RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

16.08.2013 һин кешеме?

һин кешеме?Бөгөнгө замандың аңлайышһыҙ тиҙлегенә күнегеп бөткәнбеҙ. Ниндәй яңылыҡ күрһәк тә, ишет­һәк тә, артыҡ әһәмиәт биреп бармайбыҙ. Йә бөтөнләй битараф ҡалабыҙ. Йә, шуның нимәһе бар, унан да хәтәрерәгенә шаһит булған бар, йәнәһе. Ә кемдер был үҙгәрештәр арҡылы кеҫәһен байытып ҡала. Сөнки кешенең бөгөн бер-береһен тауар урынына файҙаланыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Ябай халыҡты уйлап биреүсе юҡ. Алданамы ул, ыҙаланамы, юғалтыуҙар кисереп, ҡайғырамы – ундайҙар өсөн барыбер. Быға тиклем ҡолаҡҡа ятмаған афәт, ауырыуҙар, төрлө акция, санкциялар бына шулай тыуа...

Алмас Шаммасовтың «Яңынан тыуыу» тигән китабын уҡып сыҡҡандан һуң күңелде шуның кеүек бор­соу­лы ауыр уйҙар биләне. Бер тынала уҡып сыҡтым, тип әйтә алмайым. Сөнки һәр бер шиғырҙы уйлап еткерергә, ҡайһы бер строфаларын ҡат-ҡат күҙҙән үткәрергә кәрәк. Авторҙы яҡындан белгәндәргә мәғлүмдер, ул ординар фекер йөрөтөүсе кеше түгел. Белем кимәле лә бик юғары, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере бар. һәм был фекер, һис шикһеҙ, алдын­ғы, һәр саҡ яңыса ҡараш менән әйтеп бирә. Ундайҙар менән күптәр килешә алмай. Ниңә тигәндә, беҙ өҫтә әйтелгән күнегелгән тормошҡа ҡәнәғәт булып йәшәп тик ятабыҙ.
«Яңынан тыуыу» – Алмастың икенсе китабы. Тәүгеһе – «Әсәй миңә ғүмер асҡан» исемлеһе – мәктәп, студент йылдарында яҙылған ши­ғыр­ҙар­ҙан торһа, был китабы – өлгөрөп еткән шәхестең ижад емеше. Ни өсөн былай тип әйтәм, сөнки беренсе китабында автор күберәк абстракт, дөйөм төшөнсәләр менән ма­уы­ғыңҡыраған. Әлбиттә, бөтә әҙиптәр ҙә ижади юлын шулай башлап киткәндер. Ә «Яңынан тыуыу»ҙа Алмас төплө ерлеккә, ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән шиғырҙар менән эш итә. Был аңлашыла ла. Башында аҡылы булған, иле, халҡы өсөн битараф ҡалмаған кешенең әйтер һүҙе бар. «Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул» тигән әйтемде тулыһынса үҙ миҫалы менән раҫлай автор, һәм уға ышанаһың, сөнки һәр шиғыры үҙе белгән, үҙе тойған-кисергәндән тыуған.
Шул уҡ ваҡытта Алмас Шам­масовты ил гражданы ғына итеп түгел, планета гражданы итеп күрәм. «Куба», «Че», «Ҡушма Штаттар», «Йәшәү өсөн» исемле шиғырҙары ошо турала һөйләй. Мәҫәлән, ул Муса Йәлилде Че Гевара менән бер рәткә ҡуя. Быға тиклем кем былай тип әйтергә баҙнат итте?
Йәш шағир – тулы мәғәнәлә философ. Китапты тышлығына ҡарап һайламайҙар, тиһәләр ҙә, күп осраҡта беҙ тәүҙә нәҡ тышына күҙ һалабыҙ шул. Ә әлеге китапты ҡулға алғас та тышлыҡтың артындағы яҙыуға иғтибар итәһең, «һәр көн яңынан тыу! Йәшә, туҡтама!» Көслө кешенең көс бирерлек ихлас теләге. Ҡыҙыҡ, үҙем дә тап шундай уйҙа. Бер-беребеҙҙән айырым рәүештә бер үк фекерҙе яҙып сығыуыбыҙ минең өсөн сәйер бер асыш булды. Алмас донъя, кеше, Ер ғүмере, тормош мәғәнәһе хаҡында етди, фәнни яҡтан уйлана. Әйтергә кәрәк, уның атеистик ҡарашта булыуы ла шунан киләлер.
Философтарҙы аңлауы ҡыйын, һирәктәр генә айышына төшөнә. Күптәр шуға яҙғандарын уҡып та маташмай. Урамда берәйһен туҡтатып, фәлән философтың фәлән трактатына ҡарата үҙ фекерен әйтеүен һораһаң, ул хатта был хеҙмәт хаҡында тәүгә ишетәсәк. Йәшермәйем, «Анти­мөхәббәт» тигән шиғырҙы уҡығас, нимә хаҡында һүҙ барғанын аңламай оҙаҡ ултыр­ҙым. Бер нисә тапҡыр уҡып сыҡҡас ҡына изгелектән күңел ҡайтыу аша кире тойғолар тыуыуы ихтималлығы тураһында һүҙ барғанына төшөнә алдым. һәр уҡыған һайын да үҙеңә нимәлер асаһың. Ысын ижад емешенең бөйөклөгө ла шунда бит ул. Ә «Битарафлыҡ» шиғыры бер нисек тә битараф ҡалдыра алманы. Һеҙгә нисектер, уҡыусылар, мин, мәҫәлән, шиғыр уҡығанда, лирик геройҙы үҙем итеп ҡуям, үҙем уй йөрөткәндәй ҡабул итәм. Шиғыр ныҡ әсен­дер­ҙе. Тимәк, автор дөйөм фекерҙе әйтеп бирә алған. Бер кем дә тыныс ҡала алмаҫ, моғайын, был шиғырҙы уҡығандан һуң.
Мөхәббәт тураһында яҙмаған бер шағир ҙа юҡ ул донъяла. Мөхәббәт лирикаһында ла Алмас нәҡ үҙенең генә йөҙөн һаҡлап ҡала. Уның лирик геройы Мәжнүн кеүек һөйөүенән башы әйләнеп, һағышынан илереп, баштан-аяҡ ғишыҡ утына инмәй, һаҡ ҡылана, аҡылын юймай, һәр нәмәгә дөрөҫ баһа бирә белә. Шул уҡ ваҡытта бер ҙә башҡаларҙан кәм яратмай үҙенең йәрен, һис тә уға башҡалар­ҙан кәм ҡәҙер һәм ихтирам бүләк итмәй. Мөхәббәт шиғыр­ҙарынан бигерәк тә «һөйөү инеше» исемле шиғыр күңелгә уйылып ҡалды.
Һинһеҙ бер ҙә йәшәмәнем кеүек,
Беләмен дә кеүек мәңгелек.
Һине хыялымда ғына үреп,
Яратҡайным бынан күпкә элек.
Ниндәй теүәллек, ниндәй тәрәнлек был строфала!.. Йөрәктәрендә ысын мөхәббәт йөрөткән кешеләр­ҙең бөтәһе лә шағир менән килешер, һәр кем әйтерҙе ошо дүрт юллыҡҡа һыйҙырған да ҡуйған. Юҡ, башҡа шиғырҙары ла һис тә ҡайтыш түгел Алмастың, ләкин һәр кемдең үҙе генә яратҡан емеше була. Ижадта ла нәҡ шулай. Йәйгеһен тәүге еләкте ауыҙға ҡапҡандай булдым беренсе ҡат уҡығанда был шиғырҙы. Мөхәббәт лирикаһының айырым бер юлдары нескә ҡылдарҙы сиртеп кенә тора: «ҡулдар әңгәмәһе», «ҡыймаҫ ирендәр», «йөрәк диңгеҙе», «ике йөрәк йырлай бер йырҙы»...
Яратҡан кешеләренә, ҡәҙерле еренә, бөйөк шәхестәргә арнал­ған шиғырҙарын уҡып («Әсәйемә», «Атайыма», «Беҙ – гөлдәрең», «Йөҙ ҙә утыҙ алтым» кеүек шиғырҙар), Алмастың киң күңелле, изге васыят­ҡа ихтирамлы, оло йөрәкле икәнен аңлайһың. Тирә-яҡта булып торған хәл-ваҡиғаларға битараф ҡала алмай. Бында ла ул интернационалист булып килеп баҫа. Быуындар алмашыныуының сылбырын, заманалар үҙгәрешен ҡалай оҫта тотоп ала белә! Сарказм, аллегориялар аша йәштәрҙең, рәхәтлеккә сыҙай ал­май, боҙолоп барыуына ишаралай. «Балаҫ ҡаға бер ҡарт», «Ҡолон», «Кисәге батшаға», «Ватыҡ көҙгө», «Өсәү», «Ейән» һымаҡ шиғырҙарын уҡыйһың да, туҡта әле, ваҡыт үтер, мин дә бит ҡасандыр ҡартайырмын, тип уйлап ҡуяһың. һәм шул сағында атай-әсәйгә, ололарға ярҙам итке килә. Ғөмүмән, киләсәктә үкенмәҫ өсөн бөгөн үк һәр аҙымды үлсәп баҫырға кәрәк, тигән һығымта яһай­һың.
«Яңынан тыуыу» китабында мине иң ныҡ тетрәндергәне дүрт юллыҡ шиғырҙар булғандыр, моғайын. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Алмас Шаммасовтың шиғырҙары – публицистик шиғырҙар. Уларҙа туранан- тура уҡыусыға мөрәжәғәт итеү бар. Кемгә нисектер, миңә бындай алым артыҡ оҡшап та етмәй кеүек. Былай ҙа тормошта әле бынан, әле тегенән, шуны эшлә, шулай эшлә, юҡ, дөрөҫ түгел, быны эшлә, икенсе берәү, былай эшлә, тип аҡыл өйрәтеп кенә торалар. Бына шул ҡыҫа бигерәк тә. Ҡайһы саҡта тын алыуы ла ауырлашып китә. Киләсәктә йәш шағирға бына ошо алымдан ҡотолорға кәңәш итер инем. Бөгөн, тиҙлек заманында, беҙгә артыҡ оҙон һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй. Фекерҙе ҡыҫҡа ғына, әммә тос йөкмәткеле итеп әйтә белеү зарур. Ә Алмастың дүрт юллыҡтары ошо миссияны теп-теүәл үтәй ҙә ҡуя. Китаптың һуңғы битенә еткәс, их, бына шундай дүрт юллыҡтар күберәк булһын ине, тип уйлап ҡуяһың. Ысын оҫталыҡ – кескәй генә жанр эсенә романға торошло фекер һыйҙыра алыу.
Кем һине нығыраҡ ярата?
Көҙгөңмө? Ундағы үҙеңме?
Бахыр. Күпме ҡарама,
Тапмаҫһың ысын йөҙөңдө...
Ысын йөҙөн битлек аҫтына йәшереп йөрөгәндәрҙән ҡалай йәтеш көлөү. Үҙенән башҡа бер кемде лә уйлап бирмәгәндәр, әлбиттә, был шиғырҙы уҡып та тормайҙыр, шуға үҙ йөҙө хаҡында уйлап та бирмәҫтер. Ләкин уҡығандар өсөн был юлдар оло ишара. Алмастың фекер-ҡарашы офоғоноң ниндәй киң икәнен белергә теләүселәргә тәү сиратта уның тап дүрт юллыҡтар уҡып ҡарар­ға тәҡдим итәм.
Күптәр традицион жанрҙар яҡлы. Ритм-рифма төҙөклөгөнә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Ә кемдер шул ҡалыптан ситкә тайпылһа, уны шунда уҡ, жанр менән эш итә белмәй, юҡ, ул шағир түгел, тип ғәйепләй баш­лай­ҙар. Мин дә тәүҙә Алмастың шиғырҙарын уҡып, аптырап ҡуйғайным. Икенсе строфа беренсеһенә ритмы менән бөтөнләй тап килмәй ҙә баһа. Ә шулай ҙа шиғырҙарҙың был юҫыҡта үҫешеүе бер ҙә осраҡлы түгел икәнен төшөнәһең. Эмоция­ларҙы нисек тояһың, шул килеш әйтеп биреү пафосты көсәйтеү өсөн эшләнә. Һәм тулыһынса үҙҙәрен раҫлай улар. Әгәр ҙә теүәл ритмда яҙылған булһа, уларҙы тигеҙ һулыш менән генә уҡып сығылыр ине. Ә былай исмаһам шиғырҙар күңелде һиҫкәндерә һәм шул рәүешле иҫтә ҡала. Тимәк, үҙҙәренән һуң ниндәйҙер бер ҡылыҡҡа этәргес булып торалар. Ижади кеше ниңә ижад итә? Әҫәре менән таныш­ҡандан һуң, әҙәм балаһы дөрөҫ һығымта яһап, матурлыҡты арттырыуға көс һалыр­ға тейеш.
һүҙемдең ахырында Алмас Шаммасовтың иң оҡшаған шиғыры тураһында әйтеп үткем килә. Дуҫтар, «Мин кешеме?» тигән шиғырҙы мотлаҡ уҡығыҙ! Инде мин көн дә үҙемә: «Мин кешеме?» – тигән һорау бирәм. Бына ошо һорау мине дөрөҫ юлдан алып бара. һәр хәлдә, шуға ышан­ғым килә.

Фәиз ХАРРАСОВ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл