RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.08.2013 Тиҙҙән финал башлана

Тиҙҙән финал башланаТарих төпкөлдәрен байҡағанда, палеозой эраһында Башҡортостан урынында океан йәйрәп ятҡан, ә әлеге шихандар, фаразлауҙарынса, риф массалары булған. 300 миллион йыллыҡ шихандарҙа һаман да ҡатып ҡалған диңгеҙ үҫемлектәрен, мәрйендәр, энә терпелеләрҙе табырға була. Шуға күрә шихандар уникаль геология һәйкәле тип иҫәпләнә, ә халҡыбыҙ өсөн айырым мәғәнәгә эйә. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Торатау (диңгеҙ кимәленән 406 метрға олғашҡан) – элек-электән юрматыларҙың изге урыны, йыйын ере тип һанал­ған. Йөрәктау (338 метр) – нигеҙенең төньяҡ битләүендәге шишмәләре һәм тау аҫтындағы Муҡша күле менән дан алған. Ҡуштау (357 метр), иһә ике ҡуш һырт формаһында төньяҡтан көньяҡҡа һуҙыл­ған, көнсығышта “Ҡуштау” тау саңғыһы комплексы бар. Тик бына дүртенсе шихан – Шахтауҙан бер ни ҙә ҡалмаған тиергә була – урындағы сәнәғәт гиганты тауҙы эшкәртеп бөткән. Бөгөн был урында тау нигеҙе ҡалдыҡтары һәм геология музейы. Бөтә донъя буйлап ғалимдар аяҡ аҫтында ятҡан палеонтологик ҡомартҡылар­ҙы өйрәнеп ҡалырға ҡабалана, сөнки ҡалған шихандарҙың да юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар…
Башҡортостандың визит карточкаһы – Салауат Юлаев һәйкәле – Европала иң бейек атлы статуя. Бронза суйынынан 40 тонналыҡ һәйкәлгә скульптор Сос­ланбәк Тавасиев 30 йыл ғүмерен бағышлай һәм юғары кимәлдә башҡарылған хеҙмәте өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Был үрҙәге ике – тәбиғәт һәм скульптура ҡомартҡыһы “Рә­сәй – 10” конкурсында ҡатнаша. Барыһы 80 ҡомартҡы араһында 31 августа иң күп тауыш йыйған тәүге 30 һәйкәл финалға сығасаҡ. Әлегә шихандар – 35-се, ә Салауат Юлаев һәйкәле 49-сы урында бара.
Был бәйгегә битараф булмағандар http://10russia.ru/ сайтында тауыш бирә ала. Тағы ла кеҫә телефонын да ҡулланырға мөмкин – 1880 номерына шихандар өсөн 12 12 12, ә һәйкәлгә 13 13 13 йөкмәткеле смс хәбәр ебәрегеҙ. Иғти­бар: һан­дар­ҙың араһында бушлыҡ ҡалдырырға онотмағыҙ! Смс хаҡы ни бары 3,54 һум, 1 хәбәр өс та­уыш­ҡа тиң. Барыһын да берләшергә саҡырабыҙ, сөнки һәйкәлдең иң күп тауыш йыйыуы республиканың данын арттыр­һа, шихандарҙың еңеүе был уникаль тауҙарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк!

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!