RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Барыһын да һоҡландырған пар

20.09.2013 Барыһын да һоҡландырған пар

Барыһын да һоҡландырған парБыл фотолағы әбей менән бабай Ишбикә һәм Нуриян Абдразаҡовтар интернетта күптән инде танылған геройҙар — уларҙың шаян, йәштәрсә дәртле үбешеп ултырыуы йәше-ҡартында оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Күҙ асып йомғансы популярлашҡан һүрәт аҫтына күптәр “Ысын һөйөү тап ошондай булырға тейеш!”, “Бына ҡайҙа ул иң матур, ихлас пар!”, “Улар кеүек тиң ҡартайһаң ине!” тигән комментарийҙар яҙа.

Ҡарттарҙы май айында БЮТ журналисы Илдар Байбулатов 85 йәшлек юбилейҙарын һәм 65 йыл бергә татыу ғүмер итеүҙәренә арналған мәжлестә төшөргән. Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе парға ҡарап, күптәр һоҡланыу белдерҙе, хәҙерге йәштәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Ишбикә инәй менән Нуриян бабай­ҙы хатта Татарстанда баҫылған “Аҡсарлаҡ” шәхси гәзитенең хәбәрсеһе Зәйнәп Солошина эҙләп тапҡан һәм “Ишбикә әбей менән Нуриян бабайҙан мөхәббәт формулаһы” тигән интервью яҙған.
Ишбикә менән Нуриян беренсе кластан уҡ бер парта артында белем ала. Егеттең комбайнсылар курсын тамамлап һәм әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтыуын ҡыҙ һағынып көтөп ала. 1947 йылда йәштәр туй яһай. Бабай һөйләүенсә, ул саҡтағы туйҙар­ҙы бөгөнгөләр менән сағыштырырлыҡ та түгел. Шәкәр ҙә табып булмаған ауыр осорҙа табында ҡатыҡ менән икмәктән башҡа һый булмай. Шулай ҙа бер ҡунаҡ та ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй. Ә хәҙер күпме аҡса түгеп, бар донъяны шаулатып ресторандарҙа өйләнешәләр, тик ярты йыл йәшәйҙәрме-юҡмы, айырылыу яғын ҡарайҙар. Ҡарттарҙың оҙаҡ ваҡыт татыу һәм тиң йәшәүенең сере – бер-береңә юл ҡуйыу һәм хөрмәт итеү. Береһе асыулан­ған мәлдә икенсеһе бер ҡасан да ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйтмәгән. “Эйе, һин хаҡлы, ғәфү ит”, – тип эйелгән баш шунда уҡ ярһыусыны тынысландыра, мөхәббәт тойғолары хаким иткән ерҙә ғорурлыҡҡа урын юҡ, бер-берең алдында баш эйеп кенә йәшәргә кәрәк.
Абдразаҡовтарҙы яҡын тирәлә тормош һөйөүсән, шуҡ, йор һүҙле кешеләр тип беләләр.
– Бер-беребеҙ менән 65 йыл буйына шаярышып йәшәйбеҙ. Хәләлемде үпмәй ҡалған бер көнөм дә юҡ. Иҫәпләп сығар­һаң, 65 йыл эсендә яҡынса 24 мең көн. Көнөнә бер тапҡыр үпкәнмен тип һанағанда ла, мин әбейемде кәм тигәндә 24 мең тапҡыр үпкәнмен. Был бәхет түгелме ни? – ти Нуриян бабай.
“Әбей менән бабайҙың ҡолаҡтары насар ишетһә лә, йәшәүгә дәрттәре һүнмәгән, гөрләтеп донъя көтөп яталар. Уларға күҙ теймәһен, иҫәнлек-һаулыҡ һәм тағы ла бәхетлерәк ҡартлыҡ теләйем”, – тип һоҡланыуын белдерә хәбәрсе.

Л. ТАШБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!