RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Әбйәлилдәргә – төҫлө телевизор!

22.01.2011 Әбйәлилдәргә – төҫлө телевизор!

«Йәшлек»кә реклама» конкурсын тамамлап, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Гәзитебеҙҙең «Йәшлек» исеме аҫтында сыға башлауына егерме йыл тулыу айҡанлы ойошторолған конкурсты уҡыусыларыбыҙ тәүге көндәрҙән үк дәррәү күтәреп алды.
Яратҡан баҫмаһына берәүҙәр – таҡмаҡ, шиғыр, икенселәр – йыр, өсөнсөләр ҡул эше аша һөйөүен белдерҙе. Әйтәйек, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Фәниә Фәйзуллинаның «Рух көсө ул – «Йәшлек» исемле шиғыры гәзитебеҙҙең тарихын асып һала, абруйын күтәрә. Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасов значок уйлап табып, уның бер нисә варианттағы эскиздарын һалып ебәргән, «Йәшлек»тең логотибы төшөрөлгән футболкаға биҙәктәр өҫтәргә лә теләге бар авторҙың. Шулай уҡ Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан Сәғиҙә Ғазинаға ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул ҡамыр эсенә яратҡан баҫмаһын һалып, хатта торт бешереп ҡараған, шиғыр ҙа яҙған. Шиғыры матур. Ә бына тәҡдим иткән рецебы буйынса тортты бешереп ҡарағас та, тәмлеме, юҡмы икәнлеген белербеҙ. Һәр хәлдә, идеяһы ҡыҙыҡ. Афарин!
Архангел районының Муллаҡай ауылынан Зәлифә Фәйзуллина беренселәрҙән булып яратҡан баҫмаһына арналған гимнын тәҡдим итһә, Белорет районының Берештамаҡ ауылынан Рәйхана Әминева сигелгән таҫтамалы менән хайран итте. Иң әүҙем авторыбыҙ Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Йәғәфәр Йәнәлин булып сыҡты. «Йөҙ йыл йәшәһен «Йәшлек»!» тип, «й» хәрефе аша гәзитебеҙҙең әһәмиәтен, йөкмәткеһен асыуы бик үҙенсәлекле булһа, «Йәшлек» – тормош яҙы!» тип исемләнгән йыры һәм уның ноталары ла беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, «й» хәрефенә яҙылған хаттар икәү ине. Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Миңзилә Фәхретдинова ла үҙенең хат юлдарына бай фантазияһын ошо хәреф аша һалған. Ә инде ҡайһы бер шиғыр­ҙар, бер-береһенә оҡшаш булғанлыҡтан, баҫылманы.
Шулай итеп, мөхәрририәт тарафынан конкурстың еңеүсеһе тип бер тауыштан (50-се (Ш) һан, 28 декабрь, 2010 йыл) Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты табылды. Ҡаҙмаш ауылы аша үткән юлға «Йәшлек»кә ҙур реклама баннеры элеүселәргә беҙҙән, вәғәҙә ителгәнсә, төҫлө телевизор! Икенсе урын – Бөрйән районының Килдеғол мәктәбенә (34-се (Ш) һан, 30 октябрь, 2010 йыл), беҙҙән – принтер. Үҙҙәренең мәктәп ихатаһындағы тауға таштар­ҙан «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тип яҙыу менән бер рәттән, бәләкәй анимация ла эшләгәндәр, фото менән ролик та ебәргәндәр. Ә Белорет районының Берештамаҡ ауылынан күҙ нурҙарын түгеп, «Йәшлек» – халыҡ гәзите! Алдыр, уҡы, «Йәшлек»те» тип матур һәм ҙу-ур таҫтамал сиккән Рәйхана Әми­нева менән Баймаҡ районының Йомаш ауылынан әүҙем авторыбыҙ Йәғә­фәр Йәнәлинды (1-се һан, 8 ғинуар, 2011 йыл) өсөнсө урын еңеүселәре тип билдәләнек. Өсөнсө урынға лайыҡ еңеүселәребеҙгә лә редакцияның иҫтәлекле бүләктәре инселәнгән. Ә инде Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылынан Сәғиҙә Ғазинаға, Тәтешле районының Аҡ­сәйет ауылынан Фи­дәрис Кашапов­ҡа, Күгәрсен ра­йо­нының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасовҡа гәзитебеҙҙең логотибы төшөрөлгән ручка, блокноттар ебәреләсәк. Ҡотлайбыҙ!

Мөхәрририәт.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл