RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » «Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

05.03.2019 «Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

“Сулпан” балалар театры бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт аралығында йәш тамашасылар өсөн республиканың берҙән-бер яратҡан, һәр саҡ көтөп алынған ижади коллектив булып тора. Уның тарихи башланғысы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында тупланған халыҡ театры һәм уның һуңғы йылдарҙағы режиссеры Хәниф Сафинға барып тоташа. Театрҙың бөгөнгө уңыштары, ижади йәшәйеше тураһында һүҙ алып барғанда беҙ, ябай тамашасылар, уның тарихи нигеҙе хаҡында ла хәбәрҙар булырға тейешбеҙ. 1987 йылда халыҡ театры базаһында Легендалар һәм риүәйәттәр театр-студияһы ойошторола. “Таһир менән Зөһрә”, “Өҙөлгән туй”, “Гөлбәҙәр” кеүек билдәле спектаклдәр ҙур уңыш менән ҡуйыла. Бөгөн беҙ ошо студияға нигеҙ һалыусы режиссер, актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәниф Хажми улы САФИНДЫ иҫкә алабыҙ.

Фиуза САФИНА, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, режиссерҙың бер туған һеңлеһе:

– Ағайымдың үҙенсәлекле кеше булыуын шунан да аңларға була: ул, мәктәпте тамамлағас, махсус белем алмайынса, ике йыл Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында фельдшер булып эшләгән. Ундағы таныштар һа­ман да, изге күңелле, ярҙамсыл һәм үҙ эшенең оҫтаһы ине, тип һөйләй. Тимәк, медицина фәндәренән һәйбәт уҡыған. Тик ул 21 йәшендә тормошон сәхнә менән бәйләп, Өфө сәнғәт училищеһының театр факультетына уҡырға инде. Диплом алғас, хеҙмәт юлын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында башланы. Бик күп ролде сәхнәгә сығарҙы. Мине лә, аралашып йәшәрбеҙ, бергә булайыҡ, тип, Әбйәлил районында эшләгән еремдән Сибай халыҡ театрына күсереп, үҙ ҡанаты аҫтына алды.

Режиссер булараҡ тәүге эштәре драмтеатрҙа булды: Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғә­йеп­леләр” һәм Осборндың “Үкенесле мөхәббәт” пьесаларын ҡуйҙы. 1985 йыл ине шикелле, теүәл хәтерләмәйем, ГИТИС-ты тамамлағас, ул Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайына директор итеп тәғәйенләнде. Иң тәүҙә ул түңәрәк эштәрен яйға һалды. Йырға, бейеүгә, һүҙгә оҫта ҡала халҡы – төрлө һөнәр кешеләре сәхнәгә сыға алды. Ә 1987 йылда ул халыҡ театры базаһында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Легендалар һәм риүәйәттәр театр-студияһын булдырҙы. Хәниф ағайҙың күп яҡлы таланты, эшмәкәрлеге ошонда асылды ла инде: үҙе тәржемә итте, проза әҫәрҙәрен сәхнәләштереү өсөн сценарийҙар яҙҙы, режиссер булараҡ, спектаклдәр ҡуйҙы, үҙе ролдәрҙә уйнаны. Бынан тыш, студияның бөтөн иҫәп-хисап эшен башҡарҙы, гастролдәр ойошторҙо. Унда эшҡыуарлыҡ һәләттәре лә булған: дәүләттән бер тин аҡса бирелмәһә лә, билет һатҡан аҡсаға профессиональ артистарҙан күберәк эш хаҡы алдыҡ. Ә гастролдәр менән Башҡортостандың барлыҡ районын, хатта Силәбе өлкәһе, Татарстан республикаһын йөрөп сыҡтыҡ. Тамаша залы һәр ваҡыт шығырым тулы булды. Сәләмәтлеге ҡаҡшай башлағас, етәкселек эшенән китеп, тик театр менән генә шөғөлләнде. Режиссер булараҡ, ул махсус белеме булмаған кешеләрҙән ысын актерҙар әҙерләй алды: Вәлләм Мусин, Мәхмүт Бикҡолов, Риф Мөстәхетдинов, Мәзүнә Ишбулатова, Фәтих Хөснөтдинов, Лилиә Сәлимгәрәева, Миңһылыу Вилданова, Арыҫлан Хәмитов оҙаҡ йылдар театрҙа эшләне.

Ағайым үҙен йәлләмәне, шуға ла был донъянан бик иртә китте. Дауаханаға барып, система, уколдар ала ла, ярты сәғәт тә үтмәй, репетицияларға килеп етә ине. Бары тик сәнғәт, театр өсөн йәшәгән кеүек тойолдо.

Фәрдүнә ҠАСИМОВА, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:
– Хәниф курсташтары араһында иң баҫалҡы һәм оялсан студент булды. Оҙон буйлы, зәңгәр күҙле, ҡара бөҙрә сәсле – бик сибәр егет, әммә иғтибарҙы яратманы. Гел артҡы рәттә ултырыр ине, төп ролдәргә дәғүә итмәне. Аҙашып килеп ингән йән кеүек тойола ине. Уҡытыусы булараҡ: “Ниңә актер булырға ҡарар итте икән ул? Талантын нисек асырға?” – тип оҙаҡ баш ваттым. Аралашып бармағас, күңеленә асҡыс ярата алмай йонсоном. 3-сө курсты тамамлар алдынан Максим Горькийҙың “Челкаш” әҫәрен сәх­нә­ләштерҙек, Хәнифкә төп роль бирелде. Репетициялар ваҡытында әҫәргә анализ яһайбыҙ, ул ныҡ ҡыҙыҡһынып китте. Бәхәсләшеп тә китә, авторҙың башҡа әҫәрҙәрен дә уҡый башланы. Бик матур итеп, образды байытып уйнаны. Мин шунда ғына унда актер күрҙем һәм уҡырға алыуыма үкенмәнем. Шунан бирле ул донъя классикаһы менән ҡыҙыҡһынып, китаптар уҡырға тотондо, артабан белемен камиллаштырырға хыялланды.

Сибай театрында эшләй башлағас, Хәниф Башҡортос­тандың халыҡ артисы Рәмзиә Әҙелшина менән танышып, ғаилә ҡорҙо. Үтә талантлы, тура һүҙле, ғәҙел, киң күңелле, изге йөрәкле ҡатын булды. Улар күңелдәре менән дә, таланттары менән дә бер-береһенә тап килгәйне, бик матур һәм бәхетле ғүмер иттеләр. Хәнифтең күҙгә күренеп үҙ-үҙенә ышанысы артты, тормошҡа ҡарашы үҙгәрҙе.

Хәниф иҫемә төшһә, иң тәүҙә йылмайыуы күҙ алдына килә. Бигерәк ихлас, эскерһеҙ кеше булды, шуға ла ысын күңелдән йылмая, көлә алды.

Әлмира Ҡыуатова, режиссер, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Легендалар һәм риүәйәттәр театры, Хәниф Хажми улы Сафин тураһында мин Салауатта эшләп йөрөгәндә үк белә инем. Өфө һәм Салауат ҡалаларында “Таһир менән Зөһрә” спектаклен ҡуйғанда, залға һыймаған тамашасыларҙың тышта төркөм-төркөм тороуына үҙем шаһит. Ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр сәхнә алдында тау булып өйөлөп ятты. Тәртип һаҡлар өсөн милиция саҡырылды. Бөгөнгө һабан­туйҙар ундай халыҡ йыя алмай.

Ғаиләбеҙ менән Сибайға күсенгәс, эш һорап драма театрына түгел, ә Хәниф ағайҙың студияһына барҙым. Зәйнәб Биишеваның “Гөлбәҙәр” спек­таклендә төп роль менән эш башланым. Автор үҙе ҡарарға килеп, сәхнәгә сығып режиссерға, театр актерҙарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Остазыбыҙҙың вафатынан һуң уның сценарийы буйынса “Мөхәббәт һәм нәфрәт”те ирем Байрас Ибраһимов менән икәүләп сәхнәләштерҙек. Әйткәндәй, Хәниф ағайҙа режиссерға кәрәкле сифат – эске тойомлау булды. Ниндәй спектакль уңыш менән барасаҡ, ҡасан ниндәй әҫәр ҡуйырға кәрәк һәм башҡалар. Театр-студияның уңыштары туранан-тура шуға бәйләнгән.

Ул шул тиклем мәҙәниәтле кеше булды, бер ваҡытта ла бер кемгә лә тауышын күтәргәнен хәтерләмәйем. Тағы ла бер талантын әйтеп үткем килә: унан шәп журналист та сығыр ине. Үҙенең артистары, спектаклдәре тураһындағы мәҡәләләре республика баҫмаларында даими сығып торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә бергә оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Ҡаты ауырый ине, хатта Татарстанға гастролдәргә беҙҙең менән сыға алманы. Ҡайтып, күп тә үтмәне, мәрхүм булды. Мине, Фәтих Салауат улы Хөснөтдинов менән, балалар театрын асыусылар, тип маҡтайҙар. Әммә үҙемде бер аҙ ғәйепле тоям: Хәниф ағайҙың шәп идеяһын юҡҡа сығарҙым. Башҡорт халҡының әллә күпме риүәйәте, хикәйәте бар, һәр йыр нигеҙендә легенда ята. Уларҙы сәхнәләштерһәк, күпме тамаша булыр ине. Тик театрҙы һаҡлап ҡалыу өсөн яңылыҡ кәрәк ине. Рәхмәт Олег Хановҡа, балалар театры асырға тәҡдим итте.

Хәниф ағай сәхнәләштергән “Өҙөлгән туй” спектакле өсөн үҙешмәкәр композитор, актер Хисмәт Дәүләтов “Һин киткәс” тигән йыр ижад иткәйне. Һуңғы юлға ла ошо йыр менән оҙаттыҡ:
“Етемһерәп ҡалды донъя һин
юҡҡа,
Былбылдарҙың теле талды һин
юҡҡа,
Йөрәккенәм гел һағышта,
гел утта,
Яндарымда һин юҡҡа...”

Вәкилә ҠАЛМАНТАЕВА, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы:
– Сибай театрында беҙ бер йыл айырма менән генә эшләй башланыҡ. Таланты һәм һы­лыулығы менән тамаша­сыларҙы әсир итә ине. Кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт мәҙәниәтле мө­ғәмәләлә булды, асыуланған сағында ла теленә ни килә шуны һөйләмәне. Һәр һүҙен үлсәп әйтер ине. Партнер булараҡ байтаҡ спектаклдә уйнаныҡ. Иң тәүгеһе Әсғәт Мирзаһитовтың “Утлы өйөр­мә”һендә булды. Мин – бай ҡыҙы, ул аҡ офицер ролен башҡарҙы. Хәниф Хажми улы иң тәүҙә үҙен түгел, ә партнерын уйлаған кеше ине. Шуға ла уйнауы рәхәт, күңелле булды, эшләргә атлығып торолдо. Ә Рәмзиә апай менән улар “Аҡҡош йыры” спектаклендә бергә уйнап, оҙайлы гас­тролдәргә йөрөп, ҡауышты. Бер-береһенә ҡарата ныҡ иғтибарлы, ярҙамсыл һәм мөхәббәтле булдылар. Икеһен дә һағынам.

Беҙҙең заманда продюсер тигән һөнәр булманы. Ә Хәниф Хажми улы гениаль продюсер булған, беҙ уны белмәгәнбеҙ генә! Ундағы идеялар, эшлекле тәҡдимдәр әллә күпме йылдарға етер ине. Театр өлкәһендә белмәгән бер генә эше лә булмағандыр. Ойоштороу эшенә оҫта ине, театр-студия асыу өсөн әллә нисә тапҡыр Мәскәүгә барып ҡайтты, документ эштәрен атҡарҙы. “Сулпан” театры бөгөн уның яҡты рухына тере һәйкәл булып тора.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала