RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Алға!» – тип оран ташлау етә ине...»

26.10.2010 «Алға!» – тип оран ташлау етә ине...»

«Алға!» – тип оран ташлау етә ине...»Комсомол хаҡында дәреслектәрҙән түгел, үҙ йәшлеге тәжрибәләренән сығып фекер йөрөтөүселәр менән һөйләшкәндә, уларҙың был йәштәр ойошмаһы хаҡында тик ыңғай ҡарашта булыуын, һәм, иң мөһиме, уларҙың дәлилдәренең бик тә тос булыуына иғтибар итәһең. Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Сибайҙа йәшәүсе 82 йәшлек Әғзәм Әсфәндиәр улы Хәмитов та үҙенең йәшлек йылдары, комсомол ойошмаһы хаҡында һағынып һөйләй.
– 1947–53-сө йылдарҙа Баймаҡ районының Ярат ауылында Карл Маркс исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләргә тура килде. Был йылдар хаҡында хәтеремдә иң яҡшы хәтирәләр генә тороп ҡалған. Элекке ваҡыттарҙа йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа дәртле булды. Шулай ҙа комсомол гелән алда йөрөнө, башҡаларға үрнәк күрһәтте. Беҙҙең колхозда 39 комсомолец булды, уларҙың биш-алтауы ғына инициатива күрһәтеп, артынан башҡаларҙы әйҙәп йөрөү һәләтенән мәхрүм булғандыр, ә башҡалары... Байрам булһынмы, өмәме, берәй йыйылышмы – «Комсомолецтар, алға!» – тип оран һалыу етә ине. Шулай, 1947 йылдың 10 октябрендә ҡар ятып, бар уңыш ҡар аҫтында ҡалды. Ярлы саҡ – бөтә колхоздарҙа ла бер-ике бөртөк иҫке комбайн бар, уңышты йыйып алыуға өмөт юҡ. ҡул һелтәп ҡалманыҡ, тәким өмә уҙғарып, уңышты йыйып алдыҡ. Берәүҙәр ҡар көрәй, артынан икенселәре салғы менән игенде сабып бара, өсөнсөләре сабылған игенде һәнәк менән ташып күбәләргә өйә. ҡар һуңынан ирене-иреүен, әммә барыбер комсомолецтар, бар ауыл халҡына өлгө күрһәтеп, уңышты йыйып алып өлгөргәйнек инде.
Комсомол ойошмаһы йәштәрҙе ғәҙел рәүештә вазифалы эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итте. Комсомолдың район комитетынан теге йәки был колхозғамы, бүлексәгәме йәки районғамы, һәләтле, тырыш, коммунистик рухлы, идеялы йәш егет кәрәк, тигән бойороҡ килә. Нисек итеп ошондай талаптарҙы һанға һуҡмай, илке-һалҡы йөрөгән кешене тәҡдим итәһең? Заманаһы ла шулай ине – контроль, талаптар көслө булды, ҡырын эш өсөн баштан һыйпаманылар. Был да комсомолдың принциптары булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Ғөмүмән, ҡай саҡ хафаға ҡалам: берәй дәүләт беҙҙең илебеҙ дәлилдәренең ҡаршы һуғыш иғлан итһә, үҙе теләп яуға китергә теләүселәр табылырмы йәштәребеҙ араһында, тип. Бер тин аҡса түләмәҫтәрен белә тороп, ҡола яланға сығып, ҡар аҫтында бойҙайҙы сабып йөрөүселәр, һәр хәлдә, табылмаясаҡ – комсомолецтар юҡ бит хәҙер...

И. ҡАНСУРИН яҙып алды.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала