RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

02.10.2010 Төш

Инде нисәнсе ҡат бер үк төштө күреүе. Бына бөгөн дә ҡолағына са­лынған тауышҡа һиҫкәнеп күҙҙәрен асты. Донъя яп-яҡты. Өй эсе тып-тын. Сәғәт текелдәүенән башҡа тауыш-фәлән юҡ. Тек-тек, тек-тек. Дөп-дөп, дөп-дөп – сәғәткә йөрәге ҡушылды. Дөп-дөп, тек-тек, тек-тек, дөп-дөп. Ошо ритм ыңғайына уйҙар аға. Ул байтаҡ инде ҡымшанмай ҙа ята. Әгәр саҡ ҡына һелкенһә, уйҙары бүленер ҙә, нимәгә юрарға белмәй ятҡан төшө яңылыш юҫыҡҡа боролоп китер һымаҡ. Хәйер, ул бер ҡасан да төш юрағаны ла юҡ бит. Нимәгә юрарға?! Ни өсөн бер үк төш инде нисәнсегә ҡабатлана? Уйҙар аныҡ ҡарарға килә алмай, һаман да бер тирәлә урала ла урала. Ни өсөн?... Бер мәл уйҙар даръяһына донъяуи тауыштар килеп ҡушыла, һәм улар туҡтап ҡала. Урамдан сыбыртҡы шартлатҡан, һарыҡ-кәзә ба­ҡырған тауыштар ишетелә. Көтөү китә. Етер, миңә лә ҡуҙғалырға ваҡыттыр, былайтып оҙон-оҙаҡ йоҡлап ятҡан юҡ ине әле.
Һуңғы арала Хәким ҡарттың бер ҙә генә йоҡоһоноң рәте юҡ. Күҙен йомоп йоҡоға талды ниһә, йөрәге тулауҙан уяна ла, әйҙә борғолана. Шунан ары йоҡлармын тимә. Ә бөгөн бына рәхәтләнеп йоҡланы, төш күрептереп. Әбейе шуға ла өндәшмәй генә сығып шылғандыр инде. Ул урындыҡ ширлегендә ятҡан кейемдәрен алып кейҙе лә ишеккә ыңғайланы. Иртәнге һауа һалҡынса була торған, тип, ишек төбөндәге сөйҙән еләткәһен эләктерҙе.
Ҡояш инде арҡан буйы күтәрелгән. Күк йөҙө салт аяҙ. Яҙ быйыл бик иртә килде. Күптән инде ташыр һыуҙар ташып, ағыр йырғанаҡтар ағып, аяҡ аҫты кибеп бөттө. Күк үлән морон төртөп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелде. Ана бит әрәмәлектә сутылдашҡан ҡоштар ҙа яҙҙың иртә килеүен раҫлай. Һыу буйында үҫкән муйыл ағастары бер нисә көндән шау сәскәгә күмелергә ултыра. Их, ниндәй хозур мәл! Ярата ул ошо май айын. Ҡарт күтәрмәнән төшөп, аласыҡҡа күҙ һалды. Әбейе күренмәй. Ҡаҙан аҫтында ут яна. Көлдөксәлә самауыры шыжлап ултыра. Моғайын, мал- тыуарҙы көтөүгә ҡыуа киткәндер. Яҙ иртә килгәс, ауыл көтөүе лә ай башынан уҡ сыҡты. Ана бит әбейенең йәйгегә аласыҡҡа күсенеүе лә иртә башҡарылды быйыл. Ҡарт, тәһәрәтен яңыртып, ҡулйыуғыста бит-ҡулын йыуҙы ла әбейен көтәүелләп өй артындағы эскәм­йәгә барып ултырҙы. Шөкөр, майҙың башына ла аяҡ баҫылды. Байрамға ла күп көн ҡалмаған икән. Бөгөн ихатаһын һепереп алыр. Ҡар иреп бөткәс тә ейәндәре менән бәләкәй генә өмә үткәргәйнеләр, шунан бирле ҡулы тейгәне юҡ. Иртәгәһе көнгә лә эш табылыр. Шунан инде байрамға тип инселәгән һарыҡ тәкәһен һуйырҙар. Байрамға балалары йыйыла торған, йыл да күмәкләшеп килеп, үҙен, әсәләрен ҡотлап китәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткаларға, сәскәләргә күмеп ташлай. Шунан һуң китә тамаша. Ҡайһыһы шиғыр һөйләй, ҡайһыһы бейеп күрһәтә. Иң һуңынан күмәкләшеп бер йыр йырлап ҡуялар. Рәхмәт инде барыһына ла. Шул балалар бәхетенә донъялар имен торһон инде.
Хөкүмәт тарафынан да йылдан-йыл ветерандарға ҡәҙер-хөрмәт арта бара. Быйыл юбилей булғас, айырыуса тырышырҙар инде. Хоҙай насип итһә, ул тантанаға ла барылыр. Етенсе май көнөнә мәктәпкә саҡырылған. Мансур ейәне уҡыған класта ветерандар менән осрашыу була. Ундай сараларға Хәким ҡарт күп йөрөнө. Балаларҙың ниндәй һорау биререн дә белеп бөткән. Ә был юлы ейәне алдан һорау биреп, әҙерләнеп килергә ҡушып китте бит. «Еңеү көнөн ҡайҙа ҡаршыланың?» Еңеү көнөндә ул ялан госпиталендә ята ине. Һуғыш тамамланыуға бара. Дошман сигенә. Ә шулай ҙа һәр сик, һәр бер бәләкәй урын өсөн аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Ошондай ҡаты бәрелештәрҙең береһендә Хәким яраланды. Эргәһендә генә төшөп ярылған снаряд уны күккә сөйөп, ергә атып бәрҙе. Шул мәлдә күкрәк ситлеген һәм бот итен үткер бысаҡ яндырып үткәндәй булды. Ул упҡынға осто. Хәким госпиталдә аңына килде. Күҙҙәрен саҡ асып, үҙенең үлеме-тереме икәнлегенә төшөнә алмай ятҡан һалдатҡа Еңеү хәбәрен ишеттерҙеләр. Ул мәлдәге кисерештәрҙе һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Бер яҡтан – оло шатлыҡ, икенсе яҡтан – үҙәккә үтеп әрнегән яралар. Еңеү шатлығы көслөрәк ине. Телгеләнгән тәндең һыҙлауы артҡа күсте. Өс ай тигәндә аяҡҡа баҫып, тыуған тупрағына Еңеүсе булып ҡайтты Хәким. Был Ҙур Еңеүҙә уның да өлөшө бар. Шуға күрә Еңеү көнө яҡынлаша башлаһа, ул эске тулҡынланыу һәм шул уҡ ваҡытта сикһеҙ ғорурлыҡ кисерә.
Тик бына йәш быуын аңлаймы икән был Еңеүҙең әһәмиәтен? Әгәр һуғышта еңелгән булһаҡ, ата-бабалар төйәген илбаҫарҙар төйәк итеп тапар ине бит.
Һуғыштан һуң тормош ҡапыл ғына рәтләнеп китмәне. Бик ауыр ине ул йылдар. Һалдат тыныс тормошта ла һалдат булып ҡалды. Ең һыҙғанып колхоз эшенә егелделәр. Әле бына уйлап-уйлап ҡарай ҙа, бер ҙә генә хәтеренә төшмәй ҙә ҡуя. Тәүге йылдарҙа Еңеү көнөн билдәләп үтәләр инеме-юҡмы? Ҙур ерҙәрҙә булһа – булғандыр, ә бына ауылдарҙа уның ҡайғыһы юҡ ине. Үткәрһәләр, шул митинг үткәргәндәрҙер. Беренсе юбилей миҙалдарын Еңеүҙең 20 йыллығына таҡтылар, буғай. Шунан һуң китте инде башҡалары. Хәҙер ветерандарҙы хөкүмәт ҡарай, тик уларҙың сафы ғына йылдан-йыл кәмей бара. Их, был тыныс тормошта тағы бер аҙ ғына йәшәйһе ине лә бит... Хәким ҡарттың уйҙарын бүлеп, ҡапҡа шығырланы. Әбейе күренде.
– Һе, уяндыңмы ни? Сәй эстеңме һуң? – тип сәләмләне ҡартын уныһы.
– Уяныу түгел, торғанмын бит инде. Нисек бер үҙем сәй эсеп ултырайым. Әйҙә, бергәләп эсәйек. Бөгөн ни таңға ҡарай ҡаты итеп йоҡлап киткәнмен, үҙең сыҡҡанда өндәшеп сыҡһаң ни була, – тип үпкәһен белдерҙе Хәким ҡарт.
– Йоҡлағас, йоҡлаһын тинем шул. Инде нисәнсе төн йүнләп йоҡо күргәнең юҡ. Әйҙә, сәй эсә һалайыҡ. Тәслимә килен менән һөйләшеп тороп, оҙаҡлап киттем шул.
Мәстүрә әбей аласыҡҡа ыңғайланы. Ҡартының инеүенә әбейе боҫрап торған самауырын өҫтәлгә ҡуйып, сәй яһай ҙа башлағайны. Ҡартына тәүге сынаяҡты һуҙғас, һүҙ башланы:
– Тәслимә киленде әйтәм, ҡыҙы кантурҙа ултырғас, ундағы барса хәлде белеп тора. Әле бына йыл да ветерандарға бирелә торған бүләктәр тураһында шул килендән ишеттем.
– Йә, йә, ни һөйләй һуң киленең?
– Быйылғы бүләктәре ишшу ла һәйбәт, ти. Еңеүҙең 50 йыллығы булғас, тырышҡандарҙыр инде. Төрлө-төрлө кәнфиттәре, ҙур ҡаплы һинд сәйе, еләк-емештәре, кәнйәк менән бер яртыһы ла бар, ти.
– Коньягы ла бар, тиһең инде, ә?
– Эйе, бар, ти шул. Байрамдарында ветерандар кәнйәк кенә эсеп ултырһын, тигәндәрҙер, – тип Мәстүрә әбей кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. Хәким ҡарт, шулайҙыр-шулайҙыр, тигәндәй, баш һелкеп, ҡайнар сәйен һемереүен белде.
Сәйҙән һуң Хәким ҡарт кәртә-ҡуралағы ваҡ-төйәк эшкә тотондо. Ихатаһын һепереп алды. Ялан кәртәләге мал тиҙәген картуф баҡсаһына ташыны. Инде лә ни эшләйем тип торғанда күҙе лапаҫ аҫтындағы һайғауҙа рәткә теҙелгән салғыларға төштө. Араларында етелек салғыһына тиклем бар. Башлап малайҙарына ошо етелекте тотторор ине. Ап-аруҡ һелтәп өйрәнһәләр, ҙурыраҡҡа күсерҙәр ине. Шулай итеп, балалары буй еткерә торҙо, ҡул араһына инә барҙы. Э-э-й, был салғылар менән күпме туғай иңләнелгән. Хоҙай насип итһә, быйыл да бесәндән ҡалынмаҫ, мал-тыуар бар бит. Сабырға эшкинмәһә лә, салғы сүкергә, йыйырға йөрөлөр. Ул бер салғыны ҡулына алып, байтаҡ ҡына уйланып торҙо. Инде нисәнсе ҡат күргән төшө «келт» итеп ҡабат иҫенә төштө. Төшө ошо салғы менән бәйләнгәйне бит.
Имеш, Хәким ҡарт атай йортонда йөрөп ята. Атаһы менән әсәһе лә шунда. Үҙе уларҙан бер ҙә генә йәш түгел, хатта олораҡ булмаһа. Улар нишләптер, бесән мәле булмаһа ла, «мәж» килеп бесәнгә китергә йыйынып йөрөй. Оҙон бил арбаһына ат егелгән. Атаһы салғы-һәнәктәрҙе теүәлләп, арбаға һалды. Әсәһе утҡа ҡарайып бөткән сәйнүкте һәм киндер тоҡсайҙа ашамлыҡтарҙы сығарҙы. Хәким, генә бер нимә эшләмәй, бер яҡ ситтә ҡарап тик тора. Ҡапҡанан сығып китер алдынан атаһы Хәкимгә әллә күпме эш ҡушты ла, иң һуңынан бойороғораҡ тауыш менән: «Эштәреңде теүәлләгәс тә, оҙаҡлама, беҙҙең арттан барып ет!» – тине. Хәким, «ярай» тигәндәй, баш һелкеп тороп ҡалды.
Ошо ҡаты бойороу әле лә ҡолағына салынып үткәндәй булды уға.
Һуңғы арала төндәрен йүнләп йоҡламағас, уйламаған уйҙары, хәтеренә төшөрмәгән кешеһе ҡалманы. Атаһы менән әсәһен дә әллә күпме хәтер ебенән үткәрҙе. Улар менән булған хәл-ваҡиға­ларҙы байҡаны. Бәлки, төшөнә инеүҙәре лә ошоға бәйлелер. Тик атаһының «оҙаҡлама» тигәнен нимәгә юрарға? Туҡта! Әллә үҙҙәре янына саҡырған һындарымы! Ошо уйҙан Хәким ҡарттың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Булһа – булыр, бәлки, ваҡыты ла еткәндер.
Ҡарт шулай оҙон-оҙаҡ уйҙарға сумып торҙо-торҙо ла, бер аҙ ял итәйем, тип баҡса яғына атланы. Шау сәскәгә күмелгән муйыл аҫтындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Их, еҫе шул, еҫе. Баштар әйләнә хатта! Ниндәйҙер ҡошсоҡ «пырх» итеп осоп китте. Һандуғас түгелме икән? Яҙ иртә килгәс, улар ҙа күптән бындаларҙыр. Ҡарт, башын күтәреп, тирә-яғын байҡаны. Тик ҡошсоҡ күренмәне.
Күпме йәшәй икән ошо кескәй ҡошсоҡтар? Ғүмер оҙонлоғо ниҙәр менән үлсәнә икән? Сәғәтләпме, көнләпме, әллә йыллапмы? Моғайын, көнләптер. Һандуғастың һайрар мәле лә ҡырҡ ҡына көн, тиҙәр бит.
Ә кеше ғүмеркәйҙәре һуң ниҙәр менән үлсәнә? Йәшәлгән йылдары менәнме, әллә эшләнгән эштәре менәнме? Моғайын, икеһе бергә ҡушылалыр. Тик Хоҙай тарафынан бирелгән был ғүмерҙе исрафламай ғына лайыҡлы үтергә кәрәктер.
Ә үҙе һуң? Нисек үтте тормош юлын? Лайыҡлы үттеме? Туғандарының, балаларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерҙәй хилаф эштәре булманымы? Ҡарттың уйында төрлө һорауҙар ҡайнаны. Тик ул шуныһын белә – ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне, тыныс тормошта ла хәленән килгәнсә тир түкте.
Ҡатынынан уңды. Тигеҙ тарттылар донъя йөгөн. Ауыр ерен ауҙарышып, еңел ерен елгәрешеп, һәр ваҡыт эргәһендә йөрөнө Мәстүрәһе. Шулай булмаһа, анау хәтлем балалар­ҙы үҫтерерһең үҫтермәй ни, кешенән кәм-хур итмәй. Улары ла, Аллаға шөкөр, һәр ҡайһыһы үҙ ояһын ҡороп, һәүетемсә йәшәп ята.
Һы, бына ғәжәп! Ни өсөн ғүмер юлын барларға тотондо әле? Әллә, ысынлап та, күңел тигәнең берәй нәмә һиҙәме икән? Булһа – булыр. Ғүмер ебең ана өҙөләм, бына өҙөләм тип торғанда, уның ни тиклем ҡәҙерле, йәшәүҙең ни тиклем йәмле икәнен аңлайһың икән ул. Тик йылдар инде артта ҡалған...
Үкендерәме? Юҡ, үкенмәй Хәким үткән ғүмеренә. Ут-һыу кисеп, иҫән ҡалып, ошо йәшкә еткәнсе ғүмер биргән Хоҙайға рәхмәт. Хәҙер инде матур итеп баҡыйлыҡҡа күсергә ваҡыт. Былайтып ата-әсәһенең рухы тиҙләткәс, күпкә бармаҫ. Ярай инде, Хаҡ Тәғәләнең ҡушыуы шулдыр. Әжәл менән даръянан ҡасып ҡотолор әмәл юҡ.
Ул яйлап ҡына урынынан ҡуҙғалды.
– Туҡта әле, булмаһа, былайтайым. Барып алайым әле мин үҙемә тейешле бүләкте. Балаларымды йыйып, бәхилләшеп китәйем.
Ошо кинәт кенә башына килгән уй Хәким ҡарттың күңелен күтәреп, дәртләндереп ебәрҙе.
Сәй эскәндә Мәстүрәһе ҡартындағы үҙгәрештәрҙе һиҙмәй ҡалманы.
– Йә, ни булды? Йөрәк шаяртамы?
– Эй, түҙерлек тә ул. Тик бына күргән төшөмә аптырап йөрөйөм әле.
– Йә, ниндәй төш һуң, улай аптырарлыҡ?
– Атам менән әсәм инә төшөмә. Миңә оҙаҡламаҫҡа ҡушалар, үҙ яндарына саҡыралар, ахыры.
– Кит, ауыҙыңдан ел алһын. Ни тигән һүҙең ул? Уйламай һөйләп, ауырымай үлгән, тигән шикелле. Әле шап-шаҡтайһың. Түшәктә ятһаң, бер асыу.
– Уныһы шулай ҙа ул. Тик донъя хәлен белеп булмай, – тип, сынаяғын түңкәрҙе лә сәй табынынан торҙо. – Мин, булмаһа, кантур яғына барып әйләнәйем әле.
Хәким ҡарт юрғалап ҡына өҫкө урамға күтәрелде. Баяғы уй-ниәте уға көс биргәндәй тойолдо. Ул аҙымын ҡыҙыулатты.
Бында тормош ҡайнай. Байрам тантанаһы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора. Ҡойма баштарына бәләкәй генә флагтар беркетелгән. Транспаранттарҙа ҡотлау һүҙҙәре.
Ҡарт идара тупһаһын аша атлағас, бер аҙ албырғап ҡалды.
Кемгә мөрәжәғәт итергә? Колхоз рәйесе был мәлдә урынында юҡтыр инде. Баш бухгалтер Сания ҡыҙына ғына инмәһә. Ошонда ултырған ҡыҙҙарҙың иң яҡыны шул инде. Етмәһә, уның атаһы ла бит фронтовик.

Тәнзилә ФӘТҠУЛЛИНА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.

(Дауамы бар).







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл