«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Эҙәрмәндәр, бәлки, табышыр



26.04.2013 Эҙәрмәндәр, бәлки, табышыр

Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ағайым тураһында уйланып йөрөнөм дә, редакцияға хат яҙырға булдым. Район архивының – янғында, ә хәрби комиссариат архивының 1960 йылдарҙа Белорет райо­ны менән берләшкән осорҙа юҡҡа сығыуы был сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыу мөмкинлеген юҡ итә. Ағай тураһында бер ниндәй ҙә хаттар, документтар һаҡланмаған. Ул дәүер кешеләре хәҙер юҡ инде. Мәғлүмәттәрҙе миңә оло туғандарым һөйләгәнсә генә яҙам. Ағайым (әсәйемдең бер туған ҡустыһы) Ғизетдин Хәйбулла улы Нурдәүләтов Иҫке Мөсәт ауылында тыуа. Һөйләүҙәренсә, ул 1940 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә үҙе теләп китә. Өлкән апайымдың хәтерләүе буйынса (мәрхүмә инде), миңә өс кенә ай була (мин 1940 йылдың авгусы урталарында тыуғанмын). Хушлашҡанда мине күтәреп алып йөрөп хушлаша. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүе буйынса, 1921 йылғы булырға тейеш.
Иптәштәре кемдәр булғандыр, хәтерләүсе юҡ. Йәш саҡта юлда төшөрөлгән бер фотоһы ғына бар. Унда улар өс кеше. Хәрби частан яҙған хаттары һаҡланмаған. Олатай-өләсәйҙәр уҡый-яҙа белмәй ине. Иҫләүемсә, 1947 йылдарҙа мәрхүм булдылар. Олоғайып хәлһеҙләнгәс тә улдарын ҡайтыр тип көттөләр. Әсәйем уларҙы үҙебеҙгә күсереп ала алмай ыҙаланған. Шулай ҙа улар беҙҙең менән бер аҙ йәшәгәндән һуң баҡыйлыҡҡа күсте. Ағайҙың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында «извещение» булған. Ләкин йөкмәткеһен бер кем дә хәтерләмәй. Бер туған ағайым (1928 йылғы) армиянан: «Ғизетдин ағайымдың хеҙмәт иткән еренән хат яҙам һеҙгә. Ултырып илап алдым», − тип яҙғайны. Ул ҡала Каменец-Подольск. Бәлки, ошо исем сер асҡысы була алыр. Ауылдаш бер ағайҙың: «Перемышлдән тип яҙған хаты килде», − тип тә һөйләгәне иҫтә. 1928 йылда тыуған ағайыма бер нисә хат тап шул Каменец-Подольскиҙан килгән. Хәрби частың номерын белеүсе юҡ, хаттар һаҡланмаған.
1980 йылдарҙа әсәйем, эҙләмәйһегеҙ, тип үпкәләгәс, комиссариатҡа барып, мәғлүмәттәр эҙләп ҡарағайныҡ, бер ни ҙә килеп сыҡманы. Һорашып ҡараһаң, бер кем белмәй ҙә, хәтерләмәй ҙә.

Нуретдин ҠУЛБИРҘИН.
Бөрйән районы,
Иҫке Мөсәт ауылы.

Р. S. Хатығыҙҙан күренеүенсә, ағайығыҙ, хәрби хеҙмәткә алынғас, Украинаның Хмельницкий районының Каменец-Подольск ҡалаһында хеҙмәт иткән. Ә Перемышль − 1918 – 1939 йылдарҙа Польша составындағы ҡала. Һуғышҡа тиклем ул ике өлөшкә бүленгән була һәм көнсығыш өлөшө СССР-ға, көнбайыштағыһы Германияға ҡарай. Һуғыштан һуң был ҡала Украина составына инә.
1941 йылдың 22 июнендә вермахтың ике дивизияһы частары Перемышлгә баҫып инә. Дошмандың көслө һөжүмен тәүгеләрҙән булып беҙҙең сик буйы һаҡсылары ҡабул итә. Һуғыш башланғанда улар был ҡалала төп көс булып тора. Беҙҙең ғәскәрҙәр ҙур юғалтыуҙар кисерә. Моғайын, ошо яуҙарҙа ағайығыҙ ҙа һәләк булғандыр, тип фаразларға нигеҙ бар.
Беҙ һеҙгә «Генеалогический форум ВГД» тигән сайтҡа инеп, ағайығыҙҙың мәғлүмәттәрен ҡалдырырға кәңәш итер инек. Унда Украинаның эҙәрмәндәр отряды, бәлки, һеҙгә ярҙам итер. Хәҙер беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған­дар­ҙың, хәбәрһеҙ юғал­ғандарҙың яҙмышын асыҡлау буйынса эҙәрмәндәр әүҙем эшләй.

Редакциянан. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған яҡындарының ҡайҙа һәләк булғанын, ерләнгән урынын табышып биреүҙе һорап яҙған уҡыусыларыбыҙҙың хаттары Башҡортостандың Эҙәрмәндәр отрядының төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе Илдар Зиннур улы Бикбаевҡа тапшырылды. Архивтарҙа тикшеренеү эштәре алып барыу бик ентекле һәм оҙайлы эш булыуына ҡарамаҫтан, эҙәрмәндәр яуап бирер, тип ышанабыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға