ҡыҙыҡлы ярыштар ҙа иғлан итергә уйлайбыҙ. Һеҙ ҙә фекер туплай тороғоҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Бергә булайыҡ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл