RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

07.09.2010 Әсәйемә

Быйыл 46 йәшендә генә вафат булған ҡәҙерле кешемә арнайым

Һин бар инең кисә яндарымда,
Бөгөн – тирә-яҡта тик бушлыҡ.
Ышанмайым һаман, һаман көтәм,
«Инәйем!» – тип саҡырам... Тып-тын...
Кисә генә, икәү сөкөрләшеп,
Эстек тәмләп хуш еҫле сәйҙе.
Бөгөн бушлыҡ, йөрәк өҙгөс тынлыҡ
Уратып алды беҙҙең өйҙө...
Һәр тауышҡа йөрәк тертләп китә,
Ишетергә теләп тик һине.
Һинең көлөүеңде, тауышыңды,
Тын алыуҙы бары тик һинең.
Төштәремдә һәр саҡ янымда һин,
Һөйләшәһең, һыйпап башымдан.
Уянам да, үҙәк өҙгөс тынлыҡ
Йолҡоп ала һинең яныңдан.
Йәннәттәрҙән урын бирһен Хоҙай,
Тик еңеллек булһын юлдашың.
Изге йәнле, ғәзиз инәкәйем...
Күңел ҡалды һинһеҙ аҙашып...

Зөһрә ФӘРУҠШИНА.
Дәүләкән районы,
Ҡоръятмаҫ ауылы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы