RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Атай менән үткәргән һуңғы көн

22.06.2019 Атай менән үткәргән һуңғы көн

Хәтирә өләсәйем хәтирәләре

1941 йылдың йәй миҙгеле (июль-август айҙары булырға тейеш). Мин 8 – 9 йәштәрҙә. Их, бер барып күрергә ине шул “гурыт” тигәндәрен тип хыялланып йөрөгәндә тәтене бит миңә лә был сәфәр.


Фәғилә еңгәйемдәрҙең һы­йырҙары тәләфләнгәс, һуйып, Магнитогорск баҙарына йыйындылар. Ул ваҡытта килендәр ҡайны-ҡайнағалары менән ауыҙ асып һөйләшмәйҙәр ине. Шул заман тәрбиәһе булған. Мине атайым менән еңгәйем араһына “суфлер” булараҡ алып барырға булдылар. Ҡояш Бабаш артынан күренгәндә Магнитогорск юлын­да инек инде. Сөнки, беренсенән, ат менән юл оҙон. Икенсенән, барып еткәс тә, йылға аша паром менән сығырға кәрәк. Йылға аша сыҡмай, урап үтергә лә була. Еңгәйем ҡурҡып:
– Хәтирә, ҡайныма әйт, йылға өҫтөнән үтергә ҡурҡам, күперҙән урайыҡ, – тиһә, мин, паром менән үтеүҙе ҡыҙыҡ күргән бала:
– Атай, йылға өҫтөнән үтәйек, – тип кире хәбәрҙе еткерәм.
– Ҡороғор, һиңә ышанған мин алйот, – тип һуҡранған еңгәйемә яуап итеп атайым:
– Балалар, күперҙән бигерәк алыҫ. Бынан сығабыҙ инде, – тип Иҙел буйына туҡтаныҡ.

Паромды тултырып сығыр өсөн халыҡ йыйылғанын көтөү ҙә үҙе бер мәрәкә кеүек иҫтә ҡалған. Йылға ярында кемдер самауыр ҡайнатып сәй эсә, кемдер атын ашата, кемдер танышлыҡтар булдыра, гармун-ҡурай моңдары яңғырай – айырым бер мәжлес кеүек гөрләп тора.
Ҡала күрмәгән баланың хис-тойғолары билдәле. Баҙарҙа нимә генә юҡ. Атайым барып ингәс тә кәнфит һатып алып тәмләтте. Ташбулат ҡустыма, еңгәйемдең улы Зәкир ҡустыма менеп йөрөмәле уйынсыҡ ат та арбаға килеп ятты. Бер мәрйә ҡатын миңә матур күлдәкте алырға көсләй. “Һатып алайыҡ!” – тигәс, күлдәк ҙурыраҡ булғанға күрә атайым менән еңгәйем алмаҫҡа күндереп ҡарай. Әммә мин ай-вайҙы ҡуймай алдырҙым. Һуңынан уны әсәйем ҡыҫҡартып, үҙемә тамам итеп тегеп бирҙе. Атайымдан ҡалған һуңғы бүләк ине ул...

Ит һатылып, күстәнәстәр алынғас, ҡайтырға йыйындыҡ. Шул ваҡыт ҡойоп ямғыр яуа башланы. Баҙар эргәһендәге бәләкәй йылғаны аша сығырлыҡ түгел. Ахыры, атайым йоҡлап сығырға урын эҙләргә булды. Ауылдаштар, Мөхәмәтдин апа менән Сәмсиә инәй, Магнитогор­скиҙа тора. Шунда юлландыҡ. Бәләкәй генә өй, барак тип атайҙар ине. Ямғыр шул тиклем көслө, хатта шул йортҡа ла ишектән инерлек түгел, тәҙрә аша үтергә тура килде. Тәүге тапҡыр бөгөнгө электр утын да шунда күрҙем. Әхмәҙи ағай ишек төбөнә тора ла:
– Хәтирә ҡарындаш, “ян” тип әйт әле! Һин әйтһәң, хәҙер бына лампочка яна, – ти.
Мин:
– Ян! – тип ҡысҡырыуға, лампочка янып китә. Үҙенә күрә бер мәрәкә күреп минән көлә торғас, ағайҙың һүндергескә баҫҡанын аңғарып ҡалдым.

Таң һыҙылыу менән ҡайтыр юлға йыйындыҡ. Әйберҙәрҙе арбаға ташығанда, ҡустыларыма алынған аттарҙың береһе ямғырға емерелгәнен күреп ҡалдыҡ. Еңгәйем менән бәхәс ҡупты. Мин:
– Зәкирҙеке емерелгән, – тиһәм, еңгәйем:
– Юҡ, Ташбулаттыҡы емерел­гән, – тей. Атайым:
– Талашмағыҙ, балалар, тағы берәүҙе яңынан алырбыҙ, – тип, аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй, баҙарҙан шундай уҡ уйынсыҡты һатып алды.
Ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Дәүләт ауылының бир яғына еткән урында ҡаршыға сабып ат килеүен шәйләнек. Атайым атты шунда уҡ танып:
– Сәмситдин килә, бушҡа кил­мәйҙер инде, бушҡа килмәйҙер инде... – тип ҡабатлауы бөгөнгө­ләй иҫемдә.

Ысынлап та, Сәмсетдин ағай атайыма повестка алып килде. Хатта ҡайтып еткәнде лә көтөп тормай, сапҡынсы ебәреүҙәренә һаман аптырайым. Асҡарға еткәндә әсәйем Ташбулат, Ишбулат ҡустыларым менән атайымды тура оҙатырға килгәйне. Әммә атайым: “Әсәйемде күреп хушлашмайынса китмәйем ”, – тигәс, ауылға юлландыҡ. Асҡар менән Амангилде араһы алыҫ булмаһа ла, бик оҙаҡ ҡайтҡандай тойолдо. Атайымдың моңһоҙ йыр һуҙыуы, уға ҡушылып, Ташбулат ҡустым­дың илауы, төнгө күк йөҙөндәге “гурыт” уттарының шәүләһе күңелгә онотолмаҫ шом һалды. Ҡырҡты башынан сабып төшкән ыңғайға Ташбулат ҡустымдың түбәтәйе осоп ятып ҡалды. Әсәйем:
– Эй, әттәгенәһе, түбәтәй әрәм булды, – тигәнгә, атайҡайымдың:
– Ҡуй, Шәмсинур, баш һау булһын, түбәтәй генә нимә ул, – тип яуаплағанын мәңге онота аламам.

Иртәгәһе көндөң таңында атайымды фронтҡа оҙатырға әсәйем менән Ташбулат ҡына китте. Беҙ Ишбулат менән ҡапҡа төбөндә илашып тороп ҡалдыҡ. Шул китеүенән ул әйләнеп ҡайтманы. “Дон буйындабыҙ. Биръяҡта беҙ, аръяҡта – немецтар. Нимә булыр...” – тип яҙылған хаты артынан “Әхмәтйәнов Моталлап хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ”ын ғына алдыҡ.

Хәтирә Ҡужәхмәтова һөйләгәндәрен Айгөл ВӘЛИЕВА яҙып алды.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.



Автор: Т. Аманов
Фото: Ғаилә архивынан




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы