RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

26.05.2016 Телебеҙҙән оялмайыҡ!

Һәр кемдең үҙ тыуған ере һәм туған теле бар. Минең өсөн ул – урмандарға, йылға-күлдәргә бай Башҡортостан һәм башҡорт теле. Ошо телдә мин үҙемдең тәүге һүҙҙәремде әйттем. Улары ла ниндәй! Донъялағы иң яғымлы, йылы, матур һүҙҙәр – “әсәй” һәм “атай”. Минең өсөн телем бик ҡәҙерле һәм башҡортлоғом менән ғорурланам.

Башҡорт теленең тарихы ла бик бай. Беҙ уны ентекләп өйрәнеп, киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Үҙеңдең ата-бабаларыңды, үҙ нәҫелеңде белмәү оят! Шуға күрә үҙ шәжәрәңде өйрәнеү, ете быуын ата-бабаңды белеү мөһим. Илдең үткәне менән тарих дәрестәрендә аныҡ факттар аша танышһаҡ, әҙәбиәт иһә башлыса халыҡтың яҙмышын, тормошон, көнкүрешен асып һала. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосынан беҙ тәүтормош кешеләренең ни­сек йәшәгәнен, ни эшләгәнен белә алабыҙ. Был эпос халыҡ ижадына ҡарай. Ул быуындан-быуынға, телдән-телгә күсеп килгән. 1910 йылда ғына Мө­хәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән һөйләтеп, уны яҙып ала һәм шул ваҡыттан был эпос ташҡа баҫылған формала ғүмер итә башлай. “Урал батыр” хәҙерге ваҡытта ла бик актуаль: яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше әле һаман дауам итә. Шулай ҙа һәр заманда яҡшылыҡ ба­рыбер өҫтөнлөк ала.
Йырҙарыбыҙ ниндәй бит әле! Улар – халыҡ күңеленең көҙгөһө һәм кешеләрҙең эске донъяһы сағылышы.
Ҡайҙа ғына ҡарама, нимәгә генә күҙ һалма – бөтә ерҙә тарих. Юҡҡа ғына:
“Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы, данлы тарих яҙылған”,
– тип әйтмәгәндәр бит. Ә ниңә ҡанлы, данлы, тип һорар, моғайын, күбеһе. Был, минеңсә, һуғыш менән бәйле. Ҡанлы һуғыштарҙа ҡатнашып, үҙ иле азатлығы өсөн ғүмерен биргән яугир­ҙарҙы оноторға тейеш түгелбеҙ! Беҙ булмаһаҡ, кем улар хаҡындағы тарихты киләсәк быуынға еткерер һуң?!
Бөгөн күптәр башҡорт телендә һөйләшеүҙән тартына. Аралашмағас, телебеҙ юғалыу сигенә етеп килә. Милләттәштәр, әйҙәгеҙ, үҙ телебеҙҙән оялмайыҡ, башҡорт телендә аралашайыҡ!

Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА,
10-сы класс уҡыусыһы.

Учалы районы,
Комсомольск ҡасабаһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары