RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Бәхил бул, Актриса!

26.04.2013 Бәхил бул, Актриса!

Бәхил бул, Актриса! Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе – 79-сы йәшендә арабыҙҙан РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Зинира Атнабаева китеп барҙы. Билдәле шәхес ысын кимәлендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһе «йондоҙо» булды.
Зинира Атнабаева Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын мәктәпте тамамлағас та уҡытыусы булып башлай, аҙағыраҡ журналистика өлкәһендә лә тәжрибә туплай. Ижадҡа ынтылышы уны Мәскәүгә, ГИТИС-ҡа – А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтына алып бара. Унда актриса һөнәрен үҙләштереп, Башҡортостандың төп театрында данлыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Ярты быуаттан ашыу ғүмерен театр сәхнәһендә төрлө ролдәр башҡарыуға арнай. Зинира Атнабаева үҙен тамашасыға комедияларҙа ла, драмаларҙа ла берҙәй һәләтле итеп күрһәтә, бөгөнгө өлкән быуындың иң яратҡан артистарының береһенә әүерелә. Актриса ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем туған театры менән бәйләнешен өҙмәй, йәштәргә остаз булып йәшәй.
Сәхнә оҫтаһының исеме республиканың сәнғәт тарихында күптән үҙ урынын алды. Зинира Атнабаева хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы