RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Гәүһәр-яҡуттарҙан аҫылыраҡ

15.02.2013 Гәүһәр-яҡуттарҙан аҫылыраҡ

Халҡыбыҙҙың ир-азаматы Басир Мәһәҙиевтың бар булмышы шулай
Гәүһәр-яҡуттарҙан аҫылыраҡ
Яҙмыштың ҡояшлы көндәре миңә хәтһеҙ ейәнсуралар менән танышыу, хеҙмәттәшлек итеү, дуҫ булып йәшәү бәхетен бүләк итте. Шулай ҙа кеше ҡәҙерен белеү, уның эске донъяһын күрә алыу мәҙәниәтенең һабаҡтарын мин ағалы-ҡустылы Мәһәҙиевтарҙан – Дәүләткирәй Дәүләтбай улы менән Басир Дәүләт улынан алғанмындыр. Исем-шәрифтәренең яҙылышында аҙ ғына айырмалыҡ булһа ла, Мәһәҙиевтар – бер туған. Дәүләткирәй ағай менән, ул дин юлын һайлағансы, журналистика тип аталған мәшәҡәтле, борсолоу тулы эштең осона сығырға тырыштыҡ. Булмаҫтың артынан ҡыуған­быҙҙыр, әлбиттә, уның ҡарауы, өлкән Мә­һәҙиевтың энциклопедик мәғлүмәтлелеге, йәнле башҡорт теленең һәр кем һиҙемләй алмаған мәғәнәүи нескәлектәрен белеүенең шаһиты булдым. Мәһәҙиевтарға күҙ йомоп тартылыуымдың йәнә лә бер сәбәбе шул, Басир ағай – алтмышынсы йылдарҙың башында атайсалымда геологик-эҙләнеүҙәр партияһын етәкләп, ошо төбәкте төпсөрләп тикшергән кеше. Ошо замандан ярты быуат ғүмер үткән, Әбйәлил тауҙарын, йылға-үҙәндәрен ҡыҙырып йөрөгән бүтәндәр ҙә булғандыр, шәт, ләкин яҡташтарым әле булһа улар төйәк иткән ошо тирәне геолог Басир Мәһәҙиевтан да төплөрәк тикшергән кеше юҡ тип иҫәпләй. Ышанғас, ышанһындар.
Ейәнсура районының көнбайышындараҡ, Йылайыр ҡалҡыулығы, һөҙәкләнә барыбыраҡ, Ырумбур далаларына әле күсеп бөтмәгән урында, боронғо Абзан ауылы ирәйеп ята. Әселе йылғаһына, Абзанға яҡыныраҡ, йәнә бер нисә инеш һыуын өҫтәй тора. Башҡортостан ауылдары тарихын тәрән өйрәнгән ғалим Әнүәр Әсфәндиәров ағай, Абзан ҡағыҙҙарҙа 1776 йылдан теркәлгән һәм ауылды Нуғай юлының Үҫәргән башҡорттары нигеҙләгән, тип бара. Республиканың хәҙерге административ картаһына күҙ һалһаң, Абзан әллә ҡай төпкөлдәрендә ятҡан һымаҡ. Хәтер күҙе менән ҡараһаң, Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ Абзан ошо атамалы райондың админис­тратив үҙәге булып теүәл ун йыл хеҙмәт иткән. Мәһәҙиевтарҙың ата-олаталары игенен дә иккән, мал-тыуарын да үрсеткән, та­тар­ҙар менән аралашып донъя көтөү, берҙән, ислам мәғрифәтенә юлды тиҙләтһә, икенсенән, һөнәрселек таһылын биргән. Абзан ғүмер баҡый мәсеттәрһеҙ, тирмәндәрһеҙ, баҙар­ҙар­һыҙ йәшәмәгән. Ғөмүмән, әүәлерәк Өфөнөң алыҫлығын мәғрифәтле, рус телле Ырымбурҙың яҡынлығы алмаштырған.
Хәҙерге мәлдә Абзан ауылының бер урамы Дәүләткирәй менән Басир Мәһәҙиевтарҙың исемен йөрөтә. Ә «Саян» йондоҙлоғондағы кескәй бер планетаға «Басир» тигән атама биргәндер.
Исеме, асманды ашып, Йыһан киңлектәренә уҙған кем һуң әле ул тиклем Басир ағай? Был һорауға, шәп геолог, арҙаҡлы ғалим, лауреат һәм яҙыусы, тип өҙә һуғып ҡына яуап бирергә лә мөмкин ине. Ләкин мин, олуғ ошо шәхескә һикһән йәш тулған көндәрҙә, ҡолаҡ ярыр ҡырыҫ һүҙ менән һис тә хуш була алмайым.
Хоҙайҙың рәхмәте менән миңә Башҡортостандың байтаҡ атаҡлы геологы һәм геофизигы менән танышыу, хатта дуҫлашыу бәхете тейҙе. Бар донъяны урап йөрөп эшләгән геофизик Наил Юнысов, ғалим-геолог Морат Камалетдинов, тау сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Рәсих Хәмитов, ғәмәли геология менән нәфис һүҙҙе беректерә алған Диҡҡәт Бураҡаев һәм Миңләхмәт Моталов, башҡорттарҙан тәүге геофизик Ғәли Бирҙин… Гәзит мөмкинлектәре сикле булмаһа, ошондай исемдәрҙе теҙер ҙә теҙер инем. Ә шулай ҙа Басир Мәһәҙиевҡа ҡарата мөнәсәбәтемде, үҙем белгән аҫыл һүҙҙәрҙе һайлаһам да, әйтеп еткерә алмам һымаҡ.
Ололоҡта йәшәүсе замандаштарымдың яҙмышы тураһында ҡабат-ҡабат уйланған мәлдәрҙә мин бөгөн һүгеүгә һәм тапауға дусар ителгән теге быуаттың байтаҡ йылын, ул йылдарҙа илде тотҡан хакимлыҡты рәхмәт йөҙөнән иҫемә төшөрәм. Үҙәк совет власының егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа уҡ аҙ һанлы ҡәүемдәрҙең ул һәм ҡыҙҙарына дөйөм цивилизацияға яҡынайтыусы һөнәрҙәр биреүҙе хәстәрләгән. Был – башҡорт тарихындағы мәғлүм һәм инҡар иткеһеҙ факт. Был турала Һиндостанға, Мысырға нефть табышы биргән, Америка, Франция белгестәре менән тиң тороп эшләгән геофизик Наил Юнысов ағай ҙа йыш һөйләй. Ул һәм Башҡортос­тандың бер төркөм егете, СССР сит ил эштәре министры В. Молотовтың шәхси хәстәрлеге менән, Мәскәүҙең И. Губкин исемендәге нефть институтын тамамлаған. 1953 йылда Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы егете Миңләхмәт Моталов Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтының дипломын алып сыҡҡан. Йәнә өс йыл үтеүгә ошо уҡ юғары уҡыу йорто Басир Мәһәҙиевҡа ҡанат биргән. Тырыш, һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙар илебеҙҙә һис ҡасан да кәмселектә йөрөмәне.
Әллә – яҙмыш, әллә кәнсәләрҙә ултырған түрәләрҙең вайымһыҙ яңылышлығы булыпмы, институттан туп-тура Башҡортостаныма ҡайтам, тип дәртләнгән йәш геологты Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһына ебәргәндәр. Элегерәк түгел, әле минең хәтер­ҙә, ҡайҙалыр барып эшләүгә тәғәйенләнгән йәш белгестең, фарманға буйһонмай, ҡасып йөрөү ғәҙәте юҡ ине. Йәнә лә – Басир ағайҙа крәҫтиән хеҙмәтендә лә дәрт тапҡан атаһы, донъяларын бөтәйтеп тотҡан әсәһенең яуаплылыҡ мәҙәниәте йәштән үк күренгәндер. Мәскәүҙә геолог алда асыласаҡ хазиналарҙың барыһынан да аҫылыраҡ бер байлыҡҡа юлыҡҡайны. Полевскойға Басир Мәскәү китапхана институтын тамамлаған кәләше Сәүиә менән китте.
Мәһәҙиевтың ошо йылдарҙағы эше тураһында сурытһаҡ, оҙон тәбәрәккә китер, иллә уға Урта Урал ғәмәли геология мәктәбен үтеү артабанғы геологик разведка эштәренең нескәлектәренә төшөнөү йәһәтенән бик мөһим булған. Ә иң ҡыуаныслыһы – Вәсилдәре тыуыу.
Эргәлә генә ятҡан Свердловск өлкәһен сит-ят ер тип тә булмайҙыр инде, шулай ҙа геолог Башҡортостанға ынтыла. Бының да мәғәнәһе – республикала төҫлө металдар табыуға йүнәлтелгән тау-мәғдән сәнәғәтенең йылдам үҫеүе. Мәһәҙиев, элекке комсомолдарға хас бер ҡатлы дәрт менән, әлеге ҙур эштәрҙең өйөрмәһендә булырға теләй. Шуныһы, Башҡортостанға ҡайтып эшләй башлағас та Басир Дәүләт улы ҡыҙырынып эҙләнеүсе ҡыр геологы зауығын тармаҡтағы эштәрҙе ойоштороусы чиновник бурыстары менән ризалыҡта алып барыу һәләтен күрһәтә.
Әйткәнемсә, Мәһәҙиев өс йыл Әбйәлил төбәген ныҡлап тикшергән, артабан байтаҡ ваҡыт уның һөҙөмтәләрен ҡағыҙға күсергән. Ошо таштар араһында ғалим күңеле геолог диссертацияһына юлыҡҡан, һүҙ тәме, йәмгә һоҡланыу ҡеүәһе лә эҙләнеүсегә тау-таш араһында килгән.
Бына ағалы-ҡустылы Мәһәҙиевтар менән тағы ла бер һоҡланып алыр форсат тыуҙы. Матбуғатта миңә баһалап бөткөһөҙ һабаҡтар биргән Дәүләткирәй ағай туҡһанынсы йылдар баштарында дин юлына борола башланы. Был уның ғүмер баҡый иманлы тормошондағы тәбиғи ағым булғандыр. Артабан ағайыбыҙ, ҡөрьән Кәримде башҡортсалаштырыу­ҙа әүҙем ҡатнашып, ҡаһарманлыҡҡа бәрәбәр ошо хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыуға өлгәште. Басир ағай иһә, Башҡортостандың Урал аръяғы киңлектәрен ҡыҙыра торғас, хеҙмәттәштәре менән Хәйбулла яҡтарында «Подольское» һәм «Юбилейное» тип аталған ғәйәт бай баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарына юлыҡты. Әйткәндәй, Учалы, Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйә­лилдең ер аҫты Ватан ҡеүәтен үҫтереүгә өлөшөн индерә генә башланы. Был өлөш йылдан-йыл һәлмәкләнә барасаҡ. Ә Басир Мәһә­ҙиев, бер төркөм коллегаһы менән бер­гә, 1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһын алды. Ун биш йыл эсендә ике туғанға оло ике бүләк!.. Бүтән шундай хәл һеҙҙең хәтергә киләме?
Басир Дәүләт улының фәнде популярлаштырыу, яҙыусылыҡ йүнәлешендәге хеҙмәттәре тураһында сиселеберәк һөйләргә ине лә. Уның «Ташҡа мәҙхиә» тип аталған һоҡланғыс яҙмаларында шундай юлдар бар: «Заманалар үтә тора, таштарҙың, мәғдәндәрҙең кәрәк-яраҡ урыны күбәйә бара. Тәбиғәттең – беҙҙең милли байлығыҙҙың мөһим бер өлөшөн тәшкил иткән ер аҫты байлыҡтарына дөйөм ҡа­раш та үҙгәрә… Беҙ үҙебеҙҙең тәбиғәт балалары булып яратылыуыбыҙҙы иҫкә төшөрҙөк».
Хәйер, халҡыбыҙҙың Басир Мәһәҙиев кеүек уландары булғанда, был хәҡиҡәт онотолаһы ла түгел.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло