«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Салауатыбыҙҙың рухы ҡыуанһын



02.10.2010 Салауатыбыҙҙың рухы ҡыуанһын

24 сентябрҙә Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа батырыбыҙҙың вафат булыуына 210 йыл тулыуға арнап “Салауат Юлаев – мәңге халыҡ хәтерендә” тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте (белеүегеҙсә, Салауат батыр 1800 йылдың сентябрендә Эстонияның Рогервик ҡәлғәһендә вафат була). Конференцияла ошо төбәктең биш районынан уҡытыусылар һәм Өфөнән БДУ уҡытыусыһы, профессор М. Иҙелбаев ҡатнашты.
Уҡыусылар араһында батырыбыҙҙың шиғырҙарын уҡыу буйынса конкурс та булды. Кесе һәм урта йәштәгеләр төркөмөнән Лағыр мәктәбе уҡыу­сылары Эльвина Исламғәзина менән Данил Яҡупов, ә өлкәнерәк йәштәгеләрҙән Дыуан районының Мәсәғүт лицей-интернаты уҡыусыһы Айнур Зәйнетдинов гран-приға лайыҡ булды. Улар район хакимиәте һәм Салауат Юлаев музейы бүләктәре менән бүләкләнде.
Һуңынан Әлкәләге Салауат Юлаевтың үҫмер сағына арналған музейға һәм Тәкәй ауылы урынына экскурсия ла ойошторолдо. Салауаттың тыуған төйәгенең һәр бер ере батырыбыҙҙың эҙҙәрен, уның хаҡында хәтирәләр һаҡлай.
Йөрәгендә Салауат рухын йөрөткән яҡташтарыбыҙ милли батырыбыҙ хөрмәтенә төрлө саралар үткәреп тора. Июнь айында Шайтан-Көҙәй ырыуы Салауаттың шәжәрәһенә бәйле байрамда уға арнап ҡорбан сала, доға уҡыйҙар. Сентябрь уртаһында Әлкә ауылында беренсе С. Юлаев музейы асылыуға 45 йыл тулыу айҡанлы кисә уҙғаралар. Уны Эльвира Заһиҙуллина уҡыусылары менән матур итеп үткәрә. Музейҙың беренсе мөдире – ғүмерен Салауатҡа бағышлаған шәхес, крайҙы өйрәнеүсе, рәссам һәм тарихсы Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин. Бөгөн был изге эште Вилмир Иштимер улы Сафин дауам итә.
Милли батырыбыҙға бағышланған конференцияны ойоштороусылар – Салауат районы хакимиәте, Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейы, уның директоры Зилә Әмин ҡыҙы Садиҡоваға һәм ғилми хеҙмәткәрҙәренә, батырыбыҙҙың исеменә бәйле сараларҙы яҡтыртып барған “Йүрүҙән” район гәзите редакцияһына ҙур рәхмәт, уларҙың изге эштәренә Аллаһы Тәғәләнең мең-мең сауабы яҙһын. Салауатыбыҙҙың рухы шат булһын.

Фәнирә ҒАЙСИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға