RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Тетрәндерҙе, уйға һалды…

23.08.2013 Тетрәндерҙе, уйға һалды…

 Тетрәндерҙе, уйға һалды…Йәш автор Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған повесында бер балалар йортоноң ғына проблемаларын сағылдырып ҡалмай, тотош йәмғиәттең дә «ауырыу» икәнлеген күрһәтә алған
«Беҙҙең атайҙан да шәп кеше юҡтыр ул донъяла. Берәүгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, әрләшеп, талашып та бармай. Уның менән бергәләшеп өйгә эште эшләйбеҙ. Йәй еттеме, атайыбыҙ менән урмандан ҡайтмайбыҙ. Ул бәшмәген йыябыҙ, туйғансы еләген ашайбыҙ, биҙрә-биҙрә көртмәлеһен алып ҡайтабыҙ. Хатта бер саҡ атай беҙгә боландарҙы ла күрһәтте.
Бынан дүрт йыл элек әсәйебеҙ мәрхүмә булды. Атайым ете бала менән тороп ҡалды. «Балаларыңды хөкүмәткә тапшыр, ә үҙең яңынан ҡатын ал. Былайтып үҙеңде бөтөрмә, Ғиззәт, самый йәшәй торған мәлең бит әле!» – тиеүселәр ҙә булғыланы.
«Быларҙы аяҡҡа баҫтыра алмаясаҡһың, әйҙә детдомға бир», – тинеләр. Әммә атай уларҙы тыңламаны. Килеүсе­ләргә яуабы ҡаты ине:
– Балаларҙы кеше ҡулына бирер өсөн тыуҙырманыҡ. Үҙем иҫән-һау саҡта уларҙың башынан бер сәсе лә төшмәйәсәк!” – шулай башланып китә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған повесы.

Тәүҙән үк шуны әйтке килә – әҫәрҙең уңышының нигеҙе лә ошо башланғыста. Ҡайһы бер әҫәрҙәр һымаҡ унда 3 – 4 бит буйы ҡояш та сыҡмай, ел дә иҫмәй, болот ҡуйырып, ямғыр ҙа яумай. Шундуҡ эсе­нә алып инеп китә лә, бөтә иғтибарыңды һурып, үҙенән ебәрмәй: өҫтәл артына ултырһаң да китап ҡулыңдан төшмәй, эшеңде ҡалдырып, айырылып булмай аҙапланаһың.
Юҡ, был һүҙҙәр йәш дуҫым алдында сөсөләнеү йәки уның ижад һуҡмағы башында уҡ юхалап, маҡтап, маһайтыу түгел. Был – шәхси фекер, ул – күптәр әйтергә теләгән һүҙҙәр.
Әгәр Айгиз тәүге юлынан уҡ әсәһе тураһында, уның фанилыҡтан китеүе хаҡында яҙһа, бәлки, әйтәһе һүҙҙәрен баштан уҡ әйтеп бөтөр ине лә, әҫәрҙең бик күп битенә күҙ йөрөтөп кенә китер инең. Ә атаһын, уның балалары менән хушлашҡан, бәхилләшкән арауыҡтағы аҙ ғына ваҡытта тасуирлауы уҡыусы алдында повестың артабанғы юлдарында яҙыл­ған һорауҙы ҡуя, әҫәрҙең бер һүҙен, юлын да ҡалдырмайынса уҡырға мәжбүр итә: «Их, балаҡай­ҙар. Бигерәк бәләкәйҙәр шул… Ни алып ҡалырға яҡын туғандары юҡ» Ирекһеҙҙән, һорау тыуа: ысынлап та, ни көтә үкһеҙ етем ҡалған был сабыйҙарҙы? Тормоштоң әсе еле төрлөһөн төрлө яҡҡа таратып, бер-береһен күрергә лә зар-интизар булмаҫтармы? Һорауҙар, һорау­ҙар…
Артабан автор ошо һорауҙарҙы яйлап ҡына сисә, яуабын табып, уҡыусыға еткерә бара. Дөрө­ҫө­рәге, яуапты уның менән бергә эҙләй: геройҙары ҡыуанһа – шатландыра, ҡайғырһалар – ҡайғырта, ғәҙелһеҙлеккә дусар булһалар – әсендерә, күңелде һыҡрата. Иң мөһиме – уйландыра: әҫәрҙәге Ильяс һымаҡ малайҙар тирә-яғыбыҙҙа күпме? Күкрәк сабыйҙары, балалар йорттары тулы, рәсми һәм рәсми булмаған һандарға күҙ һалһаң, сәстәр үрә торорлоҡ – ғаиләләренән сығып китергә мәжбүр булыусы, урам буйында ҡалыусылар хатта Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы кимәлде лә уҙып китә. Ни көтә артабан улар­ҙы? Ошо балалар йөҙөндә киләсәге сағылған Рәсәйҙе алда ни көтә? Повесты уҡып уйланған кешегә уйы ла, фекерләй алғандарға фекере лә етерлек. Барыһын йыйып, еренә еткереп һалған әҫәренә Айгиз.
Балалар йортона урынлаш­тырыл­ған Ильяс Мөхәмәтов, бер уйлаһаң, дәүләт ҡурсауына, ата-әсәһен алмаштырырға тейешле тәрбиәселәр ҡарамағына бирелә. Ләкин бындағы эске тәртип, сабый­ҙарға булған ҡараш, тәртип-тәртип­һеҙлектәр барыһы ла бала теләгәнсә генә булмай икән шул. Ҡайһы саҡ яҙмыштар һынала.
Алдан уҡ шуны әйтергә теләйем, Айгиздең әҫәренән өҙөктәр баҫыла башлағас та, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылды. Сөнки үҙе тәрбиәләнгән Сермән балалар йортон яҙған, фәлән дә фәсмәтән. Эйе, ул башҡа авторҙар һымаҡ бындағы хәлдәрҙе ишетеп кенә тасуирламаған. Үкһеҙ етем ҡалған Айгиздең яҙмышы китапта һөйләнелгән ваҡиғалар эсендә ҡайнай, бала сағы яҡшылыҡҡа ла, яманлыҡҡа ла мансылған балалар йортона бәйләнгән. Күпмелер сюжет үҙ башынан кисергәндәр менән дә бәйле. Ләкин «Ҡалдырма, әсәй!» повесы иң тәүҙә художестволы әҫәр, ә документаль түгел. Геройҙың уй-хистәрен, һөйләүен беренсе заттан биреүе бер аҙ автор үҙе, тәрбиәселәре тураһында яҙғандыр, тигән уйға килтерә һымаҡ. Йәшерен-батырыны юҡ, шуға ла үсегеүселәр булғандыр. Ләкин, тағы һыҙыҡ өҫтөнә алам, әҫәр – художестволы. Ә үҙ исеменән яҙыуы, дөрөҫөрәге, малай күҙлегенән сығып уйлауы, фекерләүе, донъяны сабыйҙарса ҡабул итеүе повесты тағы ла уҡымлы итә. Беҙҙе, өлкәндәрҙе, балалар күҙлегенән миһырбан-миһырбанһыҙлыҡҡа, изгелек, яҡшылыҡ-насарлыҡҡа ҡарарға саҡыра. Әҫәр буйынса кешелектең ҡара-ҡаршы булмышына «төртөп» күрһәтә бара.
Маҡсатым китапты тулыһынса һөйләп сығыу түгел, әҫәр тураһында әле күп яҙырҙар, һөйләрҙәр. Дауамын һорарҙар. Шулай ҙа тетрәндергес бер нисә генә күренештән өҙөк килтерге килә.
«…Һеҙ берәй ҡасан боҙҙа ялан аяҡ көйөнсә атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй инде ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт… Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным боҙло ергә ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабан һәр аҙымымдан эҙ ҡала ине…»
Тетрәндерҙеме? Эйе. Бала табандары аша ғына ауыртыу тоймай, күңеле ҡанһырай уның: яҡлар кешеһе юҡ, үҙен ғәҙелһеҙлек алдында көсһөҙ тоя… Ошоларҙың барыһы тынын быуа, хәлһеҙ итә. Ахыр сиктә, ҡарға йығыла…
“– Берәй ереңде ауырттырҙыңмы, балаҡайым?
– Әсәй! Әсәкәйем! Мин һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын.
– Тыныслан, күгәрсенкәйем. Үҙем дә һеҙҙең янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам, берәүҙән дә ауыр һүҙ әйттермәҫ инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым? Аяғың ауыртмаймы, улым?
– Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан ялан аяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо.
– Һин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяғын өшөтмәйем, тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым…”
Бәләкәй генә эпизод. Үҙен малай­ҙар араһында күҙ ҙә ҡаш итеп тойған һонтор Даян тиҙ арала директорҙың ышанысына инеп ала. Уныһы иһә башҡаларҙан көслө үҫмерҙе «тәртип нығытыу» өсөн тота. Арҡаланыр кешеһе булғас, ул һәм ике әшнәһе «һабаҡ уҡытырға» тотона. Билдәле «эш»те иң тәү баш бирмәҫ Ильяс һымаҡ малайҙан башлайҙар. Ниңә бүтәндәрҙе ҡыйырһытмаҫҡа, «рөхсәт» бар, әйҙә, башыңа ниндәй этлек килә, ҡотор ҙа ҡотор. Директор һынлы директорға кем һүҙ әйтһен, хатта ғәҙел, балаларға ҡарата мәрхәмәтле Флүрә апайҙары ла бер эш тә ҡыла алмай.
Айгиз был юл менән көслөрәк­тәр­ҙең баш-баштаҡлығынан да бигерәк, системаның, ғөмүмән, дөйөм балалар йортонда ниндәй­ҙер кимәлдә хөкөм һөргән системаны фаш итә (армиялағы «дедовщина» һымаҡ). Уйлап ҡараһаң, бөгөнгө балалар йортонда 80 процентҡа саҡлы ата-әсәле сабый, рәсми тел менән әйткәндә, социаль етем тәрбиәләнә, тип иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһенә аноним анкета таратып, өйҙәрегеҙгә ҡайтырға теләр инегеҙме, тигән һорау бир, иманым камил, күптәре «эйе» тиер ине. Эскән, балаларын ҡарамаған әсәләре эргәһенә ҡайтырға теләктән түгел был, нәҡ ошо системанан ысҡынырға теләүенән. Ошоларҙы аяныс, ғибрәтле күренештәр аша автор уҡыусыға еткерә, уның иғтибарын аҙға ғына булһа ла йәмғиәтебеҙҙе солғаған кәмселек-етешһеҙлектәргә йүнәлтә алған.
«Теге ҡыҙ етеҙ генә алып килде лә, бысраҡ биҙрәне бүлмә уртаһына ултыртты.
– Ҡулығыҙҙа нимә бар, ошо биҙрәгә ташлағыҙ! – Быны ишеткәс, балалар бер-береһенә ҡарашты. Ҡоймаҡты күптәре онотҡанда бер күрә. Кемдер хатта уны берҙе тешләп, тәмен татып та өлгөргән.
– Апай, тағы берҙе тешләһәм буламы? – тине кемдер арабыҙҙан.
– Никаких! Хәҙер үк ташлағыҙ. Беренсенән, санэпидемстанция ундай аҙыҡты ашарға ҡушмай. Икенсенән, бүтән Флүрәнең ҡулынан берәй нәмә алып ҡарағыҙ әле!
Кемдер илап та ебәрҙе. Ашай ғына башлаған ҡоймағын да, кәнфиттәрҙе лә биҙрәгә ташлап, күңелдәре төшөп, бүлмәнән сығып киттеләр».
Балаларға иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта сабыйҙар уны яратҡан өсөн тәрбиәсе-педагог Флүрәне күрә алмайҙар. Бигерәк тә «няня» Рәйфә. Түрәләргә ярарға була ул күстәнәстәрен дә «помой» биҙрәһенә ташлата. Бында Айгиз икенсеһенең балаларҙы яратмауын ғына яҙып, ундай кешеләрҙең тәрбиәсе булып эшләмәҫкә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып ҡына ҡалмай. Хатта ризыҡты ла һанламауын киҫкен һүрәтләмә аша күрһәтә алған. Ғөмүмән, һәр күренеш аша автор бер балалар йортоноң ғына проблемаларын сағылдырып ҡалмай, тотош йәмғиәттең дә «ауырыу» икәнлеген, кешегә ҡарата иғтибарһыҙлыҡтың, хөрмәттең юғала барыуын күрһәтә алған.
Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡал­дырма, әсәй!» повесы айырым китап булып баҫылып сыҡҡас, ай эсендә һатылып, таралып бөттө. Ҡалғаны аңлашыла торғандыр – уның әҫәре үҙ уҡыусыһын тапты, уҡыусы уны тейешенсә баһаланы. Йәш, дәрте ташып торған сағында авторҙың ижадына ла баһа бирелер, тип ышанғы килә…

Рәлис УРАҘҒОЛОВ,
Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, республика журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл