RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмамЭлек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була.
Ә бөгөнгөнө алғанда, үҙ быуыны тарихын белергә теләгән кешеләрҙең һаны арта барыуы, шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы, битараф булмауы ҡыуандыра. Әгәр ҙә ошо эш дауам итһә, халҡыбыҙ киләсәгенең яҡты буласағына өмөт итә алабыҙ, милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк.
Бынан тыш, күп ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәрелә. Был изге байрам туғанлыҡ тамырҙарын, ауыл халҡының дуҫлығын нығыта. Уларҙы ойоштороу, тамыр­ҙарыбыҙҙы иҫкә алыу ҙур хөрмәткә лайыҡ. Йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларын тапшырыу байрамы ла ул.
Ағас тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай, тигән борон­ғолар. Был фекер менән килешмәй булмай. Ысынлап та, тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы үҫә ала. Кешенең янында ла туғандары булыуы бик мөһим.
Үҙемде бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки минең һәр саҡ янда булыр, ярҙам ҡулы һуҙыр туғандарым бар.

Нәсимә КӘРИМОВА,
Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы
сәнғәт гимназия-интернатының 10 “Б” класы уҡыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары