RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » һандар һәм факттар

10.05.2013 һандар һәм факттар

Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙың дөйөм демографик юғалтыуы 26,6 миллион кеше була. Был күрһәткестең 38,5 миллион кеше тигән варианты ла бар.

Германияның 5 миллионға яҡын кешеһе һәләк була. Уның союздаштарыныҡы – 806 мең.

Ғалим Г. Кривошеев етәкселегендәге тикшеренеүселәр төркөмө беҙҙең илдең һуғышта ҡатнашмаған халҡынан яҡынса 13,7 миллион кешенең һәләк булыуын асыҡлаған. Шуларҙың 7 миллиондан ашыуы оккупацияланған биләмәлә бомбаға тотоуҙан һәләк булһа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә үлтерелһә, 4 миллионы аслыҡтан, йоғошло сирҙәрҙән, медицина ярҙамы юҡлыҡтан ҡырылған. Ҡалған 2 миллионы Германияла мәжбүри эштән донъя ҡуя.

Ленинград блокадаһында аслыҡтан миллионға яҡын ватандашыбыҙҙың ғүмере өҙөлә. Блокада 880 көн дауам итә. Был осорҙа икмәк нормаһы эшселәр өсөн 250 г тәшкил иткән, ә хеҙмәткәр­ҙәр, балалар, иждивинецтар өсөн күләме ике тапҡыр бәләкәй була.

Һуғыш йылдарында совет биләмәһендә 1710 ҡала һәм ҡасаба, 70 меңдән ашыу ауыл емерелә. 32 мең сәнәғәт предприятиеһының эше туҡтала, 98 мең колхоз һәм 1876 совхоз юҡҡа сығарыла.

Дөйөм алғанда, СССР-ҙың матди юғалтыуҙарының суммаһы 2 триллион 600 миллиард һумға торош иткән.

Рәсәй Оборона министрлығының 2005 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, 1941 – 1945 йылдарҙа 4 559 000 совет хәрбийе әсиргә эләккән. Уларҙың 4 380 000-е һәләк булған. Шуныһы бар: 1944 йылдың 1 майында, немец документтары буйынса, совет әсирҙәре һанының 5 миллиондан ашыуы билдәле.

Илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙары, Ватанын яҡлап, һуғыштың тәүге көндәрендә үк яуға китә. Донъя тарихында башҡа бындай күренеш теркәлмәгән. Фронтта бер миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.

СССР Хәрби көстәрендә ҡатын-ҡыҙҙар хәрби формированиелары төҙөлә. Теләүселәрҙән торған өс авиация полкы, уҡсылар бригадаһы, айырым запас уҡсылар полкы, ҡатын-ҡыҙ снайпер­ҙар мәктәбе, моряк ҡатын-ҡыҙҙар ротаһы ирҙәрҙән ҡалышмай дошманды ҡыра.

1941 йылдың 22 июненә СССР сигендә Германияның өс армия төркөмө – 181 дивизияһы – урынлашҡан булған. Уларға 3 флот ҡушылған.

22 июндә СССР-ға ҡаршы һуғышты Германия ғына башламай, ә Италия менән Румыния ла иғлан итә, ә 23 июндә Словакия ла ҡушыла.

Европа биләмәһендә һуғыш 1945 йылдың 8 майында, Үҙәк Европа ваҡыты менән 22 сәғәт 43 минутта тамамлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙә 870 мең берәмек хәрби техника сығарыла. Шуларҙан – 120 мең самолет, 90 мең танк, 360 мең пушка һәм 300 мең миномет.

Һәр бишенсе яугир наградаға лайыҡ булған. 11 681 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала