RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һоҡланмайса мөмкин түгел

24.05.2011 Һоҡланмайса мөмкин түгел

«Йәшлек»кә реклама» конкурсында еңеүсе мәктәп принтерға лайыҡ булды
Һоҡланмайса мөмкин түгелТоғро дуҫтар осрашҡанда ғына шулай була: күңелдәр көр, кәйеф күтәренке, күпме һөйләшһәң дә һүҙ бөтөрлөк түгел. Гәзитебеҙҙең ошондай лайыҡлы дуҫтарының береһе – Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе коллективы. Гәзитебеҙ ойошторған «Йәшлек»кә реклама» конкурсында икенсе урын яулаған мәктәпте ҡотларға барғанда ла шулай булды. Дуҫтарыбыҙ беҙҙе әллә күпме уңыштар, матур еңеүҙәр менән ҡаршы алды.
Тарихы 1928 йылға барып тоташҡан белем усағында бөгөн һигеҙ тиҫтә бала белем ала. Мәктәптә уҡыусылар өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған, спорт залы, китапханаһы, оҫтаханаһы, музейы, ашханаһы бар. Береһенән-береһе талантлы уҡытыусылары ла етерлек. Шуға күрә Килдеғол мәктәбендә йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Быйыл ғына район уҡытыусылары өсөн башҡорт теле, информатика, тарих фәндәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелгән. Ысынлап та, тәжрибә уртаҡлашыр миҫалдары күп коллективтың. Әйтәйек, тарих фәне уҡытыусыһы Мөнир Абдулла улы Фәйзуллин быйылғы уҡыу йылында районда ойошторолған «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында гран-приға лайыҡ булған. Уҡыусылар ҙа тиҫтерҙәренә һәр яҡлап өлгө булырлыҡ. Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Наҙгөл Билалованың «Йыл уҡыусыһы» район бәйгеһендә беренсе урынға лайыҡ булыуы өҫтөнә рус теле буйынса район олимпиадаһында беренсе урын яулауы, ә Сөмбөл Исхаҡованың башҡорт теле буйынса иншалар бәйгеһендә икенсе урынға сығыуы шул турала һөйләй. Винер Миңлеғолов менән Илназ Усманов районда милли көрәш буйынса ярышта икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулап һөйөндөрһә, мәктәп коллективы быйылғы уҡыу йылына әҙерлек буйынса беренселекте берәүгә лә бирмәгән. Йәрминкәлә лә үҙҙәренә тиңләшеүсе юҡ – икенсе урынға ирешкәндәр. Бөтә Рәсәй «Инфознайка», «Зарядка для ума» конкурстарында ла үҙҙәрен яҡшы танытҡан Килдеғол мәктәбе уҡыусылары.
Ошондай һөйөнөстәре менән танышып, бүләкләү тантанаһы үтәсәк спорт залына ыңғайлағанда, иғти­бар­ҙы мәктәп коридорындағы ҙур стенд йәлеп итте. Бында «Йәшлек» гәзитенә арналған материалдар, һүрәттәр урын алған, редакция коллективының тормошо сағылдырылған. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?! Килдеғолдар райондаштары – гәзитебеҙҙең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова менән хәбәрсе Зөһрә Йәһүҙинаның шәжәрәһенә тиклем төҙөгән. Ә тантанала хужалар беҙҙе дәртле йыр-бейеүҙәре, нәфис шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Иҫ киткес талантлы балалар үҫә бында. Район кимәлендә үткәрелгән әкиәт конкурсында гран-при яулап, республикала «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһында еңеүсе булып танылған Азалия Билалованы ғына алайыҡ. ҡыҙыҡай тел байлығы, зирәклеге менән хайран итте. Шул тиклем матур мөхит тыуҙырып йәшәй Килдеғол мәктәбе уҡыусылары. Һоҡланмайса мөмкин түгел.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!