RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Гүзәл Шакирова:«Һәр көндө бай йөкмәткеле итеп йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гел алға атларға»

05.04.2011 Гүзәл Шакирова:«Һәр көндө бай йөкмәткеле итеп йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гел алға атларға»

Гүзәл Шакирова:«Һәр көндө бай йөкмәткеле итеп йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гел алға атларға»Башҡорт ҡыҙҙарының бөтә күркәм сифатына эйә уҡыу­сым Гүзәл Шакированың тормош девизы тап ошондай. Ул – Мәсетле районы һылыуы. З. Биишеваның Емеше, Гөлбикәһе, Зәлифәһе, А. Пушкиндың үле батша ҡыҙы, Татьянаһы, Л. Толстойҙың Наташаһы кеүек классик образдар йоғонтоһонда, ғаилә һәм мәктәп тәрбиәһендә әҙәпле, матур холоҡло, рухлы ҡыҙ булып буй еткерҙе.
Шәп математик, иң күп китап уҡыусы, йырсы, бейеүсе, мандолина, ҡумыҙ сиртеү оҫтаһы тик «бишле»гә өлгәште. Олимпиадалар призеры, «Урал батыр» эпосының 2500 юлын ятлап, республика конкурсында ике йыл рәттән дипломға лайыҡ булды. Ышаныслы һәм ярҙамсыл дуҫ булып танылды. Бәйләм бәйләүгә, йорт, баҡса эштәренә маһир ҡыҙ аш-һыу әҙерләргә лә ярата. Тәмлекәстәр бешереп, дуҫтарын, оло йәштәге өләсәһен һыйлап ҡыуандыра, уға гел ярҙамға ашыға.
Әле ул Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлау алдында. Биш йыл «Шатлыҡ» бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Баш ҡалала үткән күп сараларҙа ҡатнашты. Етди һәм тырыш ҡыҙ, Алла бирһә, диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайтырға ниәтләй. Халыҡ яҙмышына борсолоп: «Яҡташтарымдың бәхетле, етеш тормошта йәшәүендә минең дә өлөшөм булһа ине», – ти ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы Гүзәл Шакирова.

С. МӨХӘРРӘМОВА,
Йонос урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Мәсетле районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!