RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Исеме – халыҡ хәтерендә

14.09.2010 Исеме – халыҡ хәтерендә

Исеме – халыҡ хәтерендәРеспубликабыҙҙың бөйөк шәхесе, халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең хәтер кисәһе Дүртөйлө ҡалаһында шағирҙың бюсына сәскәләр һа­лыуҙан башланды.
Артабан сара шағир исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында дауам итте. Уҡыусылар шағирҙың ижадына арналған әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте. Гимназия директоры Гөлшат Хөсәйенова шағир ижадының әһәмиәте тураһында һөйләне. Шағирҙың ҡыҙы Алһыу Нәжметдинова үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашып:
– Атайым яҡты тормош ҡорҙо, өмөт, намыҫ, ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк юлын үтте. Беҙ һәр беребеҙ шуға ынтылырға тейешбеҙ, – тине.
Шағирҙың Үр башындағы ҡәбере янында Миңеште урта мәктәбе уҡыу­сылары, уҡытыусылар, райондың туған тел уҡытыусылары йыйылып, сәскәләр һалды.
Ижадсының ҡәләмдәш дуҫтары Мөфтәҙин Ғиләжев, Фәнис Рәхмәтуллин һәм Рафаил Хафизов дуҫлыҡ йылдарын хәтергә төшөрҙө, халыҡ шағирына бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Миңеште урта мәктәбе уҡыусылары ла данлыҡлы ауылдаштарының ижады менән яҡшы таныш. Улар шағирҙың әҫәрҙәре нигеҙендә әҙәби композиция әҙерләгән.
Хәтер кисәһе шағирҙың йорт-музейында дауам итте.

З. НӘБИУЛЛИНА.
Дүртөйлө районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим