RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Башҡортостан һылыуҡайы– 2014» билдәләнде!

21.11.2014 «Башҡортостан һылыуҡайы– 2014» билдәләнде!

16 ноябрҙә баш ҡаланың Конгресс-холында «Мисс Башҡортостан – 2014» республика матурлыҡ конкурсының финалы үтте. Унда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡыусы 21 йәшлек Ирина Ғәлиханова гран-при яуланы. Беренсе вице-мисс титулы Сибай ҡалаһынан килгән 19 йәшлек Айгөл Сафинаға бирелһә, икенсе вице-мисс исеменә Ангелина Гәрәева (24 йәш, Өфө районы) лайыҡ булды.

«Башҡортостан һылыуҡайы– 2014» билдәләнде!Ирина Ғәлиханова дүрт йыл буйы «Мисс Уфа», «Мисс «Русское радио», «Мисс ТЦ «Мир», «Мисс «Молодая гвардия» исемле конкурстарҙа ҡатнашҡан. 16 ноябрҙә 22 һылыуҡай жюри алдында киске күлдәктәрҙә, һыу инеү костюмдарында дефиле яһаған, видеовизиткаларын күрһәткән. Аҙаҡтан ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләгән башҡорт аш-һыуын тәҡдим иткән.

– Мин был һынауға замансараҡ әҙерләндем – Башҡор­тостан байрағы төҫөндәге кремлы капкейктар бешерҙем, – ти Ирина Ғәлиханова. – Бәләкәй пирожныйҙар шулай атала. Улар милли аш-һыуға инмәһә лә, өҫтәре республикабыҙҙың дәүләт символы төҫтәрендә биҙәлгән.

Кисә мәлендә «Буласаҡ әсәләр» тигән бик матур сығыш күрһәтелде. Ҡыҙҙар сәхнә буйлап үтеп, тамаша залына төштө һәм әсәләренә сәскәләр бүләк итте.
Гран-при яулаусыға 50 мең һум аҡса, Сваровски страздары менән биҙәлгән таж тапшырылды. Бынан тыш, Ирина киләһе йылда үтәсәк «Miss globe international» бөтә донъя матурлыҡ ярышында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.

Әйтергә кәрәк, конкурс Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы планына ярашлы ойошторолдо. Уны Өфө ҡала советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, «БР буйынса Рәсәй иреклеләре союзы» йәмәғәт ойошмаһы һәм «Мисс Башҡортостан» модель агентлығы үткәрҙе.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл