RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Онотолмаҫ хәтер кисәһе

05.03.2013 Онотолмаҫ хәтер кисәһе

1937 − 1938 йылдарҙа илебеҙҙә миллионлаған ке­ше хаҡһыҙ эҙәрлекләү­ҙәргә дусар ителә, ғәйепһеҙгә ҡорбан була.
Баҡалы районының Иҫке Ҡорос урта дөйөм белем биреү мәктәбендә өс йыл рәттән сәйәси золом ҡорбандары булған яҙыусылар тураһында эҙләнеү эше башҡарабыҙ.
2011 йылда Сабит Әбүсуфъян улы Суфиянов, 2012 йылда Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаев тураһында эҙләнеү эше башҡарҙыҡ һәм хәтер кисәһе ойошторҙоҡ. Был сараға беҙ оҙаҡ һәм ентекле әҙерләндек. Бик күп китап, журнал, гәзит менән таныштыҡ. Уның тураһында байтаҡ сығанаҡ яҙған яҙыусыларға ҙур рәхмәт.
Ғабдулла Амантайҙың тормош юлы һәм ижады буйынса уҡыусылар папкалар төҙөнө, поэмаларын, шиғырҙарын, фәнни хеҙмәттәрен уҡыны, ятлап алды.
Ғабдулла Амантайҙың нәҫелен дауам итеүсе, Өфөлә йәшәүсе ейәне, БР-ҙың халыҡ артисы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, беҙҙең ауыл кейәүе, Рафаэль Альберт улы Амантаев был кисәнең түрендә булды.
Ул үҙенең олатаһы ту­раһында ғорурланып һөйләне. Ғабдулла Аман­таев­тың ҡыҙы Ролена апайҙан, атаһы Альберттан ишеткән иҫтәлектәр менән бүлеште.
Әлеге көндә “Амантай” исемле үҙәк асҡан Рафаэль Амантаев унда сүкеп, биҙәп, семәрләп алҡалар, беләҙектәр, ҡайыштар, ситектәр яһай. Ошо эштәрен беҙгә күрһәтергә килтергән. Мәк­тәп музейына Ғаб­дулла Аман­тайҙың рамкаға ҡу­йыл­­ған һүрәтен бүләк итте. “Көн һәм быуат” исемле китабын иҫтәлеккә ҡалдыр­ҙы.
Ҡәҙерле ваҡытын ҡыҙ­ғанмайынса, Иҫке Ҡоросҡа килеп, уҡыусылар, уҡытыу­сылар алдында сығыш яһағаны өсөн Рафаэль ағай­ға ҙур рәхмәт әйткем килә. Уға һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.

Нурия СӘЛӘХОВА,
Иҫке Ҡорос мәктәбе
уҡытыусыһы.
Баҡалы районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы