RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Күңелдәргә үтеп инде “Урал моңо” йырҙары

29.05.2012 Күңелдәргә үтеп инде “Урал моңо” йырҙары

Күңелдәргә үтеп инде “Урал моңо” йырҙары
Үткән аҙна баш ҡала тормошо бик күңелле мәҙәни сараларға бай булды. Башҡортостан ти­рә-яҡтан талантлы йырсыларҙы йыйҙы. Шәмбе­лә Салауат Юлаев май­ҙанында Рәсәй эстра­да­һының билдәле йырсыһы София Ротару сығыш яһа­һа, ә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Урал моңо” халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты үтте. Рәсәйҙең төрлө тө­бәктәренән һәм сит ил­дәр­ҙән килгән төрки тел­ле йәш йырсылар беҙ­ҙе өс көн буйы үҙҙәренең сығыштары менән һоҡландырҙы ла, дәртләндерҙе лә. Тамашасы был ике сараға ла ағылып килде.
“Урал моңо” фестивале 24 майҙа төрлө та­раф­тарҙан килгән ҡунаҡтар­ҙы ҡаршылау һәм Са­лауат Юлаев май­ҙа­нын­да йәрәбә буйын­са сығыштар­ҙың эҙ­мә-эҙлеген бил­дәләү­ҙән башланды.
Күңелдәргә үтеп инде “Урал моңо” йырҙары
Ошо уҡ көндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында фестиваль тантаналы асылды. Башҡортостан, ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан, Тыва, Алтай, Татарстан, Саха (Якутия), ҡарасәй-Черкес Республикала­рынан, Ставрополь крайынан, Кемерово өлкәһенән, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, ҡырғыҙстандан килгән ҡатнашыусыларҙың сығыштары тамашасы һәм жюри хөкөмөнә тәҡдим ителде. Бәйгелә Башҡортостандың данын яҡлау бурысы Өфөнән “Арғымаҡ”, “Латинский квартал” төркөмдәренә, Иҙел Аралбаевҡа, Илнур Миһмановҡа һәм Учалынан Илдар Усмановҡа йөкмәтелде.
Билдәле композитор, Шәйех­зада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев етәкләгән жюри составына Өфөнән, ҡаҙағстандан, ҡабарҙы-Балҡар, Алтай, Тыва, Дағстан Республи­каларынан килгән күренекле мәҙәниәт эшмәкәр­ҙәре инде. Еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы уларға.
Ниндәй генә концертты алма, тамашасы эш көнөнән һуң арыған, һағышлы йыр тыңлап уй-хистәргә батҡан булһа ла, уларҙың күңелдәрен күтәреүсе булып “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө тора. Фестиваль тап уларҙың башҡорт халҡының уйын ҡоралдарында уйнау, йырлау һәм өзләүҙән торған ҡыҙыу сығышынан башланды. Артабан концертты төрки телдәрҙәге сығыштар биҙәне. Йырҙарҙың һүҙҙәрен аңламаған осраҡта ла ҡатнашыу­сыларҙың моңона, башҡарыу оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Өзләү һәм башҡа алымдар менән ҡушып йырлаған йырҙар күңелгә үтеп инеп, әллә ниндәй тойғолар уятты.
Күңелдәргә үтеп инде “Урал моңо” йырҙары
“Урал моңо” йыр-моң фестивале булһа ла, ҡунаҡтар унда көс һынашырға ғына килмәне. Ойоштороусылар республикабыҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу, үҙ-ара дуҫлыҡ булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙы. Ағиҙел йылғаһында теплоходта йөҙөү, Иглин районында концерт ҡуйыу һәм Бүздәк районында һабантуйҙа ҡатнашыу һәр кемгә республика хаҡында күберәк мәғлүмәт биргәндер.
Өс көнгә һуҙылған фестиваль төрлө сараларға бай булғанға күрә ҡатнашыусылар өсөн бик тиҙ генә үтеп китте. Йырсылар араһында “иң-иң”дәрҙе билдәләү мәле бик көсөргәнешле һәм тулҡынландыр­ғыс булды. Шулай итеп, төркөмдәр араһында бе­рен­се урынды – “New Boys” (ҡаҙағстан), икенсене – “Латинский квартал” (Баш­ҡортостан), өсөнсө урынды “Арғы­маҡ” (Башҡортос­тан) алды.
Ә айырым башҡарыусылар араһында беренсе урын­ға – Эльдар Атмурзаев (ҡабарҙы-Балҡар), Надежда Куулар (Тыва), икенсе урынға – Мурза Алесгендеров (Дағстан), Борбак-оол Салчак (Тыва), өсөнсө урынға Захира Шайдылдаева (ҡырғыҙстан), Иҙел Аралбаев (Башҡортостан) лайыҡ булды. Тамашасыны үҙенең моңло ла, көслө лә тауышы менән әсир иткән ҡаҙағстан егете Нурбол Балапанов сараның төп бүләге – гран-приҙы яуланы. Махсус дипломдар менән Саламат Аяпов (Үзбәкстан), Виталий Очиров (Саха), Александр Карманов (Саха) тәбрикләнде.
Матур йолаға әүерелгән фестиваль ҡатнашыусыларҙың бергәләп “Урал моңо” гимнын башҡарыуы менән тамамланды. Уларға матур сығыштары өсөн рәхмәтле тамашасы баҫып алҡышланы һәм шаршау ябылғандан һуң да концерттың дауамын көткән төҫлө теләр-теләмәҫ кенә таралышты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!