RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ғалимдың исеме мәңгеләштерелһен

25.10.2011 Ғалимдың исеме мәңгеләштерелһен

Ғалимдың исеме мәңгеләштерелһен
Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә билдәле ғалим-төркиәтсе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәтулла улы Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылды.
Юбилей тантаналарында уға арнап халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреү, шулай уҡ профессорҙың ғилми хеҙмәттәре йыйынтыҡтарын, «Урман әкиәттәре» китабын баҫтырып сығарыу ҡаралған. Әлбиттә, оло ғалимыбыҙҙың хеҙмәттәре был йәһәттән тейешле кимәлдә баһаланасаҡ.
Әммә, мине генә түгел, бик күп йәмәғәтселекте күптән үк борсоған бер мөһим мәсьәлә буйынса үҙемдең ҡайһы бер тәҡдимдәремде әйтеп үтмәксемен. «Йәшлек» гәзитендә ошо йылдың 22 февраль һанында донъя күргән «Ил улдары үлмәй» тигән мәҡәләһендә мәғариф ветераны Рәйсә Фәйзуллина БДУ-ға Жәлил Кейекбаевтың исемен биреү тураһында һүҙ ҡуҙғата һәм уның хеҙмәттәрен күп яҡлап баһалай. Бынан күп йылдар уҡ журналист һәм ғалим Ризван Хажиев та был теманы күтәреп сыҡҡайны.
Төрки донъяһында, сит илдәрҙә лә үҙен танытҡан бөйөк ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың исеме миңә яҡын да, ҡәҙерле лә. Сөнки уның «Туғандар һәм таныштар» романына иң беренселәрҙән булып идея-эстетик планда анализ яһап, диплом эше яҡлағайным.
Үкенескә күрә, ғалим ул йылдарҙа арабыҙҙан киткәйне. Миңә уның лекцияларын да тыңлау бәхете эләкмәне. Шулай ҙа университетта уҡыу йылдарында уны йыш осратҡаным, күп осраҡта студенттар араһында, таныштары менән әңгәмәләшеп торған сағында күрергә тура килгәйне. Башҡорттар араһында иң беренселәрҙән булып фән докторы, профессор исемен алыуы уға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уята. Уның шәкерте һәм дуҫы, ТАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор М. Зәкиев үҙенең «Дәртле йыр» тигән китабында бына нимә ти: «Тел белеме − бик ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә булған фән. Жәлил Кейекбаев бына ошо фән өлкәһендә күп эш башҡарып, ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәткән. Башҡорт халҡы уны тыуҙырып үҫтерҙе, совет илендә ул алдынғы мәҙәниәткә, ғилемгә эйә булды һәм бик күп хеҙмәттәр ижад итеп, башҡорт халҡының ғорурлығы булырлыҡ шәхестәр рәтенә баҫты. Жәлил Ғиниәтович бер башҡорт теле генә ғалимы түгел, ул − рустар, германистар, тюркологтар-монголистар, уғыр-финселәр һәм башҡалар алдында үҙенең хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған, улай ғына түгел, халыҡ-ара исеме булған ғалим… Ж. Кейекбаев менән башҡорт халҡы ысын-ысындан да ғорурланырға хаҡлы».
Татар ғалимының һүҙҙәренә аңлатма биреү кәрәкмәҫ, моғайын. Үҙе иҫән саҡта юғары дәрәжәләргә эйә булған ысын ир-азаматтарыбыҙҙың береһе, башҡорт тел ғилемен сит илдәрҙә лә танытҡан олуғ, мәшһүр ғалимыбыҙҙың исеме Башҡорт дәүләт университетына бирелеп мәңгеләштерелһә, бик яҡшы булыр ине. Тағы ла университет бинаһы алдында бюсы ҡу­йыл­һа, һис тә артыҡ булмаясаҡ. Буласаҡ студенттар, йәш ғалимдар башҡорт хал­ҡының күренекле улы Жәлил Кейекбаев рухынан өлгө алып, ғилми асыштарында сағылыш табасағына иманым камил.

Салауат МӨХӘМӘТШИН,
журналист, Сәғит Мифтахов исемендәге
премия лауреаты.

Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”