RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Үлгәндә лә үлмәнең һин!

13.09.2013 Үлгәндә лә үлмәнең һин!

Үлгәндә лә үлмәнең һин!Яҙыусы һәм ғалим Жәлил Кейекбаевтың «Зөбәй Үтәғолов» тигән очерк-повесы 1944 йылда, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ – башҡорт Зөбәй Үтәғолов, мари Тимеркәй Ҡобаҡаев (Ҡалтасы районы) һәм улар менән бергә батырҙарса һәләк булған йәнә 11 гвардеецҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә бер йыл тулыуға донъя күрә. Унда Зөбәй Үтәғоловтың Белорет районында үҫеүе, Маҡар эшсе-крәҫтиән мәктәбендә, һуңынан башҡорт педагогия институтында уҡыуы, Салауат һәм Мәләүез райондарында мәктәптә эшләүе, фронттағы батырлығы тасуирлана.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты фойеһында ике ҙур портрет иғтибарҙы йәлеп итә. Береһе – Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, икенсеһе – Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов. Икеһе лә ошо юғары уҡыу йортоноң ғорурлығы, элекке уҡыусылары. Әйткәндәй, буласаҡ ҡаһарман күренекле романист булып таныласаҡ Һәҙиә Дәүләтшина менән бер төркөмдә белем алған.
Өлкән йәштәге байтаҡ замандаштары Зөбәйҙе «һүҙгә йор, көләс булды. Мәргән ата, оҫта бейей ине. Шахмат уйнарға, балыҡ ҡармаҡларға яратты», – тип хәтерләй торғайны. Мәрхүм шағир Хәниф Кәрим һабаҡташына «Хәтерләү» тигән шиғырын бағышлаған. Унда шундай юлдар бар.
Автоматын тотҡан килеш
Атлай Зөбәй мәңгелеккә,
Әйтә һымаҡ,
Әй, дуҫтарым,
Яуҙа ҡурҡыу белмәнек беҙ,
Уттарҙа ла янманыҡ беҙ,
Үлгәндә лә үлмәнек беҙ...
Зөбәй әҙәбиәтте бик яратҡан, үҙе лә шиғыр­ҙар, парсалар ижад иткән. «Тик ағайым шиғырҙарын бер ерҙә лә баҫтырмаған. Бер шиғырын ғына радионан уҡып яңғыратҡаны хәтерҙә. Шиғыр-фәлән яҙылған ҡалын дәфтәре була торғайны», – тип һөйләр ине беҙгә уҡытыусыбыҙ – геройҙың бер туған ҡустыһы Абдулла Төхвәтович. Шунан ул яугирҙың хаттарын да уҡып ишеттерер ине. Өскөл хаттар...
Бына бер хаттан өҙөк. Әсәһе – Файза өләсәйгә яҙған уны Зөбәй: «...гитлерсы варвар­ҙарҙың йыртҡыслыҡтары һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Халҡыбыҙҙың күҙ йәштәре өсөн, һуғышта һәләк булған ағай-эне өсөн (ағаһының һуғышта үлгәнен белгәс) һәм дә Ғөбәйҙулла ағайымдың үсен меңләтә алырмын әле, һуңғы һулышыма тиклем фашистар­ҙан үс аласаҡмын».
Был һүҙҙәр Зөбәй Үтәғоловтың бөтә аңлы тормош юлы, бөтә йөрәге менән үҙенең гражданлыҡ ҡаһарманлығына әҙер булғанлығын асыҡ раҫлай. Ә бит уға Бөйөк Ватан һуғышында ярты йыл ғына ҡатнашырға тура килә.
...Хәтәр бер бәрелештә ни бары ун өс кенә һуғышсы иҫән ҡала. Төрлө милләттән. Араларында күкрәгенә мина ярсығы тейгән Зөбәй Үтәғолов, терһәген пуля сыйған Тимеркәй Ҡобаҡаев. Сабыр холоҡло мари егете һуғышҡа тиклем Ҡалтасы районында тракторсы булған. Батырҙар Ростов өлкәһенең Красновка тимер юл станцияһында, дошман махсус рәүештә һыу һибеп туңдырған боҙло вал аша үтеп, тереләре мәктәп һәм яҡындағы ике өйҙә нығына һәм һан яғынан үҙҙәренән күпкә өҫтөн фашистар менән тәүлектән ашыу аяуһыҙ алыша. Ҡоторонған дошман буйһонмаҫ крепосҡа әйләнгән мәктәпте һәм өйҙәрҙе уратып һалам өйә, үрт һала. Ә патриоттар атыша-атыша йырлап үлә. Зөбәй Үтәғолов – иң аҙаҡ. Был хаҡта һалдат флягаһында штык осо менән яҙған аманаты һөйләй. «Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Танкылар килә. Бәхил булығыҙ. Зөбәй». Ә бынан алда, төнөн, алыш тынған арала егерме туғыҙ йәшлек башҡорт ҡаһарманы ғәйрәтле рух менән һуғарылған һуңғы хатын яҙып, гильзаға тығып, көлгә күмә. «Ун өс герой» музейында башҡа экспонаттар менән ҡәҙерләп һаҡлана был аманаттар.
«Ҡәҙерле улым Рөстәм!
Был хатты һин уҡығанда, бик күп йылдар үткән булыр, һуғыш бөтөп, азат ителгән ерҙә яңынан бәхетле һәм шатлыҡлы тормош сәскә атыр. Һин кескәй генә сағыңда, бишектә йылмайып йоҡлап ятҡанда, беҙ һөйөклө әсәйең менән һин бәхетле булырһың тип уйланыҡ. Мин һинең тәүге әйткән һүҙҙәреңә, тәүге фекерҙәреңә сикһеҙ шатлана инем.
Оҙаҡламай ауыр һуғыш көндәре башланды. Һин әсәйең менән Өфөлә ҡалдың, ә мин, башҡа йөҙләгән, меңләгән атай­ҙар кеүек, фронтҡа киттем. Мин әле ауыр йәрәхәтләндем. Ләкин һин, минең яратҡан улым, сәскә атҡан илдә – социализм илендә йәшәрһең һәм үҙеңдең атайың өсөн һиңә ҡыҙарырға тура килмәҫ, тигән тәрән ышаныс менән үләм. Һин һуңынан ғорурлыҡ менән: «Атайым буласаҡ бәхет өсөн көрәштә антына һәм Ватанына тоғро булып үлде», – тип әйтә алырһың. Фашистарға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә мин үҙ ҡаным менән һиңә бәхетле тормошҡа хоҡуҡ яуланым.
Йылдар, тиҫтә йылдар үткәс, беҙгә, илде һаҡлаусыларға, Ватаныбыҙ еңеү һәйкәле төҙөр. Шуға ҡарап, һин мине лә хәтерлә.
Әгәр һөйөклө Ватаныңа дошман янаһа, үҙ атайыңа лайыҡ бул. Ватаның өсөн ғүмереңде ҡыҙғанма.
Һине үбәм, ҡәҙерле улым.
Һинең атайың Зөбәй. 15 ғинуар, 1943 йыл».
Эйе, Рөстәмгә генә төбәлмәгән был хат. Рөстәмдәр быуынына, киләсәк быуындарға төбәлгән.
...Полкташтары стратегик станцияны һәм станицаны азат иткәс, хайран ҡала: тирә-йүндә ике йөҙләп илбаҫар ҡырылған, тиҫтәләгән һуғыш техникаһы сафтан сығарылған.

* * *
Баҡый ауылы – бейек тауҙар араһына һыйынып ҡына ултырған боронғо төйәк. Герой тыуған йорт һигеҙ йыллыҡ мәктәптең бер бинаһы хәҙер. Зөбәй Үтәғолов фронтта ла мәктәп бинаһында янып үлә. Уйландыра был хәл.
Совет осоронда йыл һайын 1 сентябрҙә Красновка һәм Баҡый мәктәптәрендәге дәрестәр ун өс гвардеецтың подвигын хәтерләүҙән башлана торғайны... Әйткәндәй, Мәләүез районының Юлдаш мәктәбе Герой исемен йөрөтә. Бында быйыл яҙ Зөбәй Үтәғолов ҡаһарманлығының 100 йыллығы уңайынан Ишембай районының Маҡар мәктәбенән ҙур делегация килеп, хәтер кисәһендә ҡатнашты, ике мәктәпкә лә мин батырҙың яҙмышын сағылдырған альбомдар бүләк иттем. Ошо көндәрҙә юлдаштар Маҡарға юллана, унда Зөбәй Үтәғоловтың йөҙ йыллығы билдәләнәсәк. Ике мәктәптә лә батырға арналған музей бүлмәләре эшләп килә, улар йылдан-йыл яңы материалдар иҫәбенә байый бара.
Башҡортостанда Зөбәй Үтәғолов уҡыған һәм ул уҡытыусы булып эшләгән ерҙәрҙә мәрмәр таҡтаташтар ҡуйылған. Белорет ҡалаһының Геройҙар аллеяһында батыр һалдаттың бронза һыны ғорур тора. Райондың аҙ комплектлы мәктәп директорҙары өсөн мәғариф бүлеге быйыл Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия булдырҙы.
Шулай, ил өсөн янып үлгән ҡаһарман онотола тиме ни?! Был хаҡта халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың остазы Рәми Ғариповҡа арнал­ған шиғырында ла асыҡ әйтелгән. Ә бит Зөбәй Үтәғолов Рәми тыуған өйҙөң ҡаршыһында урынлашҡан мәктәптә (Салауат районы Арҡауыл ауылы) 1940 – 1941-ҙәге уҡыу йылында балаларға башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән дәрестәр биргән. Уҡыу­сыларының күптәре аҙаҡ, уҡытыусылары ише, доброволец булып төрлө фронттарға атлыға һәм үҙҙәрен ҡыйыу яугир итеп таныта. Рауил Бикбаев шиғырынан өҙөккә иғтибар итәйек:
Был донъяның иркә улы булып
Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп.
Һиндә – Салауаттың яралары,
Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең.

Ҡайҙа барһам, әсе моңдай сыңлап,
Йөрәгемдә бергә килерҙәр.
Шәһиттәрҙең ҡаны аҡҡан боҙҙар,
Зөбәйҙәрҙән ҡалған күмерҙәр.

Көнөн-төнөн көйрәп, күңелдәрҙә
Атайҙарҙан ҡалған уй ята.
Донда ҡорбан булған Дим улдары
Ыңғырашып таңда уята.
Красновкала мөһабәт һәйкәл-ансамбль төҙөлгән. Автоматын ҡыҫҡан килеш, батыр Зөбәй, уҡытыусы Зөбәй беҙгә өндәшә кеүек:
Уттарҙа ла янманыҡ беҙ,
Үлгәндә лә үлмәнек беҙ.

Сабир Шәрипов.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло