«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡот осҡос 872 көн



27.01.2019 Ҡот осҡос 872 көн

йәки 150 грамм икмәк менән – Еңеүгә табан


Үҙ тарихында был ҡала күпте күргән: императорҙар ирәйеп йәшәгән, илдең бөтә элитаһы ошонда йыйылырға, төпләнергә яратҡан. Европаға “терәлеп” торған ҡалаға яңылыҡтар ҙа тиҙ еткән. Заманында әһәмиәтле һәм һынылышлы байтаҡ ваҡиға ошонан башланғыс алған. Санкт-Петербург, Петроград, Ленинград һәм тағы ла Санкт-Петербург. Илдең төньяҡ баш ҡалаһы. Күпте күргән, күпте кисергән. Халҡы менән бергә ауыр һынауҙы үткән таш ҡала. Шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы блокаданы ла.


Июнь. 1941 йыл



Ленинградтан халыҡты бло­кадаға тиклем үк күсерә баш­лайҙар. Әммә бәғзеләр, тиҙ арала еңәсәкбеҙ, тигән хәбәрҙе ишетеп, ҡаланан китергә ризалашмай. Июнь аҙағында, йәғни һуғыш башланғандың икенсе аҙнаһына уҡ төҙөлгән махсус эвакуация комиссияһы вәкилдәренә хатта кешене, хәҙергә китеп тороғоҙ, һуңынан имен-һау ҡайтырһығыҙ, тип өгөтләргә тура килә. Эвакуация ла ҡорбанһыҙ булмай. Ладога аша үткәндә үк кеше ҡырыла, һыуға бата. Ике айҙа 480 мең самаһы ҡала халҡы күсерелә, уларҙың 40 проценты балалар була. Тимер юлы аша эва­куациялайҙар, бер аҙҙан немец фашистары был юлды ҡамай. Онега күленән, Беломор-Балтик каналы аша күсерәләр, уныһы ла ябыла. 4 сентябрҙә Ленинградҡа бомбалар яуа башлай. Тағы ла дүрт көндән фашистар Шлиссельбургты баҫып ала. Был Ленин­градҡа юл бөтөнләй ябылды тигән һүҙ була. Тиҙҙән ҡала урамдарында немец мотоциклдары геүләй. Әммә ҡалала ҡалыусылар бының ваҡытлыса ғына була­сағына өмөтләнә. Гитлер иһә, илдең башҡа ҡалаларынан айырылған, ас Ленинград тиҙ бирешер, тип хыяллана. Берәү ҙә блокаданың 900 көн тиерлек дауам итерен күҙалламай.

Ә иртәгә таң атырмы икән?



Аҙыҡ-түлек карточкалары ҡа­лала 17 июлдә үк индерелә. Ленинградта һуғыш алдынан ризыҡ запасы ҡәҙимге күләмдә тупланған була. Блокада алдынан аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ булмай. 1 сентябрҙән ирекле һатыу тыйыла, ризыҡ нормаһы бер аҙ кәметелә. Ә октябрҙә инде халыҡ ашарға етмәйәсәген тоя башлай. Ноябрҙә ҡалала ысын аслыҡ башлана. Хатта астар урамда иҫтән яҙып йығыла. Үлеүселәр һаны арта. Бер аҙҙан каннибализм күренештәре лә теркәлә. Шулай ҙа был айҙарҙа кеше күпләп аслыҡтан түгел, ә фашист бомбаһынан ҡырыла. 1941 йылдың аҙағы ла ҡаты килә. Яңы йыл да һыуыҡ менән башлана. Кеше торған һайын өмөтһөҙлөккә бирелә, тиҙ еңеү тигән хыял онотола төшә.
“Ҡалала үлем хакимлыҡ итә. Кеше урамда уҡ ята ла үлә. Күптәрҙең йөҙөндә – үлем мөһөрө. Аҙым һайын үлектәр булғанлыҡтан, кеше уларға иғтибар ҙа итмәй. Иртән йорттан сығыу менән мәйеткә осрайһың. Уларҙы алыусы кеше лә юҡ...” Был – Ленинград блокадаһын кисергән бер ҡатындың яҙмаһы. Интернет селтәрендә был ваҡиғалар тураһында яҙма күп. Бер ҡатындың бриллиант биҙәүесен икмәккә алмаштырыуҙарын һорап йөрөгәне лә бар. Блокада ваҡы­тында кемгә аҫылташ кәрәкһен?!
Шәм ике яҡтан да янды... Ленинград халҡының хәлен ошолайтып аңлатты һуңынан кемдер. Бер яҡтан – аслыҡ, икенсе яҡтан – психик һәм физик көсөргәнеш.


Блокадаға эләгеүсе паегы



Икмәк карточка буйынса кешегә көн һайын бирелгән, ә башҡа ризыҡты һәр ун көн һайын алғандар. Икмәк рецебы үҙгәреп торған. Сентябрь аҙаҡтарында һыра заводтары ябылған һәм арпа, соя ҡуҙаҡтары, көрпә, ҡур (солод) запастары тотош икмәк бешереү предприятиеларына тапшырылған. Икмәкте вита­минлыраҡ итеү өсөн онға ҡайын ботаҡтары, ҡарағай ҡайырыһы, төрлө үлән орлоғо ҡушылған. 1942 йыл башында күпереңкерәп бешһен өсөн гидроцеллюлоза ҡуша башлағандар. Ошо ҡышта халыҡҡа икмәк һәм шәкәр генә үҙ ваҡытында бирелгән. Башҡа ризыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булған.
1941 йылдың 1 октябренән заводтар эшселәре көнөнә 400 грамм икмәк алған, башҡаларға 200-шәр грамм тейеш булған. Ай ярымдан паек тағы ла наҡыҫланған: эшселәргә – 300, бүтәндәргә 150 грамм тейгән. Йәнә бер аҙнанан норма 50 һәм 25 грамға кәметелгән. 1942 йылдың ғинуарына норма бер аҙ үҫкән, әммә йөҙҙәрсә мең кеше һәләк булған.
Был аслыҡты ХХ быуаттың иң ҡурҡыныс гуманитар һәләкәттәре исемлегенә индергәндәр.
Совет етәкселеге Ленинград өлөшөнә төшкән һынауҙы алдан күҙаллай алмаған, әлбиттә. Аҙыҡ-түлек запасы ла йыйылмаған.

Фашист идеологияһы



Германияның хәрби-диңгеҙ көстәре штабы начальнигының 1941 йылдың 22 сентябрендә ҡул ҡуйылған “Петербург ҡалаһының киләсәге” директиваһында шундай һүҙҙәр яҙылған булған: “...Фюрер Ленинградты ер йөҙөнән юҡҡа сығарырға ҡарар итте. Совет Рәсәйенең еңеле­үенән һуң уның кеүек ҙур ҡаланың булыуының бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ... Ҡаланы тығыҙ итеп уратып, уны бөтә калибрҙағы артиллерея менән һәм һауанан өҙлөкһөҙ бомбаға тотоп, ер менән тигеҙләргә. Ҡалалағыларҙың әсир төшөүгә үтенесе булһа ла, кире ҡағырға. Ундағы халыҡ, уларҙы ризыҡ менән тәьмин итеүҙе беҙ ҡарарға тейеш түгел. Был һуғышта беҙ халыҡтың бер өлөшө генә булһа ла ҡалыуын да күҙ уңында тотмайбыҙ...”

Ә был ваҡытта...



Аслыҡты, бомбаға тотоуҙы, яҡындарының үлеүен кисерһә лә, һуғыштан насар яңылыҡтар ише­телһә лә, Ленинград халҡы нисек тә йәшәй, эшләй, уҡый, көрәшә. Юҡҡа түгел ине был михнәт...





Автор: А. ЗИННУРОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға