RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » һуғыш балаларына һәйкәл булырлыҡ китап

02.10.2010 һуғыш балаларына һәйкәл булырлыҡ китап

һуғыш балаларына һәйкәл булырлыҡ китапВаҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 65 йыл да тулып үтте. Был ҡәһәрле һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.
Ауылда төп етештереүсе көс булған ир-ат тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына. Мәкерле дошманға ҡаршы үлемесле алышҡа сыҡҡан ағай-энеләрен, ирҙәрен, атайҙарын алмаштырып, хеҙмәт вахтаһына ҡатын-ҡыҙ баҫа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда бар ауырлыҡты үҙ иңенә алған совет ҡатын-ҡыҙҙарының тиңһеҙ хеҙмәт батырлыҡтары тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылып балҡый.
Шулай итеп, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, ауыл йәштәре һәм уҡыусы балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда төп көскә әйләнә, фиҙакәр хеҙмәте менән улар Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡтарын күрһәтә, иңдәренә көс еткеһеҙ ҡыйынлыҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Улар ҡурҡыныс дошманды – фашизмды еңәсәктәренә тәрән ышана һәм бының өсөн хатта мөмкин булмағанды ла үтәп сыға һәм еңә! Нығынмаған яурындарына һуғыштың бар ауырлыҡтары ятҡан, балалығы урланған бала-саға ла мең михнәт кисерә, ғазаптарға дусар була. Улар аслыҡтан һәм һыуыҡтан интегә, етемлектең йән өшөткөс тынлығынан яфалана.
Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. Бының шулай икәнлегенә билдәле шағирә, танылған журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары – тарих яралары» йыйынтығы менән танышып сыҡҡас, тағы ла нығыраҡ инанаһың.
Йыйынтыҡҡа Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына яҙмыштары илебеҙҙең уртаҡ тарихы менән тығыҙ бәйләнгән «һуғыш ҡорбандары»ның 65 хәтирәһе тупланған. «Ҡырҡынсы, дарылы» йылдарҙың бер трагик бите – балаларҙың, үҫмерҙәрҙең тылда көн күреүҙәре менән яҡындан танышыу тетрәндерә.
Яңыраҡ Зөһрә Ҡотлогилдина тыуған ауылы Ялсыҡайҙа, ҡорбан салдырып, китап геройҙарының бала­ларын, туғандарын ос­ра­шыуға йыйҙы, ауылдаштарын яңы китабы менән таныштырҙы, һәр береһенә йыйынтығын бүләк итте. Ата-әсәһенең, һуғыш һәм тыл ветерандарының изге рухтарына бағышлап аят уҡытты, йыйылған­дарҙың ихлас рәхмәттәрен ишетте, сауап­лы эшенә оло быуындың фатихаһын алды.
Һуғыш йылдарында тылда фронтты көнө-төнө икмәк, ҡорал менән тәьмин итеүсе инәйҙәр һәм балаларҙың үҙәк өҙгөс хәтирәләре шул тиклем дөрөҫ итеп бирелгән, тип таный барыһын да үҙҙәре кисергән тыл ветерандары. Һуғыш осоро балаларының аныҡ яҙмышы һәм кескәй йөрәктең кисерештәрен һүрәтләгән хәтирәләрҙең тәьҫире көслө. Алыҫ йылдар бөгөнгөләй булып күҙ алдына баҫа. Тыл ветерандарының йөрәктәрен һыҡратып сыҡҡан хәтирәләр күңелде тетрәндерә. Әсе яҙмыштарҙы һүрәтләгән иҫтәлектәрҙе тыныс ҡына ҡабул итеп булмай, күңелдә йәлләү тойғоһо уяна, ирекһеҙҙән күҙҙәр йәшләнә. Ауыр, ләкин күңелде сафландырыусы кисерештәр тыуа. Гәзит биттәрендә З. Ҡотлогилдина баҫтырған тыл ветерандарының хәтирәләре, улар буйынса ойошторолған радиотапшырыуҙар элегерәк тә республикала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны. Автор әле лә бихисап рәхмәт хаты ала, һуғыш балалары үҙҙәре лә, авторҙы эҙләп, Өфөгә килеп сыға. Шағирәнең тыуған яғында үткәргән осрашыу кисәһендә ауылдаштарының йыйынтыҡты хуплап ҡаршылауы тыл хеҙмәтсәндәренең, һуғыш осоро балаларының ҡаһарманлығы темаһының көнүҙәклеген тағы ла раҫланы.
Һуғыш афәте һуғыш осоро ба­ла­ларын балалыҡ­тан иртә мәхрүм итә, бе­лем алыу юлдарын яба, яҡындарын аяуһыҙ тартып ала. Һуғыш­тан һуң улар ҙур теләк менән илебеҙҙең емерелгән хужалығын аяҡҡа баҫты­рыу­ҙа ҡатнаша. Кө­төп алдымы һуң уларҙы лайыҡлы киләсәк?
Рәсәй тарихындағы иң ҡур­ҡы­ныс, иң ауыр, иң ҡан ҡойошло һуғыш быуыны өсөн изге эштәр әҙ эшләнмәне һымаҡ. Шулай ҙа илебеҙҙә хеҙмәт стажы 45-әр, хатта 50-шәр йыл булған тыл ветерандарына льгота һәм өҫтөнлөктәр етерлек булманы. Уларға бөгөн дә иғтибар һәм хөрмәт етешмәй. Ветерандарға ҡарата күрһәтелгән ғәмһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте, минеңсә, Зөһрә Ҡотлогилдинаның яңы китабы ниндәйҙер дәрәжәлә йомшарта кеүек.
Һуғыш осоро балалары – бөгөн инде ауыр хеҙмәттән һаулыҡтары ҡаҡшаған оло йәштәге олатайҙар һәм өләсәйҙәр. Үкенескә күрә, уларҙы, илебеҙҙең ба­тырҙарса үткәненең һуңғы тере шаһиттарын, аяуһыҙ ваҡыт тигәнең арабыҙҙан иртә сүпләй башланы. Шуға ла һуғыш осоро балаларының хәтирәләрен йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыу мөһим әһәмиәткә эйә. Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары – тарих яралары» йыйынтығы тере шаһиттар өсөн дә, беҙгә лә, киләсәк быуындар өсөн дә кәрәк һәм ҡәҙерле.
Йыйынтыҡта сығыш яһаған Р. Яуымбаевтың: «Китап булып сыҡһа, ул йәштәрҙе тарихыбыҙ һабағында илһөйәр, намыҫлы, сыҙам, сабыр итеп тәрбиәләүҙә бер әсбап булыр ине», – тигән фекере менән теләктәшмен. Китаптың тәрбиәүи көсө ҙур. Әле тормош мәғәнәһен таба алмаған, рухһыҙ, иленең шанлы-данлы тарихын белмәгән йәштәр һаны артҡан, улар араһында эскелек, тәмәке менән мауығыу, енси бәйһеҙлек таралған осорҙа был йыйынтыҡ һәр синыф етәксеһенең, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһының өҫтәл китабына әйләнер, тигән өмөттәмен. Иҫтәлектәрҙе йыйыу һәм һаҡлау, үткәндәр тураһында хәҡиҡәтте белеү баланы уйланы­р­ға мәжбүр итә, кеше яҙмышына битараф булмаҫҡа, бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡыра. Тамыры ныҡ булғандар ғына киләсәккә ышаныслы ҡарай, көслө һәм маҡсатлы була. Тарихи хәтере булмаған кеше иленең, халҡының ҡомартҡыларын – мәҙәниәтен, тәбиғәтен, йолаларын, әхлағын ҡәҙерләй һәм һаҡлай алмай.
Хәтирәләр менән танышып, йыйынтыҡ геройҙары менән аралашҡанда, тағы шуныһы ғәжәпләндерә: оло һынауҙарҙы үтә алған һуғыш быуыны әле лә йәшәү дәртен, кешегә, тормошҡа һөйөүҙе, яҡты киләсәккә ышаныс­ты, өмөттө юғалтмаған, күңелдәре ҡатмаған. Улар бөгөнгө ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалманы, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Был йәһәттән дә «Һуғыш балалары – тарих яралары» беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Ауылдашыбыҙ Зөһрә Ҡотло­гилдинаның уҡыусы күңеленә тәрән тәьҫир иткән, һуғыш осоро балаларына һәйкәл булырлыҡ «Һуғыш балалары – тарих яралары» китабының исем туйы уңайынан үткәрелгән осрашыу кисәһе, йыйынтыҡ менән танышыу, тере шаһиттарҙың хәтирәләрен, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең иҫтәлектәрен магнитофон яҙмаларынан тыңлау күңелдә бына ошондайыраҡ фекер­ҙәр уятты һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Әкрәм ӘЛИБАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Көйөргәҙе районы,
Ялсыҡай ауылы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл